Улар бик татыу булған, гел бергә уйнаған. Күптәр уларҙың дуҫлығына көнләшеп ҡараған. Бигерәк тә көнсөл Һайыҫҡан оҡшатмаған, ти.
Бер көндө ул эткә былай тип әйткән: «Бесәйҙең йөнө һинекенән матурыраҡ, ҡабарып тора. Әйҙә уныҡын ҡырҡып ташла, ул саҡта инде һинеке матурыраҡ буласаҡ». Эткә был кәңәш оҡшаған. Төн еткән. Маъмай шым ғына Мыраубикә янына килгән дә ҡабарып торған йөндәрен киҫеп ташлаған. Тауышҡа бесәй уянып, үҙенең дуҫын күреп ҡалғас, уға ныҡ асыуланып: «Бынан һуң һин миңә дуҫ түгел!» – тип мыраулаған.
Шул көндән бирле уларҙың дуҫлығы юҡҡа сыҡҡан. Мыраубикә ни, йөнө ҡырҡылыу сәбәпле, өйҙә йылыла йәшәй, ә Маъмай тышта ҡалған икән.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.