Улар был шарлауыҡтың Урал аръяғының ынйыһы булыуын, Башҡортостанда бейеклеге 20 метрлыҡ иң ҙур өс һикәлтәле өҙлөкһөҙ ағымдарҙың береһе икәнен белде. Ә исеме боронғо башҡорт ауылы атамаһынан барлыҡҡа килгән. Уға үҙ ваҡытында урындағы халыҡ араһында ҙур ихтирамға эйә булған старшина Ғәҙелша Илиев исеме бирелгән.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендәге урманлы үҙәндә, тарлауыҡта урынлашҡан. Бында саф һыулы ҙур булмаған Төйәләҫ тау йылғаһы аға. Хәҙерге ваҡытта мул ямғырҙар арҡаһында шарлауыҡ тулы һыулы. Уның ағымы текә таш баҫҡыстар буйлап түбән аға. Һуңынан ҡаялар менән ҡыҫыла һәм ныҡ тарая. Һуңғы һөҙәклектән төшкәс, ҙур булмаған шишмәләргә бүленеп ағып, таш төбөнә шау-шыу менән бәрелә. Шарлауыҡ һыуы сағыу һары төҫкә буяла, сөнки йылғаның бөтә битләүҙәре һәм уның тирә-яғы тәбиғи йәшмә менән ҡапланған. Бай ятҡылыҡтар өҫкә сыға, һөҙөмтәлә, аҡҡан һыу тутыҡ төҫлө ҡыҙғылт һары төҫкә инә.
Балаларҙа таш вулкан тоҡомдарынан торған текә ҡаялар айырыуса һоҡланыу уятты. Әйтеп бөтөргөһөҙ матурлыҡҡа һоҡланып, йәш туристарҙың иҫ киткес тәбиғәт ҡомартҡыһы янынан хатта ҡайтҡыһы ла килмәне.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.