-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Апрель 2020, 12:19

Игеҙәктәр һымаҡбыҙ

Кешенең холҡо, булмышы исеменә бәйләнгәндер, тип уйлайым. Мәҫәлән, «гөл» һүҙе ҡушылған исемде йөрөткән кеше гөл-сәскәләр һымаҡ матур булырға тейеш.

Гөлйемеш – минең иң яратҡан һеңлем. Ике туған булһаҡ та, беҙ уның менән үҙебеҙҙе игеҙәк һымаҡ тоябыҙ. Исемдәребеҙ ҙә оҡшаған бит инде, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа, шөғөлдәребеҙ ҙә бер үк. Ул Балыҡ йондоҙлоғонда тыуған, шуғамылыр хыялланырға ярата, тиҙ генә берәй нәмә уйлап табып, аптыратып ҡуя.

Гөлйемеш һеңлем Өфөлә йәшәй. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында III синыфта белем ала. Яҡшы уҡыуынан тыш, матур йырлай, бейей, иҫ киткес һүрәттәр төшөрә. Йәй көндәрен беҙ бергә үткәрергә тырышабыҙ. Уйнайбыҙ, бейеүҙәр һәм йырҙар өйрәнәбеҙ.


Гөлназ НӨҒӘМӘНОВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: