-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Тыуған яғым - алтын бишек
12 Июль 2019, 13:15
Йәшәү өсөн кәрәкле сығанаҡ
Тыуған яҡ, тиһәң, иң элек күҙ алдына урманлы-таулы Ирәндек, Урал буйҙары, иген баҫыуҙары, аллы-гөллө сәскәле ауыл ихаталары, балалар эшләп йөрөгән мәктәп яны баҡсалары күҙ алдына баҫа.
Тыуған яҡ – иң элек матурлыҡ, гүзәллек донъяһы ла. Беҙҙең Әбйәлил төбәгендә, барайым, тиһәң, саф һыулы шишмәләр ҙә, менәйем, тиһәң, тотош ағастар менән ҡапланған тауҙар, күрәйем, тиһәң, аҡ ҡайынлы йылға, күл буйҙары ла бар. Кеше тәбиғәтһеҙ йәшәй алмаған кеүек, тәбиғәт тә кеше хәстәренә мохтаж шул.
Бала саҡтан беҙ, өлкәндәр, теге йәки был тауҙың, йылға-күлдең исем-атамаһы тураһында атай-әсәйҙәребеҙҙән, олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ишетеп белгән риүәйәт-легендалар бөгөнгө балаларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының Зәйнәп Сабирйән ҡыҙы Төхвәтуллина етәкләгән IV «Б» синыфы уҡыусылары ла тап ошо маҡсаттан велосипедтарҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған тау-урман буйҙарында йөрөп ҡайтты. Улар тәбиғәт ҡосағында бер генә тапҡыр булманы, әлбиттә. Көндәр йылынғас, дүртенселәрҙең был сәйәхәте бер нисә мәртәбә ҡабатланды.
Зәйнәп Сабирйән ҡыҙы сәйәхәт барышында уҡыусыларын ер-һыу атамалары, улар тураһында халыҡ араһында йөрөгән риүәйәттәр менән таныштырҙы. Балалар үҙҙәре менән сүп-сар һалырға тоҡсайҙар ҙа алып йөрөнө. Юл буйҙарына кешеләр ташлап киткән ҡағыҙ, ҡыйҙарҙы йыйып, сүп урындарына алып барып ҡалдырҙылар. Зәйнәп Сабирйән ҡыҙы таҙалыҡтың иң элек һаулыҡҡа ҙур йоғонтоһо тураһында һөйләп, балаларҙың үҙҙәре йәшәгән йорт тирәһендә лә тәртип булдырыуҙарын талап итә. Юҡҡа ғына уларҙың велоуҙыштары «Минең таҙа тыуған яғым» тип аталмай.
Балаларҙың был ябай булмаған сәйәхәте Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата ойошторолған бер сара ла ул. Юлда хәрәкәт иткәндә улар таҙа, матур ауылдарҙы күреп үтеүҙәре тураһында һөйләп, башҡа синыф уҡыусыларын да «Минең таҙа тыуған яғым» акцияһына ҡушылырға саҡырҙы. Ни тиһәң дә, Әбйәлил – тәбиғәттең гүзәл төбәге. Тыуған ерҙе таҙа тотоу иң элек мәктәп уҡыусылары, ауыл кешеләре тырышлығына бәйле. «Ятып ҡалғансы атып ҡал», – тигәндәй, дүртенселәр бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, киләсәк тураһында ла ҡайғырта. «Таҙалыҡ бер ҡасан да үҙен аҡламай ҡалмай», – ти Зәйнәп Сабирйән ҡыҙы. Ул – йәшәү өсөн иң кәрәкле сығанаҡтарҙың береһе.
Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...