-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
18 Ғинуар 2019, 18:14

Баймаҡ районының Билал мәктәбе уҡыусыһы, йәш хәбәрсе Юлдаш Булатовҡа Асыҡ хат

Һаумы, Юлдаш туғаным!«Йәншишмә» гәзитенең 2-се һанында сыҡҡан «Пластилиндан – мөғжизә» тигән мәҡәләңде уҡығас, үҙеңә төбәп хат яҙмай булдыра алманым. Ни өсөн шәхси һиңә генә түгел, ә гәзит аша мөрәжәғәт итәм? Башҡорт халҡының: «Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла!» тигән бик тапҡыр әйтеме бар. Һиңә яҙғандарымды башҡалар ҙа уҡып, уйланһын ине, тиеүем. Нисәнсе синыфта уҡыуыңды яҙмағанһың. Фотоңа ҡарағанда бик өлкән синыф уҡыусыһына оҡшамағанһың.

Иң беренсе шуны әйткем килә: бәләкәйҙән ярат­ҡан шөғөлөңдө табыуың маҡтауға лайыҡ. Йән­һүрәт геройҙарын, тәбиғәтебеҙҙәге йәнлектәрҙе һынландырыуың һәйбәт. Һинең уларҙы күңелеңде биреп, уйлап башҡарыуың һоҡландыра. Башта образдарҙы күҙ алдыңа килтереүең эшеңә ижади мөнәсәбәтең тураһында һөйләй. Интернеттан, журналдарҙан ҡарауың иһә эҙләнеүсән кеше икәнлегеңде күрһәтә. Мин һиндә хатта буласаҡ скульпторҙы күрҙем.

Башҡортостандың һынлы сәнғәтендә, бигерәк тә скульпторҙар, архитекторҙар араһында, баш­ҡорт милләтенән бул­ған шәхестәр юҡ дәрәжәһендә. Ә беҙҙең халҡыбыҙҙың батырҙарын милли колоритта һынландырыу өсөн тарихыбыҙҙы – үткәнебеҙҙе, фольклорыбыҙҙы ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Һинең Смешариктар, Фиксиктар, Лунтик һәм Майнкрафттарҙы һынландырыуыңа ҡарағанда үҙебеҙҙең әкиәт, эпос геройҙарын – Аҡбуҙат, Урал батыр, Аҡъял батыр, һунар ҡошо бөркөттө һәм башҡаларҙы эшләүеңде теләр инем. Үҙеңә яҡын булған кәзә бәрәстәрен, этеңде әүәләгән һындар янына аждаһа, Мәскәй әбей, Иргәйел ҡарт, айыу, бүре, шүрәле кеүек бик күп әкиәт геройҙары ла өҫтәлһен. Артабан яйлап кеше һындарын да эшләргә өйрәнеп ҡара.

Башҡортостан скульпторҙары араһынан баш­ҡорт халҡының милли һыҙаттарын белеп һынландырған оҫталар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, тип әйттем инде. Шуларҙан Ғүмәр Мөхәмәтшин ағайҙы иң беренселәрҙән итеп телгә алып китер инем. Уның бер генә эшен – күренекле башҡорт әҙибәһе, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Ырғыҙ» романы авторы Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡуйылған бюсын миҫалға килтерергә мөмкин. Был һоҡланғыс һәйкәл Бөрөләге юғары уҡыу йорто алдында тора.

Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Тамара Нечаеваның халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа бюст рәүешендә лә, атҡа атландырып та эшләгән һындары сәнғәтебеҙҙә ҙур ҡаҙанышҡа әйләнде. Икенсе милләт кешеһе булһа ла, башҡорт батырының милли һыҙаттарын оҫта күрһәтә алған скульптор. Салауаттың һуңғы төйәк тапҡан еренә – Эстонияның Палдиски ҡалаһына ла алып барып ҡуйылды уның эштәре.

Осетин милләтенән булған Сосланбәк Тавасиевтың Салауатҡа эшләгән мөһабәт монументы Башҡортостандың символына әйләнде. Ул – беҙҙә генә түгел, ә бөтә Европала иң ҙур атлы һәйкәлдәрҙең береһе.

Зөлфәт Басиров, Өлфәт Ҡобағошовтарҙың милли характерҙа һынландырған эштәре лә – республикабыҙҙың ғорурлығы.

Шуларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле яҡташым Өлфәт Ҡобағошов хаҡында бер аҙ һөйләп үткем килә.

Һинең мәҡәләңде телефон аша уға ла уҡып ишеттерҙем һәм һиңә әйткән кәңәштәрен дә еткерергә теләйем.
– Беҙҙең башҡорт малайҙары араһында шундай етди ижадҡа ынтылып йәшәгән үҫмерҙәр булыуы шатлыҡлы күренеш. Уға: «Афарин!» – тип әйтергә генә ҡала. Билал мәктәбендә һынлы сәнғәт буйынса берәй түңәрәк эшләһә, Юлдашҡа шунда шөғөлләнергә кәңәш итер инем. Әгәр ауылдарында бындай мөмкинлек юҡ икән, балаларының һәләттәрен үҫтерергә теләһәләр, ата-әсәләренә Сибайҙағы интернат-гимназияға уҡырға биреү яғын хәстәрләргә кәрәктер, бәлки. Унда һәйбәт сәнғәт мәктәбе эшләй. Мин, мотлаҡ шунда уҡырға алып барығыҙ, тип әйтә алмайым. Сөнки ҡайһы саҡта ундай мәктәптәрҙә, киреһенсә, баланың тәбиғи һәләтен «емереп» тә ҡуялар. Шуға Юлдашҡа үҙе йәшәгән мөхиттә, тәбиғәт шарттарында үҙ алдына ижад итеп, әгәр теләһә, аҙаҡ Өфөләге сәнғәт училищеһына уҡырға килергә мөмкин. Бында улар графикаға ла, буяуҙар менән эшләргә лә – ҡыҫҡаһы, рәссам һөнәренә өйрәнәләр. Студент скульптураны һайлаймы, архитектуранымы – уныһы уҡыу осороноң һуңғы йылдарында төҫмөрләнә.
Шуны айырып әйткем килә: беҙҙең баш­ҡорттар араһынан сыҡҡан скульптор­ҙар аҙ. Әгәр Юлдаш киләсәктә шул юлды һайлаһа, халҡыбыҙҙың батырҙарын данларлыҡ шәхес булып үҫеп етеүен теләйем. Әле йәнлектәрҙе, әйтәйек, бөркөттө һынландырһын. Бөркөттө кем сөйә? Батырҙар. Бөркөт сөйгән баланың үҙенә лә көс килә. Ул көс бүтәндәргә лә күсә…
…Өлфәт Ҡобағошов – үҙе ана шулай батырҙар сөйгән скульптор. Көйөргәҙе районының хакимиәт бинаһы алдындағы Геройҙар аллеяһындағы шәхестәрҙең барыһын да ул һынландыр­ған. Башҡорттар араһынан тәүге Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов, Көйөргәҙе районының шул уҡ Кинйә ауылынан сыҡҡан йәнә ике Герой – Сәлмән Биктимеров менән Хәсән Ғайсин, Морат Ҡужаҡов, өс Дан ордены кавалеры Хөрмәт Хөсәйенов һәм баш­ҡаларҙы мәңгеләштергән.
Шулай уҡ Башҡорт хандан алып Бөр­йән бей, Ҡарағужаҡ Мишәүле кеүек бик күп ырыу башлыҡтарын да заманыбыҙға ҡайтарған.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Баязит Бикбай һымаҡ бөйөк шәхестәребеҙҙең скульптураларын эшләгән.
Уның халҡыбыҙ фольклорынан «Айҙа­ғы Зөһрә ҡыҙ» композицияһына ҡарап битараф ҡалыу мөмкин түгел. Йәл, Өфөнөң күркәм майҙандарының береһенә ҡуйыла торған был һоҡланғыс скульптура Дим биҫтәһендәге бер ғилми инс­титут ихатаһында ғына «йәшеренгән».
Өлфәт Ҡобағошовтың һуңғы йылдар­ҙағы иң ҙур эштәренең береһе – Аҡбуҙат һыны. Ул Бөрйән районының «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына алып барып ҡуйыласаҡ. Икенсе мөһим эше – Урал батыр. Хәҙергә ҡайҙа тороро хәл ителмәгән. Әйткәндәй, ул Баймаҡ ерлегенән сыҡҡан Алдар батырға ла һәйкәл һынландырған. Тик бына нисә йылдар инде был эш скульпторҙың оҫтаханаһында тора, яҡташтарының ҡасан тыуған яғына алып ҡайтып ҡуйыуын көтә батыр.
Исмәғил Тасимов, Кинйә Арыҫланов… Өлфәт Ҡобағошов ижад иткән шәхестәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Уның оҫтаханаһында Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваны һынландырған тиҫтәнән ашыу скульптураһы бар. Тик баш ҡала урамдарының бере­һенә бөтөнләй икенсе скульпторҙың эше ҡуйылған… Уныһы инде икенсе һөйләшеүҙең темаһы…
Бына ошондай шәхестәр һиңә өлгө булып торһон, Юлдаш туғаным. Скульпторҙар тураһында, билдәле рәссамдар хаҡында китаптар уҡы, уларҙың эштәре менән таныш, үҙеңде ижади яҡтан үҫтер.
Бәлки, киләсәктә һындарыңды плас­тилиндан ғына түгел, ә балсыҡтан да эшләп ҡарарһың. Тәүгеһен йомшаҡ материал булғанға оҙаҡ һаҡлау мөмкин түгел, ә балсыҡты яндырып башҡарған эштәреңде уҡырға ингәндә үҙең менән бергә алып барып күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Балсыҡ менән эшләү технологияһын интернеттан ҡарап өйрәнергә мөмкин. Балсыҡтан һыбыҙғы кеүек әйберҙәр яһап, уны хатта һатып, үҙеңә әҙме-күпме аҡса ла эшләй алаһың.
Һиңә тағы бер миҫал килтергем килә. Бынан байтаҡ йылдар элек һеҙҙең Баймаҡ районының Ярат тигән ауылынан ике игеҙәк ҡыҙҙар – Алина менән Алита Хисмәтуллиналар ҙа «Йәншишмә» гәзитенә матур һүрәттәрен ебәрҙе. Улар­ға ла Өфөгә килеп уҡырға кәңәш итеп хат яҙғайным. Минең һүҙемде тотоп, ҡыҙҙарҙы ата-әсәһе Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡыр­ға алып килде. Уны уңышлы тамамлап, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетына инделәр. Ә ниңә рәссам булманылармы? Ҡайһылыр «аҡыллы баш» етәксе арҡаһында Алина менән Алита худграф факультетында бергә уҡый алманы. Имештер ҙә, икеһен дә бер үк бүлеккә уҡырға алырға мөмкин түгел икән. Ә бит закон буйынса игеҙәктәрҙе бер-береһенән айырырға ярамай, хатта әрмегә хеҙмәт итергә лә игеҙәк егеттәрҙе бер урынға ебәрәләр. Шулай итеп, ҡыҙҙар­ҙың береһе – худграфҡа, икенсеһе филфакка керһә лә, бергә булырға теләп, икеһе лә бер үк факультетҡа күсеп уҡый­ҙар. Бөгөн улар университетты уңышлы тамамлап ҡына ҡалманы, аспирантураға инеп, икеһе лә фәнни эш менән шөғөлләнеп, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булды. Әммә ярат­ҡан һөнәрҙәрен дә ташламай, селтәр, ҡашмау, заманса милли кейемдәр тегеү, кейеҙ баҫыу кеүек халыҡ кәсептәре менән дә ихлас шөғөлләнәләр.
Уларҙың миҫалы ла һиңә өлгө булһын, Юлдаш. Бәлки, һин дә Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге гимназияға уҡырға килерһең. Һиндә эҙләнеү, уйланыу, тырышлыҡ кеүек сифаттар бар. Ә был ижад кешеләре өсөн бик мөһим.
Яҙғандарымдан сығып, киләсәктә һи­ңә мотлаҡ скульптор булырға кәрәк, тип раҫламайым. Уға минең хаҡым да юҡтыр. Бәлки, һин бөтөнләй икенсе һөнәр хаҡында хыялланаһыңдыр. Ләкин тормош тәжрибәмдән алып, шуны әйтәм: был яратҡан шөғөлөң ҙурайғас та үҙ аллы донъя көткәндә ярҙам итәсәк. Йәнең теләгән һындарҙы ихатаңа эш­ләп ултыртаһыңмы, туғандарыңа, дуҫтарыңа бүләк итәһеңме – ниндәй осраҡта ла үҙ ҡулың менән башҡарған эш һиңә күңел йыуанысы, ҡәнәғәтлек килтерәсәк.
Иң мөһиме: матурлыҡты күргән, ижад менән йәшәгән кеше бәхетһеҙ булмай.
Һинең киләсәгеңә ҙур ышаныс менән ҡарайым, Юлдаш туғаным.

Уңыштар теләп, шағирә һәм журналист Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


11 ғинуар, 2019 йыл.
Читайте нас: