Уҡытыусылары Зинира Хәсәнова уларҙы маҡтап ҡына телгә ала:
– Һәр саҡ дәрестәргә әҙерләнеп киләләр, бөхтәләр. Икеһе лә ҡыҙыҡһыныусан, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашалар.
Ысынлап та, өйгә эштәрҙе теүәл үтәү – яҡшы уҡыуҙың, уңыштың бер нигеҙе ул. Малайҙар китап уҡырға әүәҫ. Рәмис – урыҫ яҙыусыларының, ә Рәхим башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күберәк уҡый. Әлбиттә, өйҙәге тәрбиә лә мөһим. Насировтар ғаиләһендә компьютерҙы ҡулланыу ваҡыты сикле. Ул уйын өсөн түгел, ә өҫтәмә белем алыу өсөн генә. Малайҙар интернеттан төрлө тауҙар, йылға-күлдәр, хайуандар тураһында мәғлүмәт ала. Уларҙы тәбиғәт, география ҡыҙыҡһындыра. Ошо йүнәлештә төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ойошторған бәйгелә икеһе лә грамота, аҡсалата бүләк алған.
Сәнғәтте лә яраталар. Рәмис һүрәт төшөрөргә оҫта, бәйгеләрҙә ҡатнашып, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Ә Рәхим матур йырлай. Былтыр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында көсөн һынап ҡараған. Төрлө яҡлап үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерергә тырыша улар, спорт менән дә шөғөлләнәләр.
Өлгө алырҙай Данис ағалары VI синыфта уҡый. Ул да – уҡыу алдынғыһы, олимпиадаларҙа һынатмай. Өс малай ҙа шахмат, шашка уйнай. Өйҙә лә бына тигән ярҙамсылар.
– Иртәнсәк йоҡонан торғас, урындарыбыҙҙы йыйыштырабыҙ. Сәй эскәс, ҡашығаяҡты йыйып алабыҙ, әлегә әсәй йыуырға рөхсәт итмәй. Өйгә утын индерәбеҙ. Ҡар яуһа, өсәүләп атайыма ҡар көрәргә ярҙам итәбеҙ. Йәй көнө бесәнгә йөрөйбөҙ, еләк йыябыҙ. Ағиҙелдә һыу инәбеҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, – ти Рәмис.
Насировтарға артабан да тырыш булыуҙарын, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.