+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Уҡы, уйлан!
19 Декабрь 2022, 12:30

Балаларға күрергә яҙһын

«Өфөләге бөтә театрҙарҙа ла тиерлек булғаным бар. Атайым һәм әсәйем менән бергә яңы премьераларҙы ҡарап барырға тырышабыҙ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында рәссамдарҙың күргәҙмәләре менән танышыу оҡшаны. Аҙаҡҡы тапҡыр бар­ғанымда Владислав Меостың һүрәттәрен күрҙем.
Милли йәштәр театрындағы мөғжизәләрҙе һөйләп тә, яҙып та аңлатып бөтөрлөк түгел. «Ҡышҡы баҡса»ла әкиәт донъяһы кеүек: бейек ҡаянан шарлауыҡ аға, таштарға бәрелә-бәрелә түбәнгә төшкәс, кескәй шишмә булып ағып китә. Шишмә төбөндә һары, аҡ тәңкәләр ялтырап күренеп ята. Беҙ ҙә, атай, әсәй һәм мин, театрҙың ғүмере оҙон һәм бәхетле булһын, үҙебеҙгә бында тағы килергә яҙһын, тип тинлектәр ташланыҡ. «Ҡышҡы баҡса»ла тағы ла бер нисә ҙур аквариум ҡуйылған. Ундағы ғәжәп матур балыҡтарҙы күреп, һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Ә беҙҙең өсөн, балалар өсөн, ҡасан шундай матур театр бинаһы булыр икән? Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына яңыраҡ премьераға барҙым да ҡыйын булып китте. Театр бер йортҡа төкәтмә итеп кенә эшләнгән. Тамаша залы ҡараңғы. Буфетҡа ингәндә бер бәләкәй генә тәҙрәле бүлмәнең эсенә ҡарағайным, ҡараңғыла теҙелешеп, ҡыҫылып ҡына торған, тыңҡыслап тултырылған ҡурсаҡтарҙы күреп, йәлләп ҡуйҙым. Фойела ла ҡараңғы, һалҡын. Яҡтылыҡ етмәй.
Ә мин балалар өсөн театрҙы, беләһегеҙме, нисек итеп күҙ алдына килтерәм. Ул тыштан уҡ кескәйҙәр яратып уҡыған әкиәт геройҙары менән үҙенә саҡырып торорға, тамаша залы ла шуға ярашлы итеп биҙәлергә тейеш, тип уйлайым. Унда аҙым һайын мөғжизә булһын ине. Ишектәрен асҡанда әкиәт геройҙары: «Рәхим итегеҙ!» – тип саҡырып торһон. Стеналарын да әкиәт донъяһы һымаҡ итеп биҙәргә кәрәк. Килгән һайын килге килеп торһон. Театр менән танышыу бәләкәй саҡтан, ҡурсаҡ театрынан башлана бит. Өлкәндәр балаларға ла шундай бер мөғжизәле һарай, серле әкиәт донъяһы бүләк итһен ине».

Был мәҡәләне мин Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сән­ғәт гимназияһының VI синыфында уҡыған саҡта яҙғанмын. Ул 2003 йылдың 17 апрелендә «Башҡорт­остан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан.
Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыр өсөн 20 йыл ваҡыт кәрәк булдымы икән ни? Әлеге көндә ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереү эштәре бара. Киләһе йыл ноябрь айында асылырға тейеш. Нисек булыр ул? Әкиәт һарайына, мөғжизәле, серле ҡурсаҡтар донъяһына әйләнерме? Театр бинаһын өр-яңынан төҙөр­ҙәрме икән, тип өмөтләнгәйнем дә, ләкин уны төҙөкләндереү менән генә сикләнгәндәр. Шулай ҙа, әйтеүҙәренә ҡарағанда, күпкә уңайлыҡтары яҡшыраҡ, тамаша залы ла ҙурыраҡ, фойеһы ла иркенерәк, тип вәғәҙәләйҙәр.
Ярай, көтәйек, өмөт итәйек. Хәҙер беҙ үҙебеҙ үҫеп, балаларыбыҙҙы алып барабыҙ бит инде театрға. Уларға, исмаһам, мөғжизәләр донъяһын күрергә яҙһын. 1976 йылдан бирле ремонт күрмәгән яңы бинала ике тамаша залы булырға тейеш. Береһе – бәләкәй, икенсеһе – ҙур. Бәләкәй зал ғына ла 135 кескәй тамашасыны һыйҙырасаҡ. Балалар өсөн ижади үҫеш һәм уйын студиялары, кафе, театр музейына ла урын булыр, тип күҙаллана.
Заманында ҡурсаҡ театрының гөрләп торған ваҡыттары булды. Унда бәләкәстәр өсөн генә түгел, ҙурыраҡ уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн дә тәғәйенләнгән спектаклдәр барҙы. Мәҫәлән, бөйөк яҙыусыларҙан Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход», Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр», Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!», Ғәзим Шафиҡовтың «Урал батыр» кеүек билдәле әҫәр­ҙәре сәхнәлә ҡуйылды. Тап шул тамашалар менән театр халыҡ-ара фес­тивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат исемдәрен яуланы.
Үкенес: һуңғы ваҡытта Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙ репертуарына башҡорт яҙыусыларының сәхнә әҫәрҙәрен бөтөнләй тиерлек индермәй. Башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, уны балалар баҡсаларынан, мәктәптәрҙән башларға кәрәк икәнлеген һәр беребеҙ яҡшы аңлай. Баш­ҡорт балалары үҙ телендә тамаша ҡарауҙан мәхрүм булырға тейеш түгел. Тамашасыларҙы йыйып булмай, тип һылтау табырға тырышыу аҡланыу ғына ул. Элек бит спектаклдәр менән башҡорт балалар баҡсаларына ла, мәктәптәргә лә, райондар­ға, ауылдарға сығып та күр­һәтә тор­ғайнылар. Мөхәмәт тауға бармаһа, тау Мөхәмәткә үҙе килә, тиҙәр бит. Сәнғәткә, театрға һөйөү­ҙе бәләкәй­ҙән туған тел аша тәрбиәләүҙә ҡурсаҡ театрының өлөшө ҙур булырға тейеш. Балалар өсөн драматургтар юҡ, тип һылтаныу ҙа сәбәп түгел. Бар улар. Өлкәндәр­ҙән Наил Ғәйетбаев, Сәр­үәр Сурина, Мөҙәрис Багаевтарҙан башҡа бик күп йәштәр ҙә бар. Ниңә «Урал батыр»ҙы балалар ҡарамаҫлыҡмы ни? Уны яңынан ҡуйырға мөмкин. Күпме аҫыл баш­ҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштерергә була. Киләсәктә театр милли репертуарға ла иғтибар итһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: