Республикабыҙҙа балалар өсөн сығарылған берҙән-бер башҡорт гәзите «Йәншишмә»нең тиражы күпме, тип уйлайһығыҙ? Ә һеҙҙең ауылда йәки ҡалала уны нисә кеше алдырып уҡый? Бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә «Башҡортостан пионеры» беҙ бала саҡта тиҫтәләрсә мең тираж менән баҫыла торғайны. Беҙ уны яратып, ярышып уҡыныҡ. Ауылда был гәзитте алдырмаған ғаиләләр (әлбиттә, мин уҡыусы балалары булғандарҙы күҙ уңында тотам) бик һирәк булғандыр.
Атайым мин ижекләп уҡырға өйрәнер-өйрәнмәҫтән «Башҡортостан пионеры»на яҙылды. Фанеранан бысып, гәзитте тегеп барыр өсөн «урын» эшләп бирҙе. Мин уҡып сыҡҡан гәзиттәремде йыйып барҙым. Тәүҙә ҡыҙығыраҡ мәҡәләләрҙе үҙе уҡып ишеттерә торғайны. Ҙурая биргәс, өҫтәлебеҙгә «Пионер» журналы ла өҫтәлде. Шулай итеп, атайым миндә гәзит-журналдарға ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тип уйлайым. Тора-бара шул ҡыҙыҡһыныу һөйөүгә әүерелде. Мин хәҙер ҙә гәзит-журналһыҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
Беҙҙең ауылға почтаны Үрге Ғәленән Вәғиҙә апай ташыны. Ҡупшы ғына кәүҙәле, асыҡ йөҙлө булып һеңеп ҡалған ул минең хәтергә. Шул тиклем итәғәтле, иҫ киткес тырыш булды ул апай. Почта килә ятҡанын иң тәүҙә беҙ, урамда уйнап йөрөгән малайҙар, күреп ҡалабыҙ. Һаҡмар буйлап Ҡурҡыс тауы эргәһенән ауылға боролоуы була, ҡаршы йүгерәбеҙ. Шулай һағынып көтөп алыуыбыҙҙың сәбәбен һәр кем аңлайҙыр: ул беҙгә килгән һайын яңылыҡ, шатлыҡ өләшә, ҡайһы берҙә пенсия, балалар аҡсаһы ла тарата. Шуғыраҡ малайҙарҙың үҙ серҙәре лә булғандыр. Беҙҙең күбебеҙ, танау төптәре кипмәгән малайҙар, йәшереп кенә сит ауыл ҡыҙҙары менән хат та алыша торғайныҡ. Яуап хаттарын әсәйҙәргә эләкмәҫ борон алып ҡалырға ла кәрәк бит әле...
Хәрәмләшкән саҡтар ҙа булғыланы. Үҙеңә килгән хаттың маркаһына почта мисәте эләкмәй ҡалһа, бәхет инде! Шуны тирләй-бешә ҡайсы менән һаҡ ҡына ҡырҡып алаһың да бер тинлек (беҙ уны һалдат конверты тип йөрөтә инек) конвертҡа йәбештереп, кире ебәрәһең. Һиҙгәндер инде Вәғиҙә апай беҙҙең этлектәрҙе, нишләп кенә һиҙмәһен. Сите семәрле марканы нисек кенә тырышһаң да, семәр яһап ҡырҡып булмай бит инде ул. Шуныһы ғәжәп: был хаттарҙың береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай торғайны. Серҙәребеҙ ҙә сиселеп барманы. Шуға ла яратҡанбыҙҙыр инде беҙ Вәғиҙә апай Ыласынованы.
Иҫемдә, башланғыс синыфтарҙа ғына уҡып йөрөй инем, «Башҡортостан пионеры»нда бер ҡыҙҙың, мин биш минутта шунса квадрат метр иҙәнде йыуып сыға алам, тигән бәләкәй генә мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Нишләп сәмемә тейгәндер инде, мин дә, өйҙә бер кем дә юҡ саҡты һайлап, иҙән йыуырға өйрәнә башланым. Йыуып өйрәнәм дә теге ҡыҙҙы ҡыуып үткәс, мәҡәлә яҙып ебәрәм инде, йәнәһе. Теләгең ташып торһа, эшкә өйрәнеү ауыр түгел икән ул! Иҙән йыуырға үҙем көткәндән дә тиҙерәк өйрәндем... Ә бына мәҡәлә яҙылмай ҡалды: «еңеп сыҡҡас», ниңәлер, һүрелдем дә ҡуйҙым. Шулай итеп, Башҡортостан минең шәп «иҙән йыуыусы» икәнемде белмәй ҡалды.
Әммә шул мәҡәләне яҙып ебәргән теге ҡыҙға ла, уны баҫып сығарған «Башҡортостан пионеры»на ла һаман да бик ҙур рәхмәтлемен. Иҙән йыуа белеү миңә артабан интернатта уҡығанда ла, студент саҡта ла бик ярап ҡалды. Хәҙер ҙә юҡ-юҡта иҙән һөртөштөрөп алам.
Бер йылы «Башҡортостан пионеры» гәзит уҡыусылар араһында хикәйәләргә конкурс иғлан итте. Был белдереү мине лә ярһытып ебәрҙе. Тик... нимә тураһында яҙырға? Ауылыбыҙҙа хикәйәлә тасуирларлыҡ ваҡиға ла булғаны юҡ шикелле. Саңғыла йөрөргә, һунарға сығырға әүәҫ булғас, шул теманы һайларға булдым. Ул «хикәйәм» ошо йәшемәсә һүҙмә-һүҙ иҫемдә. «Кисә саңғыла ҡуянға тоҙаҡ ҡороп ҡайтҡайным. Барһам, минең тоҙаҡҡа эләккән ҡуянды Урыҫ Хөрмәттең эте ашаған да киткән», тип башлағайым ул әҫәремде. Күпме уйланһам да, баш ватһам да, хикәйәмдең осона сыға алманым. Шул арала конкурстың ваҡыты ла үтеп китте. Шулай итеп, хикәйә тағы яҙылмай ҡалды. Хәҙер ҙә ҡайһы берҙә төштәремдә шул әҫәремдең осона сығырға маташып ҡарайым. Һаман сыға алмайым...
Мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә таусы һөнәренә уҡыным. Диплом алғас, Амур буйында, Чукоткала, аҙаҡ Баймаҡта алтын йыуҙым. Бөтә ерҙә лә – Мәскәүҙә уҡығанда ла, Чукоткала эшләгәндә лә – башҡорт гәзит-журналдарын алдырып уҡыным. Улар һәр ерҙә миңә юлдаш, серҙәш һәм замандаш булды.
Ошо урында үҙем ғүмер буйы яратып уҡыған «Башҡортостан» гәзите тураһында ла бер нисә һүҙ яҙып үтәйем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, элек-электән был гәзит Бөтә Союз каталогына индерелмәне. Сит өлкәләрҙә уны яҙҙырып алыу мөмкин булманы. Чукоткала эшләп йөрөйөм. «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырабыҙ, «Совет Башҡортостаны»на яҙылып булмай. Бөтә яңылыҡты шунан белеп өйрәнгәс, ҡыйын. Уҡығы килә. Ни эшләргә? Отпускыға ҡайтҡанда Өфөлә Үҙәк почтамтҡа индем. Подписка бүлегендә ҡыуандыра алманылар. Икенсе көн тағы барҙым. Аптыраған бер апай, мине йәлләнеме икән, бер нисә хеҙмәттәше менән кәңәшләште лә:
– Һеҙ ҡайһы райондан?– тип һораны.
– Йылайырҙан.
– Белмәйем. Килеп сығырмы-юҡмы, ошолай эшләп ҡарайыҡ. Һеҙ «Совет Башҡортостаны»н үҙегеҙ йәшәгән Йылайыр районы адресына яҙҙырығыҙ, шунан иртәгә килеп, Чукоткаға күсертерһегеҙ. Яҙылған кешегә ебәрмәҫкә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, – тине.
Шулай эшләнек тә. Хәйлә килеп сыҡты. Ер аяғы, ер башы Чукоткала йәшәп, бер йыл буйы рәхәтләнеп «Совет Башҡортостаны»н уҡып яттыҡ. Гәзиттәрҙе, бер аҙналыҡ һандарын (ул ваҡытта гәзит аҙнаһына биш тапҡыр сыға ине) бергә төрөп, бандероль итеп ебәрә торғайнылар. Почта хеҙмәтенең ул осорҙағы теүәллегенә, аныҡлығына һаман да иҫем китә: бер һаны юғалманы. Гәзиттәрҙе бер аҙнаға ғына һуңлап ала торғайныҡ. Хәҙер Өфөнән Йылайырға ла ҡайһы саҡ бер аҙна килә.
Хәҙер дуҫтарыма: «Совет Башҡортостаны»н Төньяҡ Боҙло океан ярында Аляскаға ҡарап ултырып уҡыған кеше әле мин!» – тип маҡтанып алам.
Мәҡәләмде китапҡа һөйөү тәрбиәһенә бәйләп башлағас, үҙем менән булған бер ваҡиға тураһында ла яҙмай булдыра алмайым. Бәләкәй генә, иғтибарға лайыҡ та булмаған нәмә ул. Ләкин йөрәкте өйкәп тик йөрөй.
Был хәл элегерәк булды. Ҡулыма «Шоңҡар» исемле йәштәр журналы килеп эләкте. Башҡортостанда шундай журнал сыға башлағанын белмәй инем әле. Ул шул тиклем оҡшаны. Бер тынала уҡып сыҡтым да, почтаға йүгереп төшөп, бер йылға яҙылып ҡайттым. Бер йыл тирәһе алдырғас, нишләп бер үҙем генә уҡып ятам әле, йәштәр ҙә белһен, уҡыһын тип, ике ҡарындашымдың мәктәптә уҡып йөрөгән ике ҡыҙына өс айға берәр дана яҙҙырып ҡуйҙым. Уҡырҙар, белерҙәр, бындай ҡыҙыҡлы журнал оҡшамай ҡалмаҫ, артабан үҙҙәре яҙылырҙар, тип уйланым.
– Журнал оҡшаймы? – тип һорайым бер ни тиклем ваҡыт үткәс.
– Иҫ киткес шәп! Талашып уҡыйбыҙ, – булды яуап.
Өс ай үткәс, тағы хәлдәрен белештем. Ҡарындаштарымдың икеһе лә журналға өҫтәп яҙылырға «онотҡан» булып сыҡты. Шунан алып үҙемде теге уҡыусы балалар алдында ла, «Шоңҡар» алдында ла ғәйепле һанап тик йөрөйөм. Яңы һанын ҡулға алған һайын ошо ваҡиға иҫкә төшә. Иҫемә төшә лә йөрәк әрней...
Хәтерегеҙҙәлер, Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндән һуң киң матбуғат саралары Владимир Путиндың «башҡорт телен өйрәнегеҙ» тигән һүҙҙәрен ҡабатлап бер булды. Кем нисек аңлағандыр, мин илебеҙ Президентының был һүҙҙәрен сит ил йәки башҡа милләт кешеләренә түгел, милли республикаларҙа йәшәгән төп халыҡтарға төбәп әйтелгәндер, тип ҡабул иттем. «Үҙ телегеҙҙе, рухи ҡиммәттәрегеҙҙе онотмағыҙ, уны балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ!» – тип әйткәндер, тим. Китап уҡымаған кешелә телгә, халҡына, республикаһына, Ватанына һөйөү уятыу мөмкин түгел. Шуға балаларыбыҙға «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар» журналдарын яҙҙырайыҡ, шулай уҡ «Ауыл уттары», «Йәшлек», «Башҡортостан»дан айырылмайыҡ!
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Йылайыр районы,
Аралбай ауылы.
Фото: rbsmi.ru.