+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китап уҡыйыҡ!

Дуҫтар, республикабыҙҙың – 100, Башҡортостан Яҙыусылар союзының 85 йыллығына арнап бик матур проект тормошҡа ашырыла башлай. «Туған телемә – 100 аҙым» тип атала ул.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә тәҡдим иткән был башланғыс Хөкүмәт кимәлендә хупланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв ҡатнашлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Унда төрлө дәүләт идараһы етәкселәре, яҙыусылар, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты.
«Туған телемә – 100 аҙым» проектының маҡсаты билдәле: халыҡта, бигерәк тә йәш быуында, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға йәлеп итеү. Китапҡа, туған телгә һөйөү ғаиләнән, бишек йырынан башланырға тейеш. Үкенескә күрә, бөгөн күптәр интернетҡа алданып, китап уҡыуҙы онотто. Ә бит беҙҙең талантлы яҙыусы, драматург, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡып, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап таба, тормош асылын тәрәнерәк аңлай алабыҙ.
Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөгән. Улар уҡымлы, төрлө авторҙарҙыҡы, төрлө жанрҙа, төрлө йәштәге уҡыусыға тәғәйенләнгән. Тимәк, шул әҫәрҙәрҙе уҡып сығыу, фекерҙәрең менән уртаҡлашыу, бүтәндәргә лә уҡырға тәҡдим итеү кәрәк. Әйткәндәй, проектта һәр кем ҡатнаша ала.
«Йәншишмә» гәзите лә был сараға ихлас ҡушыла. «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. «Туған телемә – 100 аҙым» тигән рубрика асабыҙ. Унда һеҙҙән килгән хаттарҙы урынлаштырасаҡбыҙ. Әле ниндәй китап уҡыйһығыҙ, шул турала тәьҫораттарығыҙҙы яҙып ебәре­геҙ. Ҡайһы яҙыусы, шағир менән осрашырға теләйһегеҙ, ошо проект сиктәрендә уларҙы мәктәбегеҙгә осрашыуға саҡырырға мөмкин. Тик алдан уның ижады менән ентекле генә танышып сығырға кәрәк буласаҡ. Һуңынан осрашыу нисек үткәне тураһында беҙгә лә яҙып ебәрерһегеҙ, шулай бит.
Проект дәүләт кимәлендә хупланғас, исемлеккә ингән китаптарҙы ауыл, мәктәп китапханаларына алып барып еткереү, кәрәк булһа, яңынан баҫтырыу, электрон вариантын сығарыу буйынса мәсьәләләр ҙә хәл ителер, моғайын. «Түңәрәк өҫтәл»дә был турала ла һөйләшеү булды.
Читайте нас: