-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
6 Апрель 2018, 17:21

Дуҫың кем?

Ҡобараһы осоп йүгереп килеп ингән дуҫына Ильяс бер һорау ҙа биреп өлгөрмәне. Динар: «Сәләм! Хәлдәр?» – тине лә елдереп уның китаптары, дәреслектәре торған шкаф янына үтте. «Сәләм, Динар, әллә бер ни булдымы, нимә эҙләйһең?» – тип ҡыҙыҡһынды.

Ҡобараһы осоп йүгереп килеп ингән дуҫына Ильяс бер һорау ҙа биреп өлгөрмәне. Динар: «Сәләм! Хәлдәр?» – тине лә елдереп уның китаптары, дәреслектәре торған шкаф янына үтте. «Сәләм, Динар, әллә бер ни булдымы, нимә эҙләйһең?» – тип ҡыҙыҡһынды. Дуҫы алан-йолан ҡаранды ла куртка эсенән бер бәләкәй генә төргәк сығарып, ниндәйҙер китаптың эсенә тыҡты. Был күренешкә аптыраған Ильяс: «Ни булды, дуҫ? Артыңа ут ҡаптымы әллә? Нимә эшләйһең һин, ә?» – тине. Китап кәштәһенә ике ҡулының устары менән терәлеп торған Динар дуҫына бөтә кәүҙәһе менән боролдо ла зәңгәр күҙҙәрен тултырып: «Бөттө. Булды. Һин ғәфү ит мине, дуҫ!» – тип Ильяс­ты яурынынан тотоп һелкетте лә атылып сығып та китте.
Шарт итеп ябылған ишеккә ҡарап тороп ҡалды Ильяс. Ишектән күҙ ҡарашын иҙәнгә йүнәлтте. Бәй, Динарҙың бысраҡ эҙҙәре ята ла баһа, тимәк, аяҡ кейемен дә һалмай инеп сыҡҡан икән дуҫы! Бүлмә уртаһында уйға батып торғанында әсәһе лә ҡайтып инде. Иҙәндәге эҙҙәрҙе күреп, улына һораулы ҡарашын төбәне. «Ғәфү ит, әсәй, дуҫым килгәйне, хәҙер һөртәм, асыуланып та өлгөрмәҫһең», – тип ваннаға инеп тә китте. «Ильяс, тағы ла Динар килдеме? Нимәлер булған, аяҡ кейемен дә һалмағас… Балам, ул бит һинән оло, нимәгеҙ уртаҡ һуң? Нишләптер оҡшап етмәй миңә ул егет, улым, иғтибарлы булсы дуҫың менән, ә», – тине бер ҙә асыуланырға уйламаған әсәһе. Биҙрәгә һыу тултырып йыуыныу бүлмәһенән сығып килгән Ильяс: «Әсәй, һуң бит ул минән тик өс йәшкә генә ҙур. Студент. Ҡыҙыҡ уның тормошо. Минең һымаҡ мотоциклдар менән дә ҡыҙыҡһына. Йәйгә ике тәгәрмәсле «тимер ат» алам, тип курьер булып эшкә урынлашты. Мине лә саҡыра, аҡсаһы һәйбәт, ти. Әсәй, тәүәккәлләп ҡарайымсы?» – тине ул. Ҡәҙерлеһе үҙенең был һөйләшеүгә ҡарашын тәүҙә үк белдергәйне, әле лә ҡабатланы: «Иң мөһиме – мәктәптә белем алыуың. Атайың да был турала әйтте. Беҙ – ҡаршы! Дөрөҫ аңла. Бәлки, йәйге каникулыңда эшләп алыр­һың, ҡарарбыҙ уныһын. Тик хәҙер…» – тип йылмайҙы ул улына. Тегеһе лә ихлас көлөп: «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!» – тип бүлмәһенә инеп китте.
«Динар нимә һалды икән?» – ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы. Биҙрәһен бүлмә уртаһына ҡуйҙы ла үҙенең өҫтәле янына килде. Күҙе менән китаптарҙы «ҡапшай» башланы. «Быға бит нимәлер булған. Нишләп ул бер ни ҙә аңлатманы? Ҡото осҡан. Төш мәлендә генә телефондан һөйләштеләр, эштә ине. Тимәк, эш ваҡытында миңә килгән. Эше аҡсалы икәне күренә, һиҙелә. Яңыраҡ ҡына текә генә айфон һатып алды. «Һуңғы модель, шәп! Һин нимә аңлайһың ул, мелкота?» – тип ғәрләндерҙе Ильясты. Ике-өс аҙнанан малайҙың күҙ алдында алтын ҡул сәғәте тағып йөрөй башланы. Ә хаҡы?.. «Эшенән ҡыуҙылармы икән ни быны?» – тигән уйҙар борсоно. Ильяс Динарҙың ниндәй китапты тотоп торғанын да күрмәне. Сөнки малай­ҙың иғтибары тик дуҫына йүнәлтелгән ине. Ошолай ҡурҡаҡ хәлендә уны бит тәүгә күреүе. «Математика», «Физика», «Русский», «Башҡорт теле», «Пушкин», «Есенин», «Мотоциклдар» китабы… «Туҡта, был «матайҙар» нишләп урынынан шылып киткән әле?» – тип уйланды егет. Ильястың уҡыу әсбаптары – бер урында, ә яратҡан журнал-китаптары айырымыраҡ теҙелгән бит ул! Матайҙар тураһында журналын Динар менән әллә нисә тапҡыр ҡарап, киләсәктә үҙҙәренең елдерәсәк марка­һын һайлап та ҡуй­ҙылар. Дуҫы килгән һайын журналдың яңы һанын килтерә, тик әйләндереп-тулғандырып, аҡта­рып бөтһәләр ҙә, тәүге һайлаған байктары­нан яҡшырағын тапманылар әле. Әл­биттә, Динар хәтәр текә, ҡиммәтле байк һайланы. Уның уйы буйынса, бер-ике йылда ул аҡса туплаясаҡ, Алла бирһә. Курьер эше аҡсалы икәнен Ильяс тәүгә ишетте шунда. Журналға ынтылғайны ғына…
Ильястың журналды алам тип һуҙылған ҡулы һауала эленгән килеш ҡалды: «Бер нәмәгә лә теймәгеҙ! Ҡулығыҙҙы төшөрөгөҙ! Тик кенә тороғоҙ!» – тигән әмер­ҙәр яңғырай башлағас, сикһеҙ аптырап артына боролдо. Ишегенең алдында бер нисә полицейскийҙы күреп, бөтөнләй шаҡ ҡатты малай. «Был ниндәй кино, әсәй?!» Улының өнһөҙ һорауын ишеткән төҫлө, әсәһе йәһәт кенә үҙен ҡосоп алды: «Балам, Ильяс, нишләнең, улым? Әйт, дөрөҫөн һөйлә, улым, ҡайҙа йәшерҙең?» – тип ярһып бышылданы. Өнөммө-төшөммө, тип торған Ильяс бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Ҡапыл әсәһе: «Килмәгеҙ! Туҡта­ғыҙ! Бына, күрәһегеҙме? – тип иҙәнгә төртөп күр­һәтте. – Динарҙың аяҡ кейеменең эҙе. Уның ғына эше был! Минең балам ғәйепле түгел! Түгел! Тапамағыҙ эҙҙәрҙе!» – тип илап, һығылып төштө. Ул арала атаһы килеп инде, эргәһендәге кеше адвокат икән. Бүлмәләге полицейскийҙарҙың береһе иҙәндәге эҙҙәрҙе фотоға төшөрһә, икенсеһе Ильяс­тың ымла­уы буйынса китаптарҙы аҡтарырға кереште…
Шул төндө улар полиция бүлегендә үткәрҙе. Ильясҡа бик күп һорауҙарға яуап бирергә һәм ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға тура килде. Бөтә һорауҙар ҙа дуҫы тураһында ине: ҡасандан бирле беләһең, ҡайҙарҙа бергәләп йөрөнөгөҙ, кемдәр менән аралаштығыҙ, нисә тапҡыр бер үк адреста булдығыҙ, наркотиктар ҡулландығыҙмы, уларҙы һаттығыҙмы, күпме аҡса эшләнегеҙ? Динарҙың курьерлығы ошо ағыуҙы таратыуға бәйле булыуы Ильясты бик ныҡ аптыратты. Уның менән осраштырғас, дуҫы тәүҙә: «Мин таныш түгел был малай менән. Бер ҙә күргәнем юҡ. Белмәйем», – тине ҡоро ғына. Былай ҙа шок хәлендә ултырған Ильяс Динарға күҙҙәрен тултырып ҡарар­ға ғына көс тапты. Әсәһенең әйткәндәрен ишетепме, адвокатты тыңлапмы, Динар һүҙҙәрен кире алды. Тик наркотиктар минеке түгел, бөгөн Ильясҡа барманым, уны хатта күрмәнем, тип тайпылып маташ­ты. Дуҫының ошо көнгә төшөүе, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды. Алдап-хәйлә­ләп маташҡан егетте ныҡ ҡына йәллә­не. Күңелендә дуҫына булған хөрмәт итеү тойғоһо урынына бушлыҡ барлыҡҡа килде лә ҡуй­ҙы. «Дуҫ» та «дуҫ» тип йөрөгән Динарҙың алдашып, тик үҙен генә яҡлап маташыуы ғәрләндерҙе. Тик Ильяс ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәне, сөнки һуңғы күрешкәндәрендә Динар ғәфү үтенеп өлгөргәйне.
Енәйәт эше бик күп ваҡытты алып, Ильяс­тың йөрәгенә мәңге онотмаҫлыҡ «тормош дәресе» булып уйылды. Ул Динарҙы йәлләне: нимәгә алданған бит! Дуҫым, тип ҡайһылай сурытыр ине!
Ильяс, әлбиттә, адвокат һәм ата-әсәһенең ҙур ярҙамы менән язанан имен ҡотолдо. Енәйәтте ул эшләмәгән бит, малайҙың бында ни ҡыҫылышы бар, тиһегеҙме? Ильястың өйөндә таптылар бит был матдәләрҙе. Уның бүлмәһендә. Ярат­ҡан китабы эсенән. Тик эштәрен бик яҡшы башҡарыусы полиция хеҙмәткәр­ҙәре һәм адвокат малайҙ­ың ағыулы матдәләргә ҡыҫылышы булма­ғанын дәлилләп, төрмәнән алып ҡалдылар.
Бына шулай, дуҫһыҙ ҙа йәшәп булмай донъяларҙа, терәк, таяныс бит ул. Ҡай­ғы-шатлыҡтарыңды ихлас бүлешеп, һин тип йән атҡан, эскерһеҙ, ышаныслы дуҫың булыуы – оло бәхет.
Ә мин һеҙгә бер сер сисәм: йәшерәк саҡта дуҫ тип аталған кешеләр күп була, тормош кәртәләрен йыра торғас, һирәгәйә килә, иң тоғролары ғына ҡала янда.
Ә һеҙҙең дуҫтарығыҙ кем? Иғтибарлы булығыҙ, йәме.

Әлмира ИСХАҠОВА, йәмәғәт именлеге белгесе, психолог.


Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: