Әле донъяны танып та белмәгән, атай-әсәй ҡосағында иркәләнеп кенә үҫергә тейешле малайҙың ошондай йыртҡыстарса үлтерелеүе бик ҡыҙғаныс. Берәҙәк эттәрҙең күп булыуы, балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә ташланыуы әлеге көндә ҙур проблемаларҙың береһе булып тора. Быны беҙ иҫтән сығармаҫҡа тейешбеҙ.
Азалиә НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Эттәрҙең бит төрлөһө бар. Улар янында үҙеңде тыныс тоторға кәрәк. Урамда берәй эт күрһәң, уны урап үтеүең яҡшыраҡ, һиңә ташланһа, иң мөһиме: ҡурҡыуыңды күрһәтмәҫкә тейешһең.
Эт һиңә кәрәкме, юҡмы? Шуны алдан ныҡлап уйларға кәрәк. Сөнки күп кешеләр уларҙы ала ла, кәрәкмәһә, аҙаштырырға хәл итә һәм шулай итеп, берәҙәк эттәр барлыҡҡа килә. Ә шунда аҙаштырмай, приютҡа урынлаштырырға тейештәр бит. Шулай эшләһәләр, үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла ошондай ҡурҡыныс бәләнән ҡотҡарасаҡтар.
Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.