Һәр осорҙоң үҙ ҡыҙыҡһыныуы, тормошҡа ҡарашы була. Бынан ун-ун биш йыллап элек кенә ҡап-ҡара итеп кейенгән, үҙҙәренең ойошмаларын барлыҡҡа килтереп бер төркөм булып йөрөгән йәштәр – готтарҙы ҡала урамдарында күпләп осратырға мөмкин ине. Хәҙерге заман үҫмерҙәре лә үҙҙәрен төрлө яҡлап эҙләй, төрлө образдарҙа, һындарҙа күрә.
Фурри һүҙе инглиз теленән «ҡабарып тора» йәки, икенсе төрлө әйткәндә «йәнлек тиреһе менән ҡапланған» тигәнде аңлата. Сит илдә, атап әйткәндә, АҠШ-та үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында үҫмерҙәр араһында йәнлек, ҡош-ҡорт образдарына кейенеүселәр, уларға оҡшарға тырышыусылар барлыҡҡа килә. Хәҙер инде беҙҙә, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында төлкө, һеләүһен, ҡуян кеүек йән эйәләренең ҡолаҡтарын баштарына кейгән, шундай уҡ ҡойроҡтар ҡуйып йөрөгән йәш быуынды осратырға мөмкин. Төҫ-баштарын үҙгәртеп кенә ҡалмай, улар кеүек ҡыланалар ҙа. Эт-бесәй кеүек телдәре менән ялап һыу эсәләр, ашағанда ҡулдарына аҙыҡты алмайҙар. Шатлыҡ-асыуҙарын да кешесә белдермәйҙәр. Иркәләнһәләр, мырылдайҙар, баштарынан һыйпаталар, асыуланһалар, тешләйҙәр, тырнайҙар. Хәжәттәрен үтәгәндә лә, үкенескә күрә, үҙҙәрен кешесә тотмайҙар. Ҡыуаҡлыҡта, хатта подъезд, лифттарҙа ла башҡарып китеүҙәре хаҡында халыҡ саң ҡаға башланы.
Ошондай уҡ образда икенсе бер төркөм йәш быуын үҙен бөгөнгө көндә һынап ҡарай. Квадробика 7 – 14 йәшлек балаларҙың иғтибарын бер нисә йыл элек үк йәлеп итһә лә, быйыл, көндәр йылытҡас, урамдарҙа уның менән шөғөлләнеүселәрҙе күпләп осратырға мөмкин. Шөғөлләнеүселәр тибеҙ, сөнки ул рәсми булмаған спорт төрө һанала. Төп идеяһы хайуандарҙы ҡабатлауға ҡайтып ҡала. Күптәр эт, бесәй роленә инһә, һирәкләп араларында «айыу», «маймыл»дарҙы ла осратырға була. Улар өсөн һайлаған хайуандың йөҙ һыҙаттарын күрһәткән битлек, бирсәткә-тәпәйҙәр кейеү, ҡойроҡ тағыу мотлаҡ.
Был трендҡа нигеҙ һалыусы булып япон йүгереге Кеничи Ито һанала. Бәләкәс сағында үҙенсәлекле кәүҙә төҙөлөшө өсөн уға иптәштәре «маймыл» тип ҡушамат таға. Тиҙҙән үҙе лә был йәнлектәрҙең тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Тәүҙә – ҡулы менән, ә йөрөү өсөн махсус әйбер эшләп алғас, дүрт аяҡлап йөрөй башлай. Тик оҙаҡҡа түгел. Токио урамдарында уны тәртип һаҡсылары күреп ҡала һәм бер нисә көнгә холҡон төҙәтергә рәшәткә артына ултыртып ҡуялар. Әммә ул бының менән генә туҡталып ҡалмай. Кеничи тиҙҙән тауҙар араһында йәшәй башлай һәм үҙ аллы төрлө күнекмәләр үткәрә. 2008 йылда «кеше-маймыл», дүрт аяҡлап йөҙ метр араны 18,58 секундта йүгереп үтеп, донъя рекордын ҡуя. Гиннесс рекордтар китабына индерелә.
Был «спорт төрөн» АҠШ-тағы фитнес-тренерҙар күтәреп ала һәм үҙҙәрендә лә ҡуллана башлай. Интернетҡа сыҡҡас, билдәле, йәшен тиҙлегендә тарала. Әлеге ваҡытта үҫмерҙәр уның менән өйҙә, спорт майҙарында әүҙем шөғөлләнә. Үҙҙәре менән элекке таныштарын яңынан таныштырыусылар ҙа байтаҡ. Мәләҫән, «Лиана-Рокси. Ҡыҙ. Йәше: ун ике. Бесәйсә: ике йыл». Йәки: «Артур-Реск. Малай. Йәше: ун өс. Этсә: өс йәш».
Териандар йәки териантроптар тигәндәре лә бар. Улар ҙа бынан утыҙ йыл самаһы элек барлыҡҡа килә башлай. Тәбиғәткә яҡындар. Кеше тәненә аҙашып килеп кергән йәнлек, тип һанайҙар үҙҙәрен. Улар араһында иң йыш осрағандары – тотем бүре образына инеүселәр. Буш ваҡыттарында бергә йыйылышып олойҙар, күргән төштәре-һаташыуҙары тураһында һөйләшәләр. Үҙҙәренә генә билдәле йолаларҙы башҡаралар.
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең был мауығыуҙары, әлбиттә, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы, психологтарҙы ла һиҫкәндермәй ҡалмай. Үрҙә һаналған өс йүнәлеш тураһында уларҙың фекерҙәрен интернет селтәрендә йыш осратырға була.
«Микки Маус» кеүек йәнһүрәттәр телевидениела күрһәтелә башлағас, күп ҡыҙҙар уларҙың ҡолағы формаһында тегелгән сәс биҙәүестәре таҡты, кейемдәренә оҡшаш итәктәр кейҙе. Бында беҙ бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәнек. Йәнә теге йәки был байрамдарҙа малайҙар һәм ҡыҙҙар ниндәйҙер йәнлек образында костюмдар, битлектәр кейеп, улар булып уйнап, шиғырҙар һөйләй икән, был уларҙың һәләте үҫешен күрһәтә. Тик һуңғы ваҡытта сәхнә менән көндәлек тормошто бутаусылар ҙа табылыуын күрергә тура килә. Ни өсөн үҫмерҙәрҙең ҡайһы берҙәре сәсен йәшел йәки сылт ҡыҙыл төҫкә буяй? Берәүҙәр юйылмай торған татуировка эшләтәм тип ата-әсәһе менән һүҙгә килешә. Өсөнсөһө үҙен йәнлек образында күрә башлай... Башҡаларҙан айырылып торорға тырышыуҙың төп сәбәбе – яҡындарының иғтибары, күңел йылыһы етмәү. Иң тәү сиратта йәш быуын менән уртаҡ тел табырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары, алдағы тормошҡа маҡсаттары тураһында һорашырға, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә көнөнә бер нисә минут ваҡыт табырға кәрәк, тип кәңәш итә психологтар.
Атай-әсәйҙәрҙең был осраҡта фекерҙәре бер нисә төргә бүленә. Кемдер, юҡ-бар менән булышырға ваҡыттары күп, тип хәҙерге йәш быуындың ялҡау булыуҙарына төрттөрә. «Элек беҙ гектарлап сөгөлдөр утаныҡ. Ҡул менән бесән сабып йыйҙыҡ. Йылғанан һыу ташып кер йыуҙыҡ. Ҡамыр аштары ашағы килһә, үҙебеҙгә бешерергә, рецептар йыйырға тура килде. Көнө буйы эш менән булып әлһерәп телде арҡыры тешләгәнсе арытһа, бындай нәмәләр менән баш ҡатырырға тура килмәй ине», – тиҙәр ҡайһы берәүҙәр. Икенселәре: «Күптәребеҙ эмо, готтар булып йөрөгәнде оноттоҡмо ни?! Хәҙерге йәштәр ҙә уйнап туйғас, туҡтар әле», – ти.
Мәшһүр «Урал батыр» эпосында «Кеше булһын затығыҙ!» тиелә һәм был башҡорт халыҡ ижады әҫәренең төп идеяһы булып ҡала. Боронғоларҙың әйткәненә бөгөн дә ҡолаҡ һалһаҡ ине. Туҙға яҙмаған трендтар артынан эйәргәнсе, үҙебеҙҙә кешелеклелек сифаттарын үҫтерәйек, асылыбыҙға тоғро ҡалайыҡ. Был тормошта һәр кемдең, һәр нәмәнең үҙ урыны бар икәнен онотмайыҡ.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.