-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
9 Февраль 2022, 14:15

Ғүмерлек һабаҡ

Тиҫтерҙәрем күп ваҡытын төрлө компьютер уйындары уйнап үткәр­һә, мин буш ваҡытымды китап­ҡа бағышлайым. Бигерәк тә Мос­тай Кәримдең, Динис Бүләковтың малайҙар тураһындағы әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыйым. Әсәйемдән өйрәндем. Уның китап кәштәһендә – күберәк ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларҙың ижад емештәре. Һуңғы арала Таңсулпан Ғарипованың китаптарын уҡый. Егет булараҡ, ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары малайҙар хаҡында, ир-егеттәр тормошо тураһында ҡыҙыҡлы итеп яҙа алмайҙыр кеүек ине. Таңсулпан Ғарипованың «Һабаҡ» хикәйәһе менән танышҡас, был фекеремдең яңылыш икәненә инандым.

Ғүмерлек һабаҡ
Ғүмерлек һабаҡ

 Әйткәндәй, был әҫәрендә ул бөгөнгө йәмғиәттең кире яҡтарын: ғаиләлә бала тәрбиәләүгә иғтибар етмәүе, әсәй кешенең ғаилә башлығы ролен алыуы, эшһеҙлек, ир-егеттәр­ҙең оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына сығып китеүе, кешеләрҙең өйө генә түгел, хатта күңеле лә йоҙаҡ менән бикләнгәнен күрһәтергә тырыша.
Хикәйәлә 12 йәшлек Дим исемле малай атай терәгенә, әсәй наҙына мохтаж булып йәшәй. Татыу ғаилә хаҡында хыяллана. Көндәр буйы йылға буйына барып, торналарҙы күҙәтеп ултыра. Ҡоштарҙың бер-береһенә терәк, бер­ҙәм булыу­ҙарына хайран ҡала. Ысынлап та, һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Минең уйымса, ғаилә – ул йылы усаҡ, ә унда һәр кеше тартыла. Ғаиләләге татыулыҡ ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ бит. Дим дә ошо йылылыҡты, татыулыҡты булдырырға теләй. Ләкин ата-әсәһе айырылыша һәм әсәһе Димде атаһына ҡалдырып сығып китә. Ярай әле янында баҫалҡы, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған Зәйнәп өләсәһе була. Уның аҡыллы, сабыр һәм тыныс холҡо бала йөрәгенә баһалап бөткөһөҙ тәрбиә орлоҡтары сәсә. Өләсәй янында йылы, аштары тәмле, ул һәр саҡ ейәнен ишетә, һөйләшергә ваҡыт таба, арҡаһынан һөйөп ярата, ә атаһы эштән бушамай. Ысынбарлыҡта ла шулай бит, бөгөнгө заманда бала күңеле ҙур бушлыҡ кисерә. Ата-әсәләр балалары менән бик аҙ аралаша, ҡыҙҙар, малай­ҙар тәрбиәне күпселек интернет, телевизор аша ала, тиһәк тә яңы­лыш булмаҫ. Өлкәндәрҙе нисек эш табыу, ғаиләне ашатыу һәм кейендереү кеүек уйҙар борсой, ә ба­лаһы менән аралашыуға, ҡосаҡлап яратыуға ваҡыты юҡ. Һәр кемдең үҙ проб­лемаһы. Берәүҙәр байлыҡ, аҡса туплау менән мәшғүл бул­һа, икенселәре, киреһенсә, тап­ҡан-таянғанын араҡыға алмаштырып, эсеү менән мауыға. Хикәйәлә Гөлирә – тап ана шундайҙарҙың береһе. Араҡы ҡоло булып, хатта бәләкәй балаһының юҡҡа сығыуына ла бошонмай.
Автор хикәйәлә атайҙарҙың тәрбиә эшендә битараф булыу­ҙарына ишара яһай. Уларҙың ролен, йәмғиәттәге бурысын бөгөн ҡатын-ҡыҙ үҙ иңенә алыр­ға мәжбүр. Ә малай өсөн атай тәрбиәһе мөһим. Ул улына ҙур иғтибар бүлергә, балаһы өсөн өлгө булырға тейеш. Тап атай тәрбиәһендә бала аяғына ныҡ баҫып үҫә, унан яҡшылыҡҡа өйрәнә, насарын да үҙләштерә. Атай кеше үҙенең өлгөһө менән улдары һәм ҡыҙҙарының киләсәген, хатта йәмғиәттең киләсәген төҙөй. Димдең атаһы Айрат та улын тәрбиәләү эшен тулыһынса Зәйнәп әбейгә тапшыра. Уның нимә ашауы, кейеүе, хыялдары тураһында ҡыҙыҡһынмай. Тәүге ҡатыны менән айырылышып, икенсегә өйләнгәс, Димдең барлығы хаҡында бөтөнләй онота.
Таңсулпан Ғарипова хикәйәһендә эшһеҙлек проблемаһының бөгөн иң мөһим мәсьә­ләләрҙең береһе булып ҡалыуын күрһәтә. Күптәр юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙенең һайлаған һөнәре буйынса эшләмәй. Улар оҙон аҡса эҙләп, яҡындарынан айырылып, Себер тарафтарына сығып китә һәм шунда һаулығын бөтөрөп, ғү­мер буйы бил бөгә. Беҙҙең ғаиләлә лә шулай, атайым юғары белемле булһа ла, Себерҙә эшләй. Ныҡ ҡыйын ситтә йөрө­гәс. Шуға ла Димдең ниҙәр ки­сергәнен яҡшы аңлайым. Атайымды алыҫҡа эшкә ебәр­гем килмәй, һәр ваҡыт эргәлә генә йөрөүен мин дә теләйем. Лә­кин ауылда эш булмауы ар­ҡаһында ул да ситтә йөрөргә мәжбүр.
Был хикәйә миңә ҙур һабаҡ бирҙе. Ғаиләлә атайҙың роле, уның һүҙе, тәрбиәһе бик мөһим икәнен аңланым. Киләсәктә татыу, дуҫ ғаилә төҙөп, балаларыма терәк, үрнәк булырға тырышасаҡмын. Улар менән буш ваҡытта Тыуған ил, тыуған ер, әхлаҡ темалары тураһында дуҫтарса һөйләшергә кәрәк икәненә төшөндөм, сөнки бала атай һүҙен күңеленә нығыраҡ һеңдерә, уға ышана.

Динияр ВӘЛИЕВ,
VIII cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ҡаратал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: