+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Улы тормошон емертерлек һүҙҙәрҙе кем әйтә?

Ҡулыма Ринат Камалдың «Мөхәббәт дошмандары» китабы килеп эләкте. Уны бер тынала уҡып сыҡтым. Китапҡа ингән повестарҙағы ваҡиғалар, геройҙарҙың яҙмыштары хаҡында уйланып йөрөгәс, уҡытыусы күҙлегенән был хаҡта бер-ике кәлимә фекер әйтергә йөрьәт иттем.

Китаптағы беренсе повесть «Арыған кеше» тип атала, ул 1994 йылда яҙылған. Әҫәрҙең төп геройы – Искәндәр, «Ма­кедонский» ҡушаматлы. Әр­ме хеҙмәтендәге тәртипһеҙлек­тәр­гә ҡаршы сығып, үҙе лә тәр­тип боҙған, шуға дисбатҡа – «һалдат төрмәһе»нә эләккән кеше. Искәндәр мөхәббәттән дә, тор­моштан да уңмай. Сәбәп уны армиянан көтөп алмаған Гөллирә, уға хыянат иткән Валяла ғына­мы икән? Меңәрләгән йәш ке­ше башынан үтә ундай хәл – беренсе мөхәббәтен юғалтыу ғазабы... «Гөллирә, Валялар»ҙан үс алам тип, енәйәт юлына баҫа егет.

Мине Искәндәрҙең тормоштан уңмауы борсой. Ниңә шулай була һуң? Ошо һорау оҙаҡ тынғы бирмәне. Ҡылт итеп Искәндәр­ҙең атаһының һүҙҙәре иҫкә төштө. Улы ла атаһының был һүҙҙәрен тормошоноң иң һынылышлы, киҫкен мәлдәрендә хәтерләй һәм бөтә ҡылған эш-ҡылыҡтарына улар аҡлау кеүек яңғырай... Кешегә тәрбиә бала саҡтан һалына. Искәндәр бәләкәйҙән һуғышырға әүәҫ булған. Бер синыфташын баҫтырып йөрөп туҡмаған. Апуш малайы Искәндәрҙең аҡсаһын урлаған, шуға ла уныһы тегенең иманын уҡытмаҡсы иткән. Әсәһе лә улын яман эштәрҙән тыймай, уны аҡларлыҡ һүҙ әйтә: «Заттары менән бурҙар!» Малай еңел тын ала. Шулай ул бала саҡтан йоҙроҡ ярҙамында ғәҙеллек урынлаштырыуҙы ғәҙәт итә.

Атай кеше, беҙҙең йәмғиәттәге күп атайҙар кеүек, тәрбиә эшендә ҡатнашмай. Киреһенсә, улының тормошон емертерлек һүҙҙәрҙе васыят итеп әйтеп ҡалдыра. Күрәһең, ғүмер буйы карьер­ҙа эшләүсе Хәйҙәр ағай үҙенең эшен яратмаған. Ә бит эштең ҙуры, бәләкәйе булмай. Уны яратып, йәм, тәм табып йәшәүселәр бәхетле була. Искәндәр карьерҙа эшләп алған беренсе хеҙмәт хаҡына әсәһенә – кешмир яулыҡ, атаһына шаҡмаҡлы күлдәк алып ҡайта. Әсәһе менән апаһы бүләккә бик ҡыуана! Эштән ҡайтҡан атаһы – Хәйҙәр ағай өҫтәлдә ятҡан бүләктәргә иғтибар ҙа итмәй: «Күлдәктән дә күп нәмә юҡ өйҙә!» – тип әйтеп ҡуя. Ә өҫтәлдәге аҡсаларҙы Искәндәрҙең үҙенә бирергә ҡуша. Улының тормошон емерткес һүҙҙәрҙе лә атаһы шул саҡта әйтә: «Һуҡыр сысҡан ише, мин – карьерҙа... Тамағым йүнле аш күрмәне. Рес­торанын, киноһын белмәнем, өҫтән – майлы фуфайка, аяҡтан кирза итек төшмәне, хәҙер балам шуны ҡыуа. Юҡ. Һин ташла шул карьерҙы. Төкөр шул ауылға! Әнә, Стәрле эргәлә генә, бар, һөнәр ал, ете-һигеҙ сәғәт эшләр­һең, ҡутарып аҡса көрәрһең... Ҡатлы йортта бот күтәреп ятыр­һың, йәннәт!»

Искәндәр мөхәббәттән уңмай, тинек. Шуның өсөн «Гөллирә»­ләр­ҙән үс ала башлай, юлында осраған уға оҡшаш ҡыҙҙарҙың алтындарын, аҡсаһын талай... Әшнәләре менән ресторанда тип­терәләр. «Македонский»ҙың сәйер ғәҙәте бар: иртән ҡыҙҙар менән уҙғарған кистән һуң гел атаһының һүҙҙәрен иҫләй: «Рес­торанға ин, кино ҡара, ҡыҙҙар бихисап...» Урлашыу – типтереп йәшәү – төрмә... Бер аҙ карьерҙа ла эшләп ала Искәндәр. Ләкин «Адъютант» ҡушаматлы Сәлихтең «тырышлығы» арҡаһында тағы тайғаҡ юлға төшә. «Сәлих»тәргә ҡаршы тороу «иммунитеты» һалынмаған бала саҡтан Искәндәргә. «Артабан нисек йәшәргә?» тигән һорау бер саҡ егет алдына ла килеп баҫа. Һорауына яуапты ул үҙе белә лә: «Бәндәнең күҙ йәшен түкмәйенсә, һуңғы тинен һыҙырып алмайынса... Йәшәр өсөн карьерҙа эшләргә, ер һөрөргә, станок артына баҫырға кәрәк!..» Ләкин үткәнгә юл юҡ. «Арыған кеше»нең төп геройы әсәһенә лә: «Мин илатҡан ке­шеләрҙең ҡарғышы төшһә, бер түгел, биш үлергә тейешмен мин!» – ти. Ахыр сиктә, ерҙә бәхет таба алмайынса, үҙ-үҙенә ҡул һала...

Был повесты уҡығандан һуң хөрмәтле атай-әсәйҙәргә, балаларының яҙмыштарын боҙмаһындар, донъялағы иң ғәзиз кешеләренә тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итһендәр ине, тигән теләгем бар.

Земфира АҠБУТИНА, уҡытыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Ейәнсура районы, Ибрай ауылы.
Читайте нас: