-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
31 Май 2019, 12:48

Изгелек эшләү – иң сауаплы ғәмәл

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө Рәүфә РӘХИМОВА, «Изгелек» хәйриә фонды етәксеһе: – 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы иң тәүҙә өлкәндәргә өндәшкем килә.

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларығыҙға оло хөрмәт менән ҡарағыҙ, улар менән тиң күреп һөйләшегеҙ, үҙ-ара партнёрҙарса мөнәсәбәт булдырығыҙ. Һуңынан нәҡ үҙегеҙ теләгән һөҙөмтәне күрерһегеҙ. Ә беҙ уларға ниндәй өмөт бағлайбыҙ? Әлбиттә, уңышлы, тәрбиәле, яуаплы, изгелекле булыуҙарын теләйбеҙ.
Балаларға иһә спорт менән шөғөлләнеүҙәрен, ваҡыттарын, һәр көндәрен үҙҙәрен камиллаштырыуға арнауҙарын теләр инем. Һынауҙар алдында бер ҙә ҡаушап ҡалмағыҙ, алдығыҙға юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгеҙ. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, «мин быны булдыра алмайым, мин быға лайыҡ түгел» тигән кеүегерәк уйҙарҙы башығыҙҙан алып ташлағыҙ. Киләсәккә һөнәр һайлағанда, аҡсалы булыуына ғына ҡыҙыҡмағыҙ, күңелегеҙгә ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерерлеген, яҡын булғанын һайлағыҙ.
Тормошта иң мөһиме һаулыҡ икәнен онотмайыҡ. Атай-әсәй­ҙәргә тағы ла шуны әйткем килә: балаларығыҙҙың сәлә­мәтлегенә ныҡ иғтибарлы бул­һағыҙ ине. «Изгелек» хәй­риә фондының тәжрибәһенән сығып әйткәндә, ваҡытында ҡуйылған дөрөҫ диагноз күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡала. Бала ауырып китә, бер табип­ҡа күренәләр ҙә дауалайҙар, әммә алға китеш юҡ икән, бү­тән белгестәрҙең дә фекерен белеү файҙаға ғына. Бер нисә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән хәҡиҡәт бар бит. Балаңдың һаулығы, ғүмере өсөн көрәшергә кәрәк. Беҙҙең фонд­ҡа ярҙам һорап бик һуң мөрәжәғәт итеүселәр бар. Ә бит ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйыл­һа, яман шеш ауырыуынан да 85 процент сирлеләрҙе дауалап була.
«Изгелек» балаларға һәм 35 йәшкә тиклемге өлкәндәргә «Тиҙ ярҙам» Берҙәм программаһы буйынса ярҙам күрһәтә. Беҙгә мөрәжәғәт итергә уйлаған атай-әсәйҙәр иң тәүҙә фондыбыҙҙың сайтына инеп, ҡағиҙәләр менән танышһын ине. Ниндәй диагноз менән нисә йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итеү тураһында мәғлүмәттәр унда яҙылған. Мәҫәлән, 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Изгелек» 1-се төр шәкәр диабеты менән сирләгән, инвалидлыҡ алғандарҙан ғына ғаризалар ҡабул итә.
Беҙҙә тәжрибәле табиптарҙан торған эксперт советы эшләй. 2012 йылдан 2018 йылға тиклем 7 мең 505 кешегә 264,6 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Меценаттарыбыҙға, партнёрҙарға, изге күңелле кешеләргә оло рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: