-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
20 Октябрь 2021, 10:05

Ике һепертке

Яңы һепертке бик матур бул­ған: тотҡаһы зәңгәр генә, ә ҡылдары һары төҫкә буялған.

Ике һепертке
Ике һепертке

Хужабикә уны магазиндан алып ҡайтҡас, мөйөшкә, иҫке һепертке янына ҡуйған. Яңыһы тегеһенән ытырғаныбыраҡ ситкә шылған.
– Ҡайһылай йәмһеҙләнеп бөткәнһең. Һине күптән сүп­леккә ырғытырға ваҡыт еткән, – тигән ул.
Хужабикә бер нимә лә өндәшмәгән. Иҫке һеперткенең уға күп йылдар хеҙмәт иткәнен, бөтә мөйөштәрҙән, ярыҡтарҙан сүпте таҙартҡанын, шуға ла ҡылдарының туҙып бөткәнен әйтә алыр ине лә, ниңәлер һүҙһеҙ ҡалыуҙы хуп күргән.
Шулай ҙа ул иҫке һеперткеһен ташламаған. Тышта туп­һаны һеперергә тип, урамға сығарып ҡуйған. Ә был эш бик ауыр булған. Сөнки бөтә бысраҡ тупһала тороп ҡалған. Ләкин иҫке һепертке зарланмаған.
Яңыһы өй эсендәге бүлмәләрҙе таҙартҡан. Әммә тиҙҙән хужабикә бының тотҡаһы ҡыҫ­ҡа булыуын, шул арҡала шкаф артындағы мөйөштәрҙәге сүптәргә буйы етмәгәнлеген той­ған. Ә ҡылдарының артыҡ оҙонлоғо диван аҫтындағы саңдарҙы һеперергә яйһыҙ икәнлеген аңлаған. Шул саҡ хужабикә иҫке һеперткеһен йыуып алып, кире өйөнә индергән.
– Ниңә һине тағы бында ҡуй­ҙылар? Минең менән йәнәш торорға лайыҡ түгелһең. Бүлмәләрҙе тиҙ һәм таҙа итеп йыйыштырам, унан һуң мин һиңә ҡарағанда күпкә матурыраҡ һәм йәшерәкмен, – тигән, тулҡынланып, яңы һепертке.
– Яңы һепертке таҙа йыйыштыра, һүҙең хаҡ, әммә иҫкеһе бөтә мөйөштәрҙе белә, – тигән хужабикә.
Әбейҙең әйткән һүҙҙәренән һуң оҙаҡ уйланып торған яңы һепертке аҙаҡ былай тигән:
– Йәштәр эшләй белһә, ҡарттар бит уларға ярҙам итә ала.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: