Сөнки уның бер күҙе юҡ ине, шуға күрә бигерәк йәмһеҙ һымаҡ тойолдо. Етмәһә, фәҡир генә йәшәнек. Атайымды бөтөнләй иҫләмәйем, ә әсәйемә зәғиф булғас, кем йүнле эш бирһен. Шулай ҙа мин башҡа балаларҙан бер нәмәм менән дә айырылманым: кейергә кейемем дә, бар кәрәкле әйберҙәрем дә булды. Тик бүтәндәрҙең ҡупшы ғына әсәйҙәре янында минеке шөҡәтһеҙерәк күренде. Нисек тә булһа, уны дуҫтарымдың күҙенә салындырмаҫҡа тырыштым.
Бер ваҡыт тотҡан да мәктәпкә килгән: «Улым, һине күргем килде», – тине лә барыһы алдында мине ҡосаҡлап алды. Ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Күҙемә аҡ-ҡара күренмәй ҡайҙалыр тороп саптым. Икенсе көндө миңә барыһы ла бармаҡ менән төртөп күрһәткән кеүек ине: «Ҡарағыҙ әле, анау малайҙың әсәһе йәмһеҙ». Уның һайын ғәзиз кешемде күрә алмай башланым.
Тиҙерәк мәктәпте тамамлап, икенсе ҡалаға китергә ынтылдым. Бөтә тормошомдо үҙгәрткем килде. Һәм шулай булды ла. Белем алдым, һәйбәт эшкә урынлаштым, өйләндем. Сабыйҙарым, йортом, бар нәмәм дә бар. Үҙем менән ғорурлана инем. Тик әсәйем ике ятып бер төшөмә лә инмәне.
Йылдар үткәс, ул үҙе мине эҙләп, йортома килеп инде. Балалар хатта өләсәйҙәре барлығын да белмәй ине. Шуға ла уны күреү менән бер күҙе юҡлыҡтан көлә башланылар. Ә әсәйемә ҡарата булған әллә ҡасанғы үпкәм йәнә уянды. «Мине ҡатыным, балаларым алдында оятҡа ҡалдырырға килгән бит», – тип ҡотороноп, уны ишектән төртөп сығарҙым. Башын аҫҡа эйеп китеп барҙы.
Байтаҡ йылдар уҙҙы. Эшемдә бик ҙур уңыштарға өлгәштем. Мәктәпте тамамлаған сығарылыш уҡыусылары осрашыуына саҡырыу килде. Мин барҙым. Хәҙер нимәнән оялырға, уңышлымын, ғаиләм, донъям – барыһы ла үҙ урынында. Осрашыу күңелле үтте. Кискеһен бала саҡты иҫкә төшөрөп, ҡала буйлап йөрөнөк. Тик үҙем дә һиҙмәҫтән тыуып үҫкән өй янына барып сыҡҡанмын. Элекке күршем күреп ҡалып, әсәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәнен белдерҙе лә ҡулыма бер хат тотторҙо. Әллә ни ҡайғырманым да, хатта ҡағыҙ битен уҡымайынса, йыртып ташларға ла уйлағайным, шулай ҙа күҙ йүгертеп сығырға булдым.
«Һаумы, балам! Барыһы өсөн дә ғәфү ит. Сөнки бәхетле балалыҡ тәьмин итә алманым. Минең өсөн оялып йөрөргә тура килгәне өсөн дә кисер. Рөхсәтһеҙ өйөңә барғаным, балаларыңды ҡурҡытҡаным өсөн дә әрләмә. Һағыныуыма түҙә алмай, иҫән-һау икәнлегеңде белергә генә теләгәйнем. Ҡатының да, сабыйҙарың да бик матурҙар, икеһе лә һиңә оҡшаған, иң мөһиме – сәләмәттәр, ҡәҙерҙәрен генә бел. Улым, бәлки, иҫләмәйһеңдер ҙә, бәләкәй сағыңда бәхетһеҙлеккә тарып, бер күҙеңде юғалттың. Бер минут та уйлап тормай, һиңә үҙемдекен бирҙем. Башҡаса бер генә ярҙамым да теймәне, бөтәһенә лә үҙең ирештең. Мин бар йөрәгем менән яраттым, көнө-төнө бәхетле, оҙон ғүмерле, сәләмәт булыуыңды теләп, Хоҙайҙан һораным. Аллаға шөкөр, шулай булды ла, уңыштарыңа ҡарап һөйөндөм һәм ғорурландым. Шуның менән бәхетле булдым!»
Ҡыҙғаныс һәм ғибрәтле ваҡиға. Тик ни өсөндөр йәшәү бүләк иткән, төн йоҡламай күкрәк һөтө имеҙеп үҫтергән ғәзиздәребеҙ алдында ғүмер буйы бурыслы икәнебеҙҙе онотоп ебәрәбеҙ. Йәш быуын бөтөнләй ата-әсә тигән төшөнсәнең әһәмиәтен аңламай. Иҫтәренә төшә, тик һуң була…