+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
8 Ғинуар 2021, 02:22

Ҡайҙа Сәлимәләр, Зәлифәләр?

Донъялағы иң ғәҙәти булмаған исемдәр Донъялағы иң оҙон исем 1478 хәрефтән тора. Уны уҡыр өсөн яҡынса 10 минут ваҡыт кәрәк. Тарихи урындарҙың атамалары, билдәле дипломаттарҙың, ғалимдарҙың, тағы әллә кемдәрҙең исемдәренән ҡушып яһалған ул. Шулай итеп, мәҙәк фамилиялы 10 кешенең исемлеге түбәндәгесә төҙөлгән.

1-се урын: ҡасандыр Францияла ғәҙәти фамилиянан мәхрүм ғаилә йәшәгән. Фамилия урынына 1792 тигән һандар теҙмәһен йөрөткән. Ә ғаиләләге дүрт ул айҙар­ҙың исемдәре менән атап йөрөтөлгән. Мәҫәлән, уларҙың исемдәре паспортта, башҡа доку­менттарҙа түбәндәгесә булған: Ғинуар 1792, Февраль 1792, Март 1792 һәм Апрель 1792. Был сәйер нәҫелдең һуңғы кешеһе – «Март 1792» 1904 йылдың сентябрендә вафат булған.

2-се урын: Чикаго ҡалаһында йәшәүсе Джексондар ғаиләһе үҙҙәренең 5 балаһын түбәндәге исемдәр менән атаған: Менингит, Ларингит, Аппендицит, Перитонит, Тонзиллит.

3-сө урын: психолог Джон Треин иң мәғәнәһеҙ исемдәрҙең атамаларын яҙып китап әҙерләгән. Күптәрҙең үҙ исемдәренән яфа сигеүҙәрен билдәләгән. Мәҫәлән, Яңы Орлеандан Май ғаиләһе ҡыҙҙарына Му, Ву, Чу тип ҡушҡан.

4-се урын: Кандхмал ауылында бер егеттең исеме «Мин картуф яратам» тигәнде аңлата.

5-се урын: «Һаумы, Ике килограмм дөгө!», «Сәләм, Көмөш доллар!» – Һиндостандың Орисса штатындағы Кандхмал районында йәшәүсе ике кеше осрашҡанда бер-береһе менән шулай иҫәнләшә. Һинд иленең был төбәгендә ата-әсәләр балаларына ошондай ғәҙәти булмаған исемдәр уйлап сығарырға ярата. Баҡһаң, һәр тыу­ған сабый өсөн хөкүмәт ҡарары буйынса дәүләт 2 килограмм дөгө бирә икән. Исем дә шул хөрмәткә ҡушылған, имеш.

6-сы урын: ошоларҙы уҡығандан һуң Харьков ҡалаһында ата-әсәнең 1998 йылда тыуған ҡыҙҙарына Принцесса Диана һәм малайҙарына Гамлет тип исем биреүҙәренә әллә ни иҫегеҙ ҙә китмәҫ.

7-се урын: түбәндәге исемдәр­ҙең аңлатмаһы ошолай: Лори­эрик – «Ленин, Октябрьская Революция, Индустриализация, Электрификация, Радиофикация и Коммунизм». Урюрвкос – «Ура, Юра в космосе!». Кукуцаполь – «Кукуруза – царица полей», Лагшмивара –«Лагерь Шмидта в Арктике».

8-се урын: АҠШ-тың Монтана штатында 1979 йылда тыуған С. Эллен Джорджиана Сер-Леккендың С хәрефе 598 хәрефтән тор­ған исемдең баштағы хәрефе генә. Яҡындары уны Сноуоул йәки Оли тип кенә йөрөтә.

9-сы урын: Гавай утрауҙарындағы Гонолулу ҡалаһы мәктәбенә урындағы ресторан хужаһы ҡыҙын уҡырға алып бара. Уның исеме һәм фамилияһы 100 хәрефтән тора. Бына ул: Напу-Амо-Хала-Она-Она-Анека-Вехи-Вехи-Она-Хивеа-Нена-Вава-Кехо-Онка-Кахе-Хеа-Леке-Еа-Она-Ней-Нана-Ниа-Кеко-Оа-Ога-Ван-Ика Ванао. Шундай оҙон исем-фамилияны бер нисек тә синыф журналына яҙа алмағандар. Ә мәғәнәһе былай икән: «Тау­ҙарҙағы һәм үҙәндәрҙәге иҫәпһеҙ гүзәл сәскәләр үҙҙәренең хуш-еҫтәрен бөтә Гавай утрау­ҙарының иңе-буйына тарата».

10-сы урын: бөтә донъяға билдәле рәссам Пабло Пикассоны һеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Ә бына уның тулы исем-фамилияһы барыһына ла мәғлүм түгел. Пабло Диего Хозе Франциско де Паула Хуан Непомукено Криспин Криспиано де ла Сантисима Тринидад Руиз и Пикассо. Исем-фамилияһында – бөтәһе 93 хәреф. Ул тәүге һәм һуңғы һүҙҙәрҙе генә алып Пабло Пикассо булып танылған. Рәссам – милләте буйынса испан. Ә Испанияла ошондай һүҙҙәр теҙмәһенән торған исемдәр ҡушыу ғәҙәти хәл иҫәпләнә.

Әйткәндәй...

Беҙҙә лә төрлө заманалар шау­ҡымы ҡағылмай ҡалмай. Вил, Ким... һәм башҡа сәйәси исемдәр, Бразилия сериалдары герой­ҙары милләтебеҙҙең йөҙөн һис билдәләмәй һәм биҙәмәй.

Яңыраҡ күбебеҙҙең уҡытыу­сыһы булған тел белгесе, ғалим, БДУ профессоры Марат Вәли улы Зәйнуллиндың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан» гәзитендә Фәнзил Санъяровтың мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Шунда бер һөйләмгә иғтибар иттем. Уҡыу йылы башланғас, Марат Вәли улы студенттарға тәүге лекция уҡып сыҡҡандан һуң, әсенеп: «Бер генә Сәлимә лә, Зәлифә лә юҡ», – тип әйтә.

Һеҙ ҙә, ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, «Йәншишмә» гәзите биттәрендә сыҡҡан хәбәрҙәр аҫтында торған исем-фамилияларға иғтибар итегеҙ әле: кемдәр генә юҡ унда?!

Башҡорт исемдәре тураһында синыф сәғәттәре үткәрергә, һөйләшеүҙәр ойошторорға була. Мин, мәҫәлән, бер уҡытыусыны беләм. Ул Фёдоровка районының Батыр мәктәбендә эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Багаева уҡыусылары менән «Ниндәй милләт кешеһе менән ғаилә ҡорасаҡ­һығыҙ?», «Нисә бала тәрбиәләп үҫтерәсәкһегеҙ?», «Балалары­ғыҙға ниндәй исемдәр ҡушасаҡһығыҙ?» кеүек темаларға әңгәмәләр үткәргән. Йылдар уҙғас та был һөйләшеүҙе онотмаған егеттәр, ҡыҙҙар әле килеп уҡытыусыларына отчёт биреп: «Теге ваҡыт беҙҙең 3 балабыҙ була, тип яҙғайным, апай, бына өсөнсө сабыйыбыҙ тыуҙы», – тип ҡыуаныс­тары менән уртаҡлашалар икән.

Ғүмер тиҙ генә үтә лә китә ул, ғаилә тормошона ла, атай-әсәй булырға ла үҙегеҙҙе бөгөндән әҙерләгеҙ. Балаларығыҙ: «Атай, әсәй, миңә ниңә шундай мәғәнәһеҙ исем ҡуштығыҙ?» – тип үпкәләрлек булмаһын.

Фото интернет селтәренән алынды.

З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: