+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
7 Август 2022, 15:25

Тырнаҡлы, һүрәтле, сәсле йәй

Автобуста китеп барабыҙ. Урын булмау сәбәпле, мин баҫып торам. Эргәмдә дүртенсе-бишенсе синыф тирәһендәге уҡыусы әсәһенең алдына ултырған. Бер заман был ҡыҙ бармаҡтарындағы тырнаҡтарын ала башланы. Иҫем китте. Ошоғаса ҡатын-ҡыҙҙарҙағы был тырнаҡтар үҙҙәренеке, үҫтерелгән, тип уйлай инем. Баҡһаң, улар йәбештерелгән икән дә. Теләһәң – ҡуяһың, теләһәң – алаһың.

Тырнаҡлы, һүрәтле,  сәсле йәй
Тырнаҡлы, һүрәтле, сәсле йәй

Тырнаҡтар

Элек, беҙ йәш саҡта, маникюр залдарында бармаҡтарҙы ла, тырнаҡтарҙы ла матур итеп тәрбиәләп, төрлө лак менән буяп ебәрә торғандар ине. Хәҙер ниндәй генә һүрәт төшөрмәйҙәр, бер тырнағы бер төрлө, икенсеһе йәнә баш­ҡа төҫкә буялғандар ҙа күп. Ныҡ оҙон тырнаҡтар­ҙы күрһәм, шүрәленекенә оҡшатып, ҡурҡып китәм, күҙеңде соҡоп алмаҫ, тимә, тәүбә! Нисек улар менән ҡатын-ҡыҙ ашарға әҙерләйҙер?.. Көнкүрештә лә ҡамасаулай торғандыр бит.
...Яңыраҡ Матбуғат йорто ашханаһына ингәндә бер таныш ҡатын менән бер өҫтәлдә ултырырға тура килде. Әлеге лә баяғы оҙон тырнаҡтарына иғтибар иттем. Хәйер, тырнаҡтарына түгел, ә эс яғына. Улар ҡап-ҡара ине. Аптырап та, сирҡанып та киттем. Нисек була инде был?! Тыштан матур, эстән бысраҡ.
Баяғы автобустағы бәләкәй ҡыҙыҡай­ҙың, өлкәндәргә оҡшарға тырышып, тырнаҡ йәбештереп алыуына ғәжәпләнәһе лә түгел кеүек. Сөнки әсәйҙәре, апайҙары, таныш һәм таныш түгел ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлгөһөнә эйәрә бит улар.
Балаларға насар миҫал күрһәтмәйек әле. Ваҡытынан алда ҙурайырға, өлкәндәр тормошона инергә ашыҡмаһындар ине.
...Мин һәр ваҡыт иң беренсе кешеләр­ҙең ҡулдарына ҡарарға ғәҙәтләнгәнмен. Кейеменә лә түгел, ә ҡулдарына. Улар таҙа, матур икән, күңелдәре лә яҡты, саф, тимәк. Ошо көндәрҙә бер ойошмаға барырға тура килде. Унда ултырған ике ҡатындың бармаҡтарына ҡарап һоҡландым. Икеһенең береһе лә яһалма оҙон тырнаҡтар йәбештермәгән, хатта лак та буямаған. Шундай тәбиғи, таҙа, матур тырнаҡлы ханымдарҙы бер ҙә моданан артта ҡалғандар, тип уйламаным, ә, киреһенсә, заманса, зауыҡ менән үҙҙәрен тәрбиәләгәндәр, тип һоҡландым. Шундайҙар күберәк булһын ине арабыҙҙа!

Йәйге эҫе көндәрҙә урамда йөрөгәндә үҙемде кешеләр тәнендәге һүрәттәр музейында кеүек хис итәм. Аяҡтарында, ҡулдарында, арҡаларында, муйындарында – ҡайҙа ғына төшөрөлмәгән улар. Ябай сәскә күбәләктәрҙән башлап, мифик геройҙар, геометрик фигуралар, ҡатмарлы композициялар, төрлө йәнлек һүрәттәре... һәм башҡалар бар.

Һүрәттәр

Ярай ҙа улар ваҡыт үтеү менән юйылыусы буяуҙар менән яһалған булһа. Ә үҙең менән бергә «ҡартая» торғандары менән нимә эшләргә? Күҙ алдына килтерегеҙ: өләсәй, олатай булған оло йәштәге инәй-бабайҙарҙың тәнендә ошондай һүрәттәрҙе күреүе матур күренешме? Ваҡытлыса, йәшлек мауығыуы менән төшөрөлгән был биҙәктәрҙең һаулыҡ өсөн дә зыяны юҡ түгел. Тату салонында эшләүсе бер оҫтанан хәбәрсе: «Ә һеҙ үҙегеҙҙең балаларығыҙға ошондай һүрәттәрҙе эшләр инегеҙме?» – тип һорағас, ул кире яуап ҡайтарған. Тимәк, был шөғөл менән табыш алыуҙы ғына күҙ уңында тота булып сыға.
Тәндәге һүрәттәрҙең тағы бер мөһим кире яғы бар. Ундай «яҙыулы» кешеләрҙе хөкүмәт органдарындағы яуаплы урындарға эшкә алмайҙар. Минең бер танышымдың улы йыл буйына әҙерләнеп, хыялланған эшенә тәнендәге бер бәләкәй генә һүрәт арҡаһында инә алманы.
Кәүҙәләре төҙ, матур булһа, спорт менән шөғөлләнгән малайҙар һәм ҡыҙҙар­ҙың килешле буй-һындарына ҡарап тороуы – үҙе бер кинәнес. Һүрәтте тәнегеҙгә түгел, ҡағыҙға төшөрөгөҙ.

Алда ике кеше китеп бара. Икеһе лә салбарлы, өҫтәрендә – футболка, аяҡтарында – кроссовки. Үҙҙәре оҙон сәсле. Бәй, әйләнеп ҡарағайнылар, береһе – ҡыҙ, икенсеһе егет булып сыҡты. Егет тигәне сәсен ҡыҫтырғыс менән эләктереп ҡуйған.

Сәстәр

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа япон сәсалғыстары күбәйеп китеү сәбәпле, көслө зат араһында был халыҡтың милли спорт төрө – сумо көрәшселәренеке кеүек сәстәрен түбәләренә төйөп йөрөүселәр артып китте. Ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ үреп ебәреүселәр ҙә осрай. Ике яҡтарынан ҡырып алып, түбәһендәге оҙон сәстәрен бәйләп ҡуйыусылар ҙа бар. Шул да булған матурлыҡ, имеш. Һәр халыҡтың үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, рухыбыҙға хыянат итмәй, әллә ҡайҙан «Беҙ – башҡорт егеттәре!» тип торорлоҡ булһын ине.
Ҡыҙҙарға килгәндә, сәстәрен үреп, толомдарын матур итеп йөрөткән гүзәл заттарҙы күреү хәҙер бик йыш күҙәтелмәй. Ни эшләптер улар бөтәһе лә тиерлек ялпылдатып йөрөтөүҙе ғәҙәт итеп алған. Албаҫты кеүек күрәм шундайҙар­ҙы. Хатта ҡышҡыһын куртка йәки тундарының тышына сығарып ебәрәләр. Шуны матур тип уйлайҙармы икән? Һис тә йәмле күренеш түгел был. Оҙон сәстәрен толомлап үреп ебәрһәләр йәки төрлө причёскалар яһап, йыйып ҡуйһалар, ҡай­һылай ҙа килешер ине. Сәстәрен үргән гүзәл заттарҙы күрһәм, арҡаларынан һөйөп, маҡтау һүҙҙәре әйтеп китәм. Улар быға, һис шикһеҙ, лайыҡ. Сәстәрен йыймай йөрөгән ҡыҙҙарға ялҡаулыҡ та хас­тыр, тип уйлап ҡуям. Сөнки уны тәрбиәләргә, үрергә йә йыйып ҡуйырға ваҡыт та, йыбанмау ҙа кәрәктер ул.
Тағы бер күҙәтеүем хаҡында ла әйтмәй булмай. Экрандарға Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» тигән фильмы сыҡҡандан һуң айырыуса урамдарҙа сәстәрен йәшел, ҡыҙыл, күк төҫтәргә буяп йөрөүселәр күбәйҙе. Бер ҡыҙ хатта йәй­ғор төҫөндә, ете төрлө буяу менән буял­ған сәсе менән кешеләрҙе шаҡ ҡатырмаҡсы иткән, күрәһең. Әммә гүзәл зат­тарҙың матурлығы ҡаштарын һыҙыу­ҙа, керпектәрен оҙонайтыуҙа, сәстәрен буяуҙа, тәндәренә һүрәт төшөрөүҙә, тырнаҡтарын үҫтереүҙә түгел. Тәбиғилеккә бер ни ҙә етмәй. Атай-әсәйегеҙ биргән матурлыҡтың ҡәҙерен белеп, һаулығығыҙҙы һаҡларға тырышығыҙ. Һау-сәләмәт кеше генә матур ҙа, бәхетле лә, уңышлы ла була. Шуны онотмағыҙ.
Йәй ул уҡытыусылар күрмәй әле, тип теләһә нисек иркен йөрөү осоро түгел. Һәр ҡасан да тәбиғәтеңә хыянат итмәй, үҙең булып ҡалырға кәрәк.

З. МӘҺӘҘИЕВА.

Тырнаҡлы, һүрәтле,  сәсле йәй
Тырнаҡлы, һүрәтле,  сәсле йәй
Тырнаҡлы, һүрәтле, сәсле йәй
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: