+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Мин – башҡорт!» – тип танышығыҙ!»

Ҡәҙерле уҡыусылар, иғтибарығыҙға танылған шағирә Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт!» – тип танышығыҙ!» шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ,
Шул көлдәрҙең ҡалҡып сыҡҡан гөлдәре беҙ.
Ни үкенес: ҡыҫҡа булды көндәребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ,
Һеҙҙең хәйер-доғаларға тилмерәбеҙ.
Ил-ер өсөн фиҙа булды ғүмеребеҙ –
Яндырылған ауылдарҙың күмере беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың төтөнө беҙ.
Онотмағыҙ беҙҙе, зинһар, үтенәбеҙ!
Илгә хаҡһыҙ ҡаныҡҡандың хөкөмө беҙ –
Яндырылған ауылдарҙың төтөнө беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың ялҡыны беҙ.
Оноторға беҙҙе шулай хаҡлымы һеҙ?
Танымайбыҙ, ысын башҡорт халҡымы һеҙ?!
Яндырылған ауылдарҙың ялҡыны беҙ…
Яндырылған ауылдарҙың йәндәре беҙ.
Сабыйҙар ҙа шәһит китте, йәлләмәгеҙ!
Хәйер, йәлләй беләме ни йәндәрегеҙ:
Һеҙ бит хәҙер ғәфләт баҫҡан хәлдәһегеҙ…
Яндырылған ауылдарҙың һағышы беҙ –
Йәнебеҙҙе көлдән эҙләп табышығыҙ!
Беҙҙең алда таҙа булһын намыҫығыҙ:
«Беҙ бөтмәнек! Мин–башҡорт!» – тип танышығыҙ!
Белеүегеҙсә, республикала Яҙыусылар союзы тәҡдиме менән «Тыуған телемә – 100 аҙым» тигән проект тормошҡа ашырыла башланы. Маҡсаты – йәш быуынды китапты күберәк уҡыуға йәлеп итеү. Яҙыусылар союзы башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙәрының 100 әҫәренән торған исемлек тә төҙөгән. Унда Зөлфиә Ханнанованың ошо шиғыры ла бар.
Ә һеҙҙең мәктәптә, ауыл китапханаһында был йүнәлештә ниндәй саралар ойошторола? Был турала редакцияға яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: