+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
9 Март 2019, 15:34

Мәктәптә буллингҡа урын юҡ!

Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткән мәғариф форумында Радий Хәбиров: «Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш», – тигәйне. Шуға ярашлы республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы «Яҡын бул» тигән яңы проектты тормошҡа ашырыу буйынса «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе. Унда юғары квалификациялы психологтар, психотерапевтар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Проект белем биреү учреждениеларында буллингты булдырмауға йүнәлтелә һәм уның эш төркөмө етәксеһе – Йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе Лида Исергәкова.

Нимә һуң ул буллинг? Коллективта бер кешенең икенсеһен үсекләүе, юрамал яла яғыуы, кәмһетеүе, ҡыйырһытыуы, хатта ҡул күтәреү. Таныш күренешме? Таныштыр. 2017 йылда Өфөнөң IX синыф уҡыусылары араһында һораулама үткә­релә. Унда бөтәһе 34 мең үҫмер ҡатнаша. Шуларҙың 15 процентының буллинг ҡор­баны булыуы асыҡ­лана. 12 процентын мәктәптә ҡыйырһытҡандар. 4 процентын – урамда йәки бүтән урында. 27 процент осраҡта үҫмерҙәр кемделер үсекләүҙең шаһиты булған. Әйткәндәй, 25 проценты тиҫтерҙәре тарафынан ҡыйырһытылһа, 4 проценты уҡытыусыларҙан зыян күргән…

Республика клиник психотерапия үҙәгенең медицина психологы Ирина Хох белдереүенсә, синыфта буллинг менән бәйле ваҡиғаның ниндәй йүнәлеш алыуында төп фигура булып уҡытыусы тора. Тап педагог һәр уҡыусының психологик хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирә.
Коллективта шундай хәл булған икән, ти­мәк, бының сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Ни өсөн, әйтәйек, Ғәли Вәлиҙе ҡыйырһыта? Ниңә ул кемделер үсекләргә булған һәм объект итеп нәҡ шул тиҫтерен һайлаған? Cиныфта буллингҡа урын юҡлығын иҫкәртергә һәм быны булдырмау сараларын күрергә лә мөмкиндер. Мәҫәлән, берәй синыф сәғәтен ошо темаға арнау, бергәләп был турала фильм ҡарау һәм аҙағынан фекер алышыуҙы ойоштороу. Кемделер һүҙ менән йәберләүҙең шаһиты булған үҫмерҙәр ҙә ситтән күҙәтеүсе ролендә генә ҡалма­һын ине. Улар бит бының менән килешмәүҙәре, үсекләүсенең хаҡлы түгеллеге тураһында фекерҙәрен белдерә ала.
Буллинг ҡорбаны булырға тура килһә инде, йомолоп ҡалмаҫҡа, үҙеңде ғәйепле итеп тоймаҫҡа, кәмһетелеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Ғәҙәттә, балалар кәңәш һорап, таяныс эҙләп, эс серен ата-әсәһенә сисә. Дөрөҫ кенә яуап табыу өсөн уҡытыусы, психолог менән һөйләшеп алыу бер ҙә зыян булмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле мәктәптәрҙә психологтар етешмәй. Әммә «түңәрәк өҫтәл» барышында алдағы йылдарҙа был мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәге тураһында хәбәр иттеләр.
Өфөләге Аксаков исемендәге 11-се гимназияның XI синыф уҡыусыһы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Егор Тарасевич та сығыш яһаны.
– Мәктәптәрҙә уҡыусылар үҙидаралығының үҫеше, балаларға үҙ һәләттәрен үҫтерергә мөм­кинлектәр булдырыу, уларҙы төрлө сараларға йәлеп итеү ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ниндәйҙер шөғөл менән мауыҡҡан кешенең бүтәндәрҙе ҡыйырһытыу тураһында уйларға ла ваҡыты ҡалмай, – ти ул.
Кибербуллинг тураһында ла һүҙ булды «түңәрәк өҫтәл»дә. Быныһы тағы ла хәүефлерәк кеүек. Интернет аша бөтә донъяға тарала бит кәмһетеү һүҙҙәре. Дуҫтар, ниндәй генә күңелһеҙ хәлгә тарыһағыҙ ҙа, һеҙ яңғыҙ түгел, шуны белегеҙ. Һеҙҙең өсөн тәүлек әйләнәһенә бушлай Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефоны эшләй: 8-800-2000-122. Смартфонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.
Шылтыратыу аноним һәм конфиденциаллек һаҡлана. Һорауҙарығыҙҙы тәжрибәле белгестәр тыңлап, төплө кәңәш бирәсәк.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: