Буяуҙар, бумала һәм киндер туҡыма алған да төшөрә башлаған. Эргәһенән үтеп барған бөтә йәнлектәр Һуҡыр сысҡандың һүрәт яһауына аптыраған.
– Моғайын, уның һүрәте гүзәл әҫәр булыр, – тигән улар.
Һуҡыр сысҡан бик матур урынды һайлаған һәм шул матурлыҡ картинаһында ла сағылмай ҡалмаған.
Ул эшен тамамлағас, барыһы ла киндерҙә ҡара төҫтәргә тегеләй-былай буялған таптарҙы күргән.
– Ҡот осҡос! – тип үҙ фекерҙәрен белдергән йәнлектәр. – Нимә төшөрҙөң һин? Ҡоро бысратып бөткәнһең бит.
– Мин донъяны шулай күрәм, – тип яуаплаған Һуҡыр сысҡан. – Үҙ фекеремде белдерергә хаҡым барҙыр бит.
Йәнлектәр Һуҡыр сысҡандың яҡты донъяны күрмәүен иҫтән сығарған, күрәһең. Уның өсөн бөтә әйләнә-тирә тик ҡара төҫтәрҙән генә тора шул. Тик тормошта, Һуҡыр сысҡан шикелле, донъяның ҡара яғын ғына күреүселәр ҙә бар, шуныһы ҡыҙғаныс. Мең төҫтәрҙә балҡыған тирә-яғыбыҙҙың матурлығын күреп, һоҡланып йәшәйек. Хатта Һуҡыр сысҡан да бит үҙенең әйләнә-тирәһендәге донъяны һүрәткә төшөргөһө килгән. Уны тәнҡитләп һәм ғәйепләп йәнлектәр дөрөҫ эшләмәгән. Нисәмә йылдар Малевичтың «Ҡара квадрат»ына кешеләр һоҡлана. Сәғәттәр буйы ҡарап, ҡап-ҡара төҫтән генә торған квадраттың ниндәйҙер серен асырға тырыша, мөғжизә эҙләй. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, үҙенсә һығымталар яһай. Тамашасыны шундай уйҙарға һала икән, тимәк, картинаның йәшәргә хаҡы бар. Хатта Һуҡыр сысҡандыҡы ла…
З. МӘҺӘҘИЕВА.