– Кескәй сағынан уҡ ҡыҙыбыҙ ҡыҙыҡһыныусан бала инде. Хәрефтәрҙе лә бик иртә өйрәнде, мәктәпкә уҡый-яҙа белеп барҙы. Күпте белергә, һәр ҡайҙа өлгөрөргә тырыша. Өйҙә лә ҙур ярҙамсыбыҙ, – тип маҡтай үҙен әсәһе, уҡытыусыһы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы.
Һүрәт төшөрөргә лә ярата Нәркәс. Матур-матур рәсемдәре район гәзитендә әленән-әле донъя күреп тора. Бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллиндың ижадына арналған «Минең тыуған төйәгем» исемле республика бәйгеһендә еңеүсе дипломына лайыҡ була.
Район буйынса уҙған «Еҙ үксә – 2020» бейеү конкурсында ла һынатмаған. Ауылына, туған мәктәбенә ҙур еңеү алып ҡайта! 10 йәшкә тиклемге балалар араһында беренсе урын яулай. Әсәһе һалған бейеү менән тамашасыларҙы ла, баһалама ағзаларын да таң ҡалдыра.
Белгегеҙ килһә, Ишемғоловтар ғаиләһе ауылда һәм районда үткән төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы буш ваҡыттарында төрлө төҫтәге ептәрҙән – сәскәләр, мәрйендән ағастар эшләй. Үҙенең ҡул эштәре менән күп бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан. Уҡытыусы булараҡ, ауылда, мәктәптә бай йөкмәткеле һәм тәрбиәүи яҡтан фәһемле кисәләр ойоштора.
Бына ошондай рухлы, талантлы, татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙға һоҡланмау мөмкин түгел. Һынатма, Нәркәс! Яулайһы үрҙәрең, артылаһы бейеклектәрең һәм уңыштарың алда әле һинең, кескәй йондоҙсоҡ!