+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китап аша изгелек орлоҡтары һалына

Билал ауыл китапханаһында III синыф уҡыусылары өсөн матур кисә булды. Уны китапханасы Райхана Булатова һәм синыф етәкселәре Рәхилә Хамматова ойошторҙо.

Уҡыусылар балалар яҙыу­сыларының яҡшылыҡ, рәхмәтле булыу, изгелек кеүек матур төшөнсәләр хаҡында яҙылған китаптары менән танышты. Рәсимә Ураҡсина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлфиә Юнысова шиғырҙарын, хикәйәләрен яратып тыңланылар. Хатта Фәрит Иҫәнғоловтың «Яңғыраубикә» әҫәрен бергәләп сәхнәләштереп тә ҡаранылар. Был хикәйәлә яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә. Яҡшылыҡтан ҡанатланған Зәбирә үҙе үпкәләткән дуҫ ҡыҙҙарын, этте, быҙауҙы ла ихлас күңелдән ҡосаҡлап ала. Күңеле йомшарып китә. Уға донъя тағы ла матурыраҡ булып күренә башлай...

Бына шулай яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша балалар күңеленә изгелек орлоҡтары һалырға тырышты Райхана Эдуард ҡыҙы менән Рәхилә Үлмәҫҡол ҡыҙы.


Баймаҡ районы.

Читайте нас: