+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Сентябрь 2019, 12:31

Үҙҙәре шаян, үҙҙәре тырыштар

Уҡыу сирегенең тәүге айы ла үтеп бара. Инде ҡыҙҙар, малайҙар мәктәп тормошона өйрәнеп, тырышып-тырмашып белем үрҙәренә ынтыла, төрлө түңәрәктәрҙә ихлас шөғөлләнә.



– Уҡыу системаһы һәр ваҡыт үҙгәреш кисерә. Бының ыңғай, кире яҡтары ла бар. Ни өсөн тигәндә, балаларҙың барыһы ла бер төрлө түгел. Ә талаптар тигеҙ ҡуйыла. Шуға күрә мин эш тәжрибәмдән сығып, уҡыусыларҙың тәбиғәттән бирелгән һәләттәренә яраҡлаштырып, яңы алымдарҙы ҡулланырға тырышам. Бигерәк тә София Лысенкова уҡытҡан программа бик оҡшай. Уның асылы нимәлә һуң? Беҙҙең дәреслектәрҙә яңы, ҡатмарлыраҡ темалар күбеһенсә декабрҙән һуң бирелә. София Николаевна уларҙы эҙмә-эҙлекле итеп сентябрь башынан уҡ яйлап бирә башларға кәрәклеген белдерә, – ти үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан, 41 йыл эш тәжрибәһе булған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ педагог.

Беҙ танышҡан III «В» синыфында төрлө милләт балалары уҡыуын да белдек. Үҙҙәре шул тиклем шаян, шуҡ булһалар ҙа, бик тырышып уҡыйҙар. 26 бала араһынан һигеҙе тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Уҡыу буйынса Тимур Бессонов, Артём Иванов, Әмир Хәсәнов, Роман Фәт­ҡуллин, Данил Зәйнетдинов, Карина Шәрипова, Сабина Ғибәҙуллиналар барыһына ла өлгө. Синыфтарында старосталары – Милена Зарипова. Уны бик тырыш, ярҙамсыл ҡыҙ тип маҡтайҙар.

Түңәрәк-секцияларҙа ла әүҙем шөғөлләнә кескәй­ҙәр. Мәҫәлән, Карина Шәрипова, Сабина Ғибәҙуллина белем усаҡтарындағы «Ынйы» бейеү түңәрәгенә йөрөһә, Таһир Нафиҡов, Тимур Бессонов, Дамир Кореневский шахмат секцияһына яҙылған. Данил Зәйнетдинов, Дамир Кореневский, Әмир Хәсәнов «Восход» клубында футбол уйнарға өйрәнә. Ильяс Сибәғәтуллин робот техникаһын үҙ итә. Аделина Нафиҡова «Тодес» клубында бейей.

Йыл һайын сентябрь, октябрь айҙарында синыф менән Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күлгә сәйәхәткә сығыу матур ғәҙәттәренә әйләнгән. Аш-һыу ризыҡтары менән һыйланып, самауыр сәйе эсеп, төрлө уйындар уйнап, күңелле ял итеп ҡайталар.

Тыу­ған көндәрҙе билдәләп, бүләктәр бирергә, ҡалалағы театрҙарға йөрөргә яраталар. Бигерәк тә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры­на барыуҙы көтөп алалар.

– Мәктәп йәрминкәләренән дә ситтә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙҙең синыфта ла айырым ойошторабыҙ. Шулай балалар бәләкәйҙән һатыу итергә өйрәнә. Урмандар­ҙағы ағастарҙы һаҡлау маҡсатында иҫке ҡағыҙ йыйыу­ҙа ла әүҙем беҙ. Ололар көнөнә олатай-өләсәйҙәр­ҙе саҡырып, балалар һөнәрҙәрен күрһәтә. Әсәй­ҙәргә арналған кисәләрҙе, шулай уҡ ҡышҡы байрамдарҙы ла күңелле үткәрәбеҙ, – ти уҡытыусылары.

Бына шулай һәйбәт итеп уҡыйҙар ҙа, бергәләп ял да итә беләләр.


Читайте нас: