Мәҫәлән, яңыраҡ Новороссийский ҡалаһында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һыу баҫҡан бер фатирҙа алты йәшлек малайҙы таба. Был турала күршеләре хәбәр иткән була. Яңғыҙ ҡалдырылған бала өҫтәүенә туҡмалған да... Урындағы матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, быға тиклем дә әсәһе уға, үҙ сабыйына, ҡул күтәргән булған икән. Был юлы мейеһе һелкенгән, тәне күгәреп бөткән.
Бындай башҡа һыймаҫлыҡ осраҡтарҙы эҙләп йыраҡ китергә түгел. Үҙебеҙҙең республикала Асҡын районында 35 йәшлек ҡатын 8 һәм 5 йәшлек ике балаһына бысаҡ менән киҙәнә. Ярай әле бергә йәшәгән ир кеше уны туҡтатып, Тиҙ ярҙам саҡыра. Әле ҡыҙҙар дауаханала, Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙар. Теге ҡатынға ҡаршы тикшереү эше асылған. Суд экспертизаһы үткәреү планлаштырыла.
Балалар йәл... Бигерәк тә имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәре, атай-әсәйҙәре тарафынан иғтибар етмәгәндәре. Өйҙәрендә ҡыйырһытылған, ниндәйҙер ауырлыҡтар кисергән малайҙар, ҡыҙҙар тураһында белһәгеҙ, ситтән күҙәтеүсе ролендә генә ҡалмағыҙ, дуҫтар.