+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нефтекама – тыуған ҡалам

Һәр кемгә үҙенең тыуған ере ғәзиз һәм яҡын. Минең дә бар ундай һоҡланыр урыным, ул – Нефтекама ҡалаһы. Әлеге көндә яратҡан ҡаламда 142 мең 255 кеше йәшәй, майҙаны 147 квадрат километр тәшкил итә. Республикала ҙурлығы буйынса дүртенсе урында тора.

Нефтекама – тыуған ҡалам
Нефтекама – тыуған ҡалам

1957 йылда эшсе-нефтселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына. Уға 1963 йылда ҡала статусы бирелә. Һуңғы йылдарҙа Нефтекама үҫте, үҙгәрҙе, хатта икенсе һулыш алды, тип әйтһәң дә була. Элегерәк уны сәнәғәт, нефтселәр һәм машина төҙөүселәр ҡалаһы тип беләләр ине. Хәҙер беҙҙә төрлө ял итеү урындары, сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре лә бик күп. Әйҙәгеҙ, шуларҙың бер нисәүһе менән танышып үтәйек әле.
Ҡалабыҙҙағы 14 ҡатлы «Урал» күп функциялы сауҙа-күңел асыу үҙәге әллә ҡайҙан күренеп тора. Унда кинотеатр, концерт-холл, асыҡ һәм ябыҡ бассейндар, сауналар, фитнес, уйын залдары, юғары класлы ҡунаҡхана, ресторан, ка­фелар һәм күп төрлө бутиктар, супермаркеттар бар. Кис еткәс, мегаполис­тағы һымаҡ, бинаны төрлө уттар биҙәй.
Спорт яратыусылар өсөн «Торос» боҙ һарайы һәм стадион бар. Унда Рәсәй күләмендә хоккей ярыштары үтә.
Һынлы сәнғәт һөйөүселәргә «Мираҫ» картиналар галереяһы эшләй. Рәссамдарҙың, скульпторҙарҙың күргәҙмәләре менән танышырға була.
Тарихи ҡомартҡылар менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Петропавловск кафедраль соборы, ҡаланан 8 километр аралыҡта Кама йылғаһы буйында боронғо Никола-Берёзовка сауҙагәрҙәр ҡаласығы бар. Уға 1550 йылда нигеҙ һалынған. Мосолмандар өсөн ике ҙур мәсет эшләй.
Ҡала эсендә «Яҡтыкүл» экопаркы урынлашҡан. Унда йыл әйләнәһенә ял итеп була: йәйен ҡыҙынабыҙ, ҡышын саңғыла һәм конькиҙа шыуабыҙ. Яр буйында майҙансыҡтар күп, унда төрлө фестивалдәр уҙғарыла.
Ҡала ситендәге «Сәләмәтлек һуҡмағы»нан иртәнән төнгә тиклем кеше өҙөлмәй. Унда велосипедта һәм йәйәү йөрөүселәр өсөн махсус юлдар, һуҡмаҡтар, тренажёр, спорт һәм әкиәт ҡаласыҡтары, «Урал батыр» этномайҙансығы, урман сәхнәһе бар. Әйткәндәй, сәхнәлә йома һайын төрлө сәнғәт коллективтары сығыш яһай. Бында шулай уҡ «Полуденка күле» ял итеү паркы эшләй. Күлдең уртаһына аҡбуҙат һыны ҡуйылған. Кискеһен ул уттар менән яҡтыртыла. Ял итеп алыр өсөн ярҙа бәүелсәктәр, эскәмйәләр бар, катамаранда йөҙөргә мөмкин.
Ҡалала үҙәк парк, фонтандар, аллеялар, скверҙар, төрлө фотозоналар, урам сәхнәләре, арт-объекттар бихисап. Нефтекама филармонияһы, Ҡала мәҙәниәт үҙәге, Йәштәр һарайында төрлө мәҙәни саралар уҙа.
Быйыл ҡалабыҙ үҙенең 60 йыллығын лайыҡлы ҡаршыланы. Уның көндән-көн матурланыуы – тырыш етәкселәребеҙҙең, уңған ҡала халҡының хеҙмәте һөҙөмтәһе ул.
Килегеҙ, күрегеҙ Кама буйындағы нефтселәр ҡалаһын! Үкенмәҫһегеҙ.

Ынйы ЗАКИРОВА, йәш хәбәрсе,
Нефтекама медицина колледжының
I курс студенты.

Нефтекама – тыуған ҡалам
Нефтекама – тыуған ҡалам
Нефтекама – тыуған ҡалам
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: