Бөтә эштәрен дә иртәгәгә йә унан һуңғы көндәргә ҡалдырырға ярата. Күп нәмәне ваҡытында башҡармағаны өсөн өйҙә лә, мәктәптә лә, әлбиттә, эләгеп кенә тора. Әммә был «иртәгә»ләр туҡтауһыҙ яуып торған ҡарҙан хасил булған өйөм кеүек ҙурая ғына... Йәйге каникулда ла башҡорт, урыҫ әҙәбиәтенән уҡырға тейешле әҫәрҙәр исемлеген алып ҡайтып һалды ла онотто. Әсәһенең: «Китаптар менән яйлап танышып, «Уҡыу көндәлеге»ңә яҙа бар, бер көндә генә атҡарыласаҡ эш түгел. Йәйҙең көндәре оҙон булһа ла, каникулыңдың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡһың, ә ҡалған эшкә ҡар яуа», – тип иҫенә төшөрөп тороуына: «Өлгөрөрмөн әле», – тип вайымһыҙ ғына яуапланы. Ә апаһының: «Беҙҙең Айрат ҡыҙыл ҡар яуғас ҡына уҡырға тотонасаҡ», – тип төртмә телләнеүен бөтөнләй ишетмәмешкә һалышты.
Ысынлап та, өс айға һуҙылып, оҙон булып, киләһе уҡыу йылы әле генә башланмаҫтай тойолһа ла, күңелле каникул көндәре күҙ асып-йомғансы уҙҙы ла китте. Ә китаптар шул килеш уҡылмай ҡалды. Бының өсөн, әлбиттә, уҡытыусылар ҙа башынан һыйпаманы.
Уңышты сәскәндә – сәғәте, йыйғанда минуты ҡәҙерле икәнлеген белеп, һәр нәмәне ваҡытында эшләргә өйрәнгән әсәһе. Әле лә бер нисә көндән һауа торошоноң боҙолоп, ҡар ҡатыш ямғыр яуыу ихтималлығы тураһында радионан ишеткәс тә, кишер менән сөгөлдөрҙө ер ҡоро ваҡытта алып ҡалыу өсөн балаларын баҡсаға саҡырҙы. Айраттың әйтеп-әйтеп тә һаман компьютерҙан айырыла алмай ултырыуын күреп:
– Улым, әйҙә, уңышты ваҡытында йыйып алып өлгөрәйек. Һуңынан һыуланған йәшелсәне бысраҡ араһынан таҙартып ултырыуы үҙеңә лә имәнес бит. Ҡар яуып, әрәм-шәрәм булыуы ла бар, – тине әсәһе.
– Ялҡыттығыҙ ҙаһа шул ҡарығыҙ менән, – тип ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы малай.
Икенсе көнөнә ҡаҙылмай ҡалған Айраттың өлөшө, билдәле инде, ҡар аҫтында ҡалғайны. Шулай итеп, эштәрен ваҡытында башҡармаған, һәр нәмәгә илке-һалҡы ғына ҡарарға яратҡан үҫмерҙе, күрәһең, тәбиғәт үҙе «тәрбиәләргә» булды.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.