+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
3 Июнь 2021, 10:58

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та

– Улым ауылдың теге осонан кәләш алғайны, бына хәҙер бер-бер артлы үҫеп килгән 8 – 11 йәштәрҙәге ҡыҙҙары бар. Үҙҙәре ҡалала йәшәй.

Әле каникул башланғас, ейәнсәрҙәремде миңә ҡалдырып киткәйнеләр. Балалар шул тиклем мал ярата ине. Уйнап кинәнделәр. Мал-тыуарҙы үҙ иткәс, ауыл эштәренә өйрәтеүе ауыр түгел, миңә ярҙамсы булырҙар, тип һөйөнгәйнем. Бер көн шулай баҡсала ҡый үләндәрен йолҡорға ҡуш­ҡайным, икенсе өләсәләренә ҡас­ҡандар. Ҡоҙағыйға булған хәлде аңлатып, шылтыраттым әле. Ул да ашатып тамаҡтарын туйҙырғас, эш ҡушҡан. Та­ғы миңә кире ҡайттылар, – тип хәл-әх­үәлен һөйләне урамда осраған Ғәзимә апай.

Был ваҡиғаға ашыу ва­ҡыт үтте. Теге апайҙы йәнә осраттым.

– Ейәнсәрҙәрегеҙҙе ауыл эшенә өйрәттегеҙме? – тип ҡыҙыҡһынам, элекке хәлде иҫләп.

– Юҡ. Бер аҙ оялтып, тағы ла йомош ҡушырға теләгәйнем, тик тыйылдым. Ни өсөнмө? Сөнки балаларҙы көсләп эшкә ҡушырға ярамай, тигән ҡанунды күрһәттеләр. Телевизорҙан бер тапшы­рыуҙы ҡарағайным. Унда бер малай, ми­ңә эш ҡушалар, тип ялыу яҙ­ған да ата-әсәһен хоҡуҡтарынан мәхрүм иткәндәр. Минең менән дә шундай хәл килеп сы­ғыуҙан ҡурҡып, ейәнсәр­ҙәремә себен ҡыуырға ла ҡушмайым. Йоҡоларынан уяныуға карауат янына йылы һөт, ҡаймаҡ, яңы ғына күпереп бешкән икмәк кил­т­ереп ҡуям, – тип тамамланы ул һүҙен.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та...

Юнир САЛАУАТОВ.
Читайте нас: