Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приютына китеп барам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бик кәрәк шул бындай урындар. Балаларҙы үҙ атай-әсәйҙәренең вайымһыҙлығынан, битарафлығынан яҡлар өсөн бит ул. Ҡайһы берҙәрен хатта аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарыр өсөн. Сөнки йәмғиәтебеҙҙә үҙ мәнфәғәттәрен, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын, асыуым да килмәгәйе, эскелекте һәм еңел-елпе тормошто өҫтөнөрәк ҡуйған, бала ҡәҙерен белмәгән атай-әсәйҙәр ҙә етерлек. Әлеге ваҡытта республикала 32 приют булыуы аптырарлыҡ хәл, әлбиттә.
БАЛАЛАР һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты 2004 йылда асыла. 144 урынға иҫәпләнгән ул. Өфө, Архангел, Благовар, Иглин, Нуриман, Шишмә райондарында филиалдары бар. Уларҙа йылына 4 – 18 йәшлек 500 бала йәшәп китә. Кемдер – 3, икенселәре 6 ай тора. 1 – 2 йылға тиклем ҡалыусылар ҙа осрай.
Бында балалар үҙҙәрен мөмкин тиклем өйҙәге кеүек хис итһен өсөн йылы мөхит булдырырға тырышалар, тәрбиәләнеүселәр бөхтә, таҙа бүлмәләрҙә йоҡлай, тәмле ҡайнар аш менән туҡлана, уҡыу йәшендәгеләр яҡындағы мәктәпкә йөрөп белем ала. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү, йыш үткәрелгән сараларҙа, республика конкурстарында ҡатнашып, һәләтеңде күрһәтеү – былар бөтәһе лә ҡыҙҙар һәм малайҙарға ыңғай тәьҫир итә. Психологик тренингтар үткәрелә. Тәрбиәләнеүселәре өсөн барыһын да эшләргә тырышалар ҙа ул, әммә ғаиләне, әсәйҙе, атайҙы алмаштырыу мөмкин түгел шул.
ПРИЮТ менән танышып йөрөгәндә ял бүлмәһендә бер үҫмер иғтибарҙы йәлеп итте. Эстән генә, уҡыу мәле, ниңә мәктәпкә бармаған икән, тип уйлайым. Баҡһаң, был егеттең – ул, ысынлап та, кәүҙәһенә, ҡиәфәтенә ҡарағанда ҙур ғына күренә – документтары ла юҡ, үҙенең нисә йәштә икәнен дә белмәй. Ошоғаса бөтөнләй мәктәптә уҡымаған, ручка тотоп ҡарамаған. Нисек инде улай? Әлеге көндә лә илдә шундай хәлдең булыуы мөмкинме икән ни?! Күршеләре, участка полицияһы был турала нисек белмәгән?
Был үҙен Алёша тип танытҡан үҫмер Өфөгә әсәһе менән ун йыл элек Силәбе өлкәһенән күсеп килгән булған. Фатирға түләп йәшәгәндәр. Быйыл сентябрҙә әсәһе ҡапыл үлгәс, күрше ҡатын Алёшаны үҙ ҡарамағына ала, шунан полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. Үҫмер приютҡа килеп урынлаша. Үҙе тыныс холоҡло, кеше менән һөйләшкәндә алсаҡ ҡына. Шахмат уйнай, телефонды ла һәйбәт белә. Белем алырға теләге ҙур. Моғайын, уға уҡырға, яҙырға өйрәнеү әллә ни ҡыйын булмаҫ, Аллаға шөкөр, хәстәрлекле кешеләр ҡулына килеп эләккән бит. Әле уның йәшен билдәләү өсөн махсус медицина тикшереүе үткәреү көтөлә. Әлбиттә, туғандарын, уны белеүселәрҙе табыуға ла өмөт бар, эҙләйҙәр. Бына шундай яҙмыш. Вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан хәл.
НИСӘ бала – шунса яҙмыш. 12 йәшлек малай бер әсәләш ике ҡустыһын яратмай, әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай. Фатирҙары ла бар, һәйбәт кейенгән, ҡараулы. Әммә үҙен ғаиләлә артыҡ йән итеп тоя. Өс бала – өс атайҙан. Иғтибар етмәй уға. Был малай эсә, тәмәке тарта, урам тәрбиәһе алғаны күренеп тора. Икенсе бер ҡаланан килгән үҫмер ҡыҙ иһә социаль селтәрҙә уйындарға бирелеп киткән булған, үҙенә-үҙе зыян килтереп, ҡулын яралап та бөткән. Ә приютта ул бөтөнләй үҙгәргән: төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған, дипломдар алған. Ыңғай тәьҫораттар, әлбиттә, уны ҡанатландырған, дәртләндергән, күңелен үҫтергән. Таланты асылған ҡыҙ приюттан ҡайтҡас, туған мәктәбендә лә бик әүҙем булыша башлай. Сөнки үҙ-үҙенә ышаныс тыуғас, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгән.
– Ҡайһы бер балалар үҙҙәренә ҡарата маҡтау, хуплау һүҙҙәре ишетеп өйрәнмәгән. Уларҙы әсәйҙәре бер ҡасан да ҡосаҡлап яратмаған да. Балаларын күрергә килһәләр, бар, бер-берегеҙҙе һағынғанһығыҙҙыр, ҡосаҡлашығыҙ, тибеҙ. Ике яҡ та ҡатып ҡала, бындай йылы мөнәсәбәт улар араһында бер ҙә булмаған. Беҙ балаларға комплименттар йәлләмәйбеҙ, арҡаларынан тупылдатып яратып та алабыҙ. Өйҙәрендә иғтибар, ата-әсә наҙы етмәй шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәләре, үгәй атайҙары, бабайҙары ҡыйырһытҡан, туҡмаған үҫмерҙәр өсөн приют ҡотолоу урыны булып тора. Уларҙы өйҙәренә шул уҡ мөхиткә кире ҡайтарыуы ла йәл, хәүефле лә, – ти Миләүшә Гайдар ҡыҙы.
12 йәшлек бер ҡыҙҙың яҙмышы аяныслы. Уны ата-әсәһе килеп тә күрмәй. Эсеүҙән баштары айнымағас ни… Бер ваҡыт ҡыҙ ҙа иҫерткес эсемлекте татып ҡарарға була, аптырағандан инде. «Ниңә әсәйем уны сәйгә, компотҡа ҡарағанда ла нығыраҡ ярата икән, араҡы эскәс, кеше менән нимә була, шуны белгем килгәйне», – ти ул һуңынан. Ағыуланып дауаханаға эләгә. Бахырҡайға өйөндә ҡул да күтәргәндәр. Приютта күпмелер ваҡыт булғандан һуң күптәр кире өйҙәренә ҡайтарылһа ла, бер-икеһен балалар йортона урынлаштырырға тура килә. Йәки һәйбәт ғаиләләргә тәрбиәгә бирергә тырышалар. Әлеге ҡыҙ ҙа шундайҙар иҫәбендә.
ПРИЮТ – ҡотҡарыу утрауы кеүек. Бында балаларын үҙҙәре лә килтереп ҡалдырырға мәжбүр булған осраҡтар бар, тип әйткәйнек инде. Биш йәшлек наҙлы ғына ҡыҙыҡайҙы күргәс, йөрәк семетеп алды. Матур ғына күлдәк кейгән, сәсе икенән үрелгән, йылы өйөндә әсәһе янында тәтелдәп кенә йөрөһөн ине лә бит. Әммә Камиланың (исеме үҙгәртелде) иң яҡын кешеһенә табиптар, дауаханаға ятырға кәрәк, тигән шул. Ә бәләкәсте ҡалдырырға кеше юҡ: туғандары эшләй, олатай-өләсәһе күптән инде был донъянан киткән. Үгәй өләсәһе иһә, үҙемдең ейәнемде ҡарап торормон, быныһын үҙең ҡайҙа теләйһең, шунда ҡалдыр, тигән. Айырылып икенсе иргә сыҡҡан булған икән Камиланың әсәһе. Кеше балаһы кеше балаһы инде… Ниңә ғаиләләр тарҡала икән, атай-әсәйҙәр үҙҙәрен генә ҡайғырта, ә балалары ыҙалана. Хәйер, хәҙер психологтар ҙа эскән, һуғышҡан атайҙарҙан айырылырға кәңәш итә әсәйҙәргә. Бик ауыр хәл, нисек кенә был өлкәндәрҙе сәләмәт тормош алып барырға, бала ҡәҙерен белергә өйрәтергә икән?! Элек олатай-өләсәйҙәр араһында ғаилә тарҡалыу күренештәре бик булмаған бит. Хатта бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешегә кейәүгә бирһәләр ҙә, был пар ғүмер буйы бергә татыу донъя көтөп, әллә нисә балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биргән.
Киләһе йылдан приют Балиғ булмағандар өсөн республика социаль реабилитация үҙәге тип үҙгәртеләсәк. Унда ауыр тормош шарттарында ҡалған 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр үҙҙәренә ваҡытлыса мөйөш таба аласаҡ. Сөнки «Үҫмер» тигән социаль ҡунаҡхана асыласаҡ. Әгәр өйҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡытыршы булһа, ошо мөмкинлекте файҙаланырға, приютта реабилитация үтергә мөмкин. Һорауҙарығыҙ менән бушлай консультация алыу өсөн приютҡа 8(347)2403210, 8(347) 2421951 телефондарына шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ балалар йорттарынан сыҡҡан, торорға урындары, фатирға түләргә аҡсалары булмағандар ваҡытлыса йәшәй аласаҡ.
Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп сыҡмай. Ғаиләлә аңлашмаусанлыҡтар килеп тыуһа, кемдер ҡыйырһытһа, үҙ проблемаңа йомолоп ятырға ярамай. Ярҙам һорап, кәңәшләшер кешегеҙ булмаһа, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефонына мөрәжәғәт итегеҙ: 8 800 2000 122. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында шылтыратыу бушлай һәм аноним. Тәжрибәле психологтар хәлегеҙҙе аңлап, кәңәштәрен әйтәсәк. Әле аҙна һайын республика буйынса ышаныс телефонына 300 тирәһе кеше шылтыратһа, шуларҙың 40 – 45-е хәүефле сигнал була. Элегерәк балаларҙан, «бесәйем үлде», «дуҫым менән әрләштем», «икеле» алдым» кеүегерәк хәбәрҙәр килһә, бөгөн «өйҙә һуғышалар», «мине туҡмайҙар», «әсәйем мине аңламай, ишетмәй, ҡысҡыра», «өйҙә ашарға юҡ», «уҡытыусы мине кәмһетә, сәбәпһеҙ «икеле» ҡуйҙы», тип шылтыратыусылар күбәйгән.
Синыфташтарға, дуҫтарға иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер. Күршелә генә бер баланың ҡыйырһытылып йәшәгәнен йә бүтән проблемаһы булыуын белеп-күреп тә ситтән генә күҙәтеүсе сифатында ҡалырға ярамай.
– Ауыл ерендә уҡытыусылар – мөһим кешеләр. Уҡыусыла ниндәйҙер үҙгәреш һиҙелһә, уның тормошо менән ҡыҙыҡһынып, тейешле урынға хәбәр итһендәр ине, – ти Миләүшә Гайдар ҡыҙы.