+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тыл батырҙарына һоҡланам

Мин Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның Бөйөк Еңеүгә арнап сығарған «Һуғыш балалары – тарих яралары» исемле китабын уҡып сыҡтым.

Һуғыш ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарт-ҡороларҙың, балаларҙың тырышып эшләүҙәре, аслыҡҡа ла түҙеүҙәре ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булған балалар күҙлегенән һөйләнелә. Уларға ныҡ ҡыйын була. Еңеү­ҙән һуң илде аяҡҡа баҫтырыу бурысы ла балалар иңенә төшә. Тыл ветерандарының да сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Автор ваҡытында ошо батыр­ҙарҙан хәтирәләр йыйып, мөһим эш эшләгән, сөнки китап донъя күргәндә уларҙың күбеһе был донъянан киткән була.

Үҙемдең дә ҡарт өләсәйем, ола­тайҙарым – күптән инде гүр эйәһе, шуға һуғыш ваҡытында тылдағы тормош тураһында уларҙан һорашыу бәхете миңә теймәне. Ә китапты уҡып, һуғыштың ҡот осҡос афәт икәнен белдем. Ваҡыт тәгәрмәсе алға тәгәрәгән һайын, үткәндәр тарих төпкөлөнә һалына бара, һан­дар, факттар ғына тарих һаҡлай. Ә был китапта үҙ күҙҙәре менән күргән, ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған кешеләрҙең хәтирәләре һуғыш әселеген төрлө яҡлап күрергә ярҙам итә, үҙеңде кино ҡарағандай хис итәһең. Һөйләнелгән ваҡиғалар­ҙы йөрәгең аша үткәрәһең, һуғыш осоронда йәшәгән балалар менән бергә асығаһың да, хатта ҡатҡан бер киҫәк икмәктең дә кеше ғүмерен һаҡлауын аңлайһың.

Китапта күберәк Көйөргәҙе районының тыл ветерандары хәтирәләре урын алған. Зөһрә апай үҙе ошо яҡта тыуып үҫкәс, был аңлашыла ла. Үҙемдең дә тыуған төбәгем булғас, хәтирәләрҙә һүрәтләнгән геройҙар, ваҡиғалар урыны таныш. Беҙ бөгөн сүп үләне тип күҙгә лә элмәгән алабута, мысай, кесерткән уларҙың төп аҙығы булған. Серек картуф, үләк­һә лә ашарға тура килгән... Ҡар аҫтында ҡышлаған ағыулы башаҡтарҙы ашап, ғаиләләре менән ҡырылғандар ҙа бар. Ләкин балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә еңеүгә ышаныстары көслө булған, шуға бирешмәгәндәр.

Был китапты уҡығас, мин һуғыш осоро балаларын ваҡытынан алда ҡартайған балалар, тип уйланым. Бер яҡтан, үҙҙәрен йәлләйем, икенсе яҡтан, улар­ҙың түҙемлелегенә, егәрлелектәренә һоҡланам. Бөгөн ауылдарҙа бер һыйырлыҡ бесәнде ҡул менән сабырға йыбанһалар, элек хатта ашлыҡты ла, борсаҡты ла, көнбағышты ла ҡул менән урғандар. Ә бесәнде әйтәһе лә түгел!

Бөгөнгө тормош ожмах бит! Ләкин ҡай­һы берәүҙәр алкоголь, наркотиктар ҡулланып, үҙ-үҙҙәрен һаҙлыҡҡа батыра, матур тормош ҡәҙерен белмәй. Ошо китапты уҡып, беҙҙең гимназия уҡыусылары ла һуғыш, тыл ветерандары хаҡында мәғлүмәт йыя башланы.


Илина БӘШИРОВА, VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: