Ә нимәнән тора һуң чипсы тигән тәм-том? Кукуруз һәм бойҙай ононан модификацияланған соя крахмалы һалалар ҙа шуны арзан майҙа ҡыҙҙырып алалар. Майҙа организмдың ДНК-һын боҙа торған, яман шеш барлыҡҡа килтереүсе канцерогенлы акромин мутация йоғонтоһо булған акриламид, глициамид кеүек ағыулы матдәләр бар.
Нығыраҡ аңлашылһын өсөн түбәндәге миҫалды килтерәбеҙ. Днепропетровск мәктәптәрендә уҡыусылар лабораториялағы ҡомаҡтарҙа тәжрибә үткәреп ҡараған. Уҡытыусылары етәкселегендә ҡомаҡтарҙы дүрт төркөмгә бүлгәндәр. Тәүгеләрен чипсы менән генә һыйлағандар, икенселәренә тоҙло сохари ашатҡандар, өсөнсөләренә натрий глутаматы (Е621) биргәндәр, дүртенселәрен таҙа ашлыҡ, йәшелсә-емеш менән туҡландырғандар.
Егерменсе тәүлектә балалар үҙҙәре үк тәжрибәне туҡтатыуҙы үтенгән. Сөнки тик дүртенсе төркөмдәге ҡомаҡтар ғына һау-сәләмәт булған. Ҡалғандарының йөндәре ҡойолған, күҙҙәре һуҡырайған һәм берәм-берәм үлә башлағандар. Үле ҡомаҡтарҙы тикшереүгә биргәс, шул асыҡланған: улар бауыр циррозынан, күҙ алмаһы зарарланыуҙан, ашҡаҙандары ризыҡтар эшкәртеүҙән яфа сиккән. Натрий глутаматы менән туҡланыусылары агрессивҡа әйләнгән. Көнөнә бер-ике пакет чипсы ашауҙан нимә булһын, тигән уҡыусылар хәҙер был ризыҡты урап үтә икән.
Ә бер туҡтауһыҙ ауыҙ тултырып, һыйыр кеүек көйшәп, сәйнәп йөрөгән һағыҙҙы нимәнән эшләнгән, тип уйлайһығыҙ? Пластиктан һәм резинанан! Ҡайһы берҙәренә хатта ПВА елемен эшләгәндә һала торған нәмәләрҙе лә ҡушалар. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ автомобиль шиндарынан эшләнгән резинаны, һыуҙар һалынған шешәләрҙәге пластикты, етмәһә, елем сәйнәп йөрөйһөгөҙ! Тәмле булһын өсөн аспартам ҡушалар. Ул – бик хәүефле өҫтәмә, организмда ошо ағыулы матдә метанолға әйләнә. Формальдегид тигәне башты ауырттыра, тын алыуы ауырлаша, арығанлыҡ барлыҡҡа килә.