-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
9 Апрель 2021, 11:35

Улым ҡыҙҙар кеүек, тип маҡтанмайыҡсы

Һуңғы статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө Рәсәйҙә яҡынса 42 миллион ғаилә иҫәпләнә, шуларҙың байтағы – тулы булмаған ғаиләләр. 5 миллион 600 мең ғаиләлә – баланы тик әсәй кеше, ә 634 мең 500 ғаиләлә атай кеше яңғыҙы бала тәрбиәләй.

Илебеҙ тарихында үткән ваҡиғалар арҡаһында әсәй тәрбиәһе алған балалар йыш осраған. Шул уҡ граждандар һуғышы, аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы сәбәпле, бала бағыу эше башлыса әсәйҙәр иңендә булды. Был тәрбиәнең «минус»тары тураһында шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа:

Атаһының тәрбиәһен

Күрмәй үҫкән ир бала

Бик йыш ҡына яһил тигән

Яманатлы дан ала.

Ул, ғәҙәттә, тоғро түгел,

Ул, ғәҙәттә, ялағай,

Үҙенән кесе булһа ла –

Көслөләр уға «ағай», – тип яҙһа, Тамара Ғәниева фекеренсә, был йәтим ирҙәрҙең быуыны «хөкүмәт тә, халыҡ та беҙгә тейеш, тип йәшәп үтте».

Хәйер, һуғышта һәләк булған атайһыҙ малайҙар әҙме-күпме булһа ла олатай-өләсәйҙәре яғынан тейешле тәрбиә алды. Бөгөн иһә тулы булмаған ғаиләләрҙә малайҙар, атайҙары иҫән булыуға ҡарамаҫтан, ир-ат тәрбиәһе күрмәй үҫә. Бөгөнгө олатай-өләсәйҙәр бала тәрбиәләүгә әллә ни ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Әсәй кеше яңғыҙы ҡыҙҙарына яҡшы тәрбиә бирә алалыр. Сөнки ул үҙе лә ҡыҙ булған. Бында артыҡ проблема юҡ һымаҡ. Шул уҡ хәл ҡыҙҙарын тәрбиәләгән атайҙар менән. Йыш ҡына улар ҡыҙҙарынан «малай» үҫтерә.

Һәр әсәйҙең үҙ балаһына булған һөйөүе бик көслө. Шунлыҡтан был яратыу йыш ҡына гипертрофик формалар ҡабул итә. Артыҡ ныҡ хәстәрләгәс («йүгермә – ҡолайһың», «улайтма – һин әле бәләкәйһең»), бала хатта ябай ғына нәмәләрҙе үҙ аллы хәл итергә өйрәнмәй үҫә. Бала саҡтан уҡ һәр эште ризалыҡ алмайынса башҡарырға ҡурҡа. Ағасҡа менеп, салбарыңды йырт­һаң, ҡолап, кейемеңде бысратһаң, әсәйеңдән әрләнәсәкһең бит. Тимәк, ҙурай­ғас, ошо малай бар эшкә лә һәләтһеҙ булып сығасаҡ. Ә кеше үҙенең киләсәк тормошонда йыш ҡына ошондай ҡатмарлы һорауҙарҙы тик үҙ белдеге менән хәл итә алһа ғына ысын ир булып китәсәк. Был һәләт уға ғаилә ҡорғанда ла, карьера баҫҡысы буйлап үрләгәндә лә бик кәрәк. Әгәр ул үҙенең позицияһын яҡлай, фекерен төплө дәлилдәр менән нығыта алмаһа, тормошҡа яраҡһыҙ килеп сыға ла.

Бында миҙалдың икенсе яғы ла бар. Ҡайһы бер әсәйҙәр малайҙарын «ирҙәрсә» тәрбиәләй башлай. «Егеттәр иламай», «һин ҙур кеше – үпкәләргә тейеш түгелһең», «көсһөҙҙәргә юл бирергә тейешһең», тигән принциптарҙа тәрбиә алғанғандар артыҡ агрессив, тупаҫ була. Шуға ла уларҙан тыныс холоҡло, иғтибарлы ир-ат килеп сыҡмай. Үҙҙәрен «ысын егет» итеп күрһәтергә маташһалар ҙа, йыш ҡына тупаҫлыҡтары һиҙелә.

Өсөнсөнән, матди яҡтан ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алған әсәйҙәр нишләптер ғаилә диктаторы булып китә. Йәнәһе, «һеҙҙе ас-яланғас итмәҫ өсөн көнө-төнө эшләйем», тимәк, һеҙ мине тыңларға тейешһегеҙ. Был әсәйҙәрҙең балалары менән иркенләп һөйләшергә, аралашырға, проблемалары­ның нескәлектәрен асыҡларға ваҡыты ла, сыҙамы ла юҡ. Улар балаларын үҙенә буй­һондорорға тырыша. Ә малайының ярам­һаҡ, ҡуштан булып үҫеүен күрмәй. Ошо бала киләсәктә үҙенә, ғаиләһенә етерлек аҡса эшләргә лә һәләтһеҙ булып сыға. Хатта аҡсаны хәрәм юл менән табыуҙы хуп күрә башлай. Тағы ла әсәһенән булған үсен үҙенең яратҡан ҡыҙынан (ҡатынынан) йоҙроҡ ярҙамында алыу уның өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк.

Шунлыҡтан мәҡәләмде өс бала әсәһе Светлана Насированың шиғри юлдары менән тамамлағым килә:

Малайың һуғыша, тиҙәр,

Һуғышһын. Ҡаршы торһон.

Һуғышмағас та, нитмәгәс,

Ул ниндәй малай булһын?

Малайҙар һуғыша инде,

Ҡуйығыҙсы, әсәйҙәр.

Балалар өсөн рәнйешеп,

Өҙөлмәһен эскәйҙәр.

Артыҡ тыйнаҡ та булмаһын,

Тыйнаҡһыҙ ҙа булмаһын.

Тәүҙә үҙен яҡлап үҫһен,

Аҙаҡ илен яҡлаһын!

Ир булып үҫһен малайҙар,

Мәүешләнеп тормаһын.

Былай ҙа бит бисә-ирҙәр

Баҫып бара донъяһын!

Фото: mama.ru

Дилара ҒӘБИТОВА,

тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы,

Рәми Ғарипов исемендәге

1-се республикабашҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: