Ә унда бәләкәс кенә, ике-өс йәшлек самаһы бәпәй карауатында тора. Ҡапыл ғына килеп ингән кешеләрҙән дә ҡурҡмай, ике күҙе йылтырап, беҙгә ҡыҙыҡһынып ҡараған була. Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәрен башланы, мин балаҡай янына килдем. Инде йөрәгемдең һыҙлауын, әрнеүен белһәгеҙ икән?! Иҫерек атай ҡанға батып иҙәндә ята, араҡы ҡолона әйләнгән әсәй зар илап, нисек былай килеп сыҡҡанын аңлатырға маташа.
Баланы ҡулыма алып, ипләп кенә таҙа өҫ кейемдәрен йыйҙым. Исеме Гөлнәзирә икән бәләкәстең. Уға ике йәш тә дүрт ай. Тәтелдәп миңә хәбәрен һөйләй, сәсемде һыйпай, алҡаларымды тотоп ҡарай, килештереп иренен супылдатып: «Матул, их, матул», – ти. Теремек кенә бала. Йәлләүҙән күңелем тулып, күҙҙәремә йәш тығылһа ла, бар көсөмдө йыйып, Гөлнәзирәгә матур итеп йылмаям, хәбәр сурытам. Ипләп кенә әсәй кешенән баланың документтарын һорайым. Үҙенең кеше үлтереүен яңы аңлай башлаған ҡатын, йән әсеүе менән ҡысҡырып, беҙгә ташланды: «Бир баламды, бир!!! Бер кемгә лә бирмәйем бынымды, ишетәһегеҙме, бер ҡасан да! Бирегеҙ, зинһар, биреге-е-е-е-ҙ!»
Әллә инде айырылыуҙарын һиҙепмелер, әллә ҡаза булғанын аңлапмы, Гөлнәзирә ике ҡулҡайын әсәһенә һуҙып, илай башланы. Минең дә йөрәк таштан түгел! Егеттәргә документтарын алып сығырға кәрәклеген әйттем дә Гөлнәзирә менән тышҡа атылдыҡ. Йылы машинаға инеп ултырып, әүрәтеп, кеҫәмдән бер тәмлекәс биргәс кенә тынысланғандай булды бала. Документтар ҡулға эләгеү менән беҙ район дауаханаһына юл тоттоҡ. Алыҫ юлда машинала бәүелә торғас, Гөлнәзирә ҡулымда килеш йоҡлап китте. Шулай ҙа бәләкәс кенә кешекәй йоҡо аралаш тертләп-тертләп ҡуя ине. Дауаханала ҡалдырғанда ла уянманы ул. Тик йоҡларға һалғанда ҡулынан берҙе лә тешләнмәгән печеньеһы төшөп, тығырлаған тауыш сығарып, тәгәрәп китте...
Был хәл ныҡ тетрәндерҙе. Ул төндө йоҡлай ҙа алманым. Әлбиттә, Гөлнәзирә урам буйында ҡалманы: әсәһен төрмәгә ултыртҡас та, уға ипле, әҙәпле, тәртипле, үҙен ихлас яратҡан атай менән әсәй таптыҡ. Тик... Бәләнең башы ниҙә, балалар? Ни өсөн кеше эскелеккә һабыша? Уларҙың киләсәген күҙаллауы ауыр түгел, шулаймы? Йә ҡотола, йә артабан түбән тәгәрәй. Ә нилектән башлана ул эскелек? Кем ғәйепле? Беҙ, йәғни психологтар һәм, әлбиттә, хөрмәтле наркологтар, беләбеҙ, кеше иҫерткес эсемлектәрҙе ни тиклем иртә тәмләп ҡарай – шул тиклем тиҙерәк араҡы ҡолона әйләнеүе мөмкин. Йәғни организм үҫешеп тә етмәҫтән ағыулана башлай, шулаймы? Ә араҡы – ағыу, быны бер ҡасан да оноторға ярамай! Күбеһенсә, ата-әсә өлгөһөндә, йәғни ғаиләлә күрә бала эскелекте. Бәләкәй сағынан уның иҫендә нимә ҡала? Бына өҫтәлгә араҡы килеп ултырҙы, шуны өлкәндәр рюмкаларға ҡойоп эсә, аҙаҡ көләләр, йырлайҙар, шашалар, күңел асалар. Баланың зиһенендә был эсемлек һәйбәт тәьҫорат ҡалдыра, сөнки әсәйемдәр ҡыуана, уларға үтә лә күңелле, тип уйлай ул. Үҫә килә араҡы, һыра һәм башҡа төрлө спиртлы эсемлектәр нимә икәнен, һис шикһеҙ, аңлай. Тик мейелә бит бала саҡтағы хәтирә юйылмаған! Ҡыҙыҡһыныу артамы? Әлбиттә! Тәмләп ҡарап, бөтә нескәлектәрен организмы аша үткәреп, башҡаса бер ҡасан да эсмәгән кешеләр бармы? Бар! Ә бына бер тапҡыр эскәндән һуң, бәләкәй генә эскесегә әүерелгәндәр ҙә күп шул! Ни өсөн? Алкоголизм быуындан-быуынға күсә, ошо турала беләһегеҙме? Ни өсөн ололарҙан: «Эй, бынан ни көтмәк кәрәк, ата-әсәһе түгел, биш быуыны эсте, ул да шулай инде», – тигәнде ишетергә тура килә? Быуын һайын кеше организмының спиртлы эсемлектәргә тотороҡлоғо кәмей, быны, зинһар, иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Хроник алкоголизм – ул оҙайлы, прогрессив ауырыу, кешене үлемгә тиклем еткерә. Тағы ла эскелек – ул үҙ-үҙеңде юҡҡа сығарыу процесы. Шуға күрә лә, ҡәҙерле балалар, эскелектән йыраҡ тороғоҙ, йәме. Үҙегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ. Сәләмәт тормош алып барығыҙ, айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.