+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа барырға? Журналистикағамы, африканистикағамы?

Республика уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссиялары эшләй башланы. Мәктәпте һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 12 дәүләт һәм 4 дәүләт ҡарамағында булмаған юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы ишектәрен асты. Уҡырға инеү шарттары буйынса, документтарҙы тапшырғанда Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен көтөү мотлаҡ түгел. Буласаҡ студенттар уҡырға инеү өсөн тейешле документтарын 5 төрлө уҡыу йортона һәм 3 һөнәр буйынса бирә ала.Быйыл республика юғары уҡыу йорттарына ҡаҙна нигеҙендә 8 мең 326 студент ҡабул ителәсәк: бакалаврға – 5024, магистратураға – 3090, белгеслектәргә – 212 кеше.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 640-тан ашыу студент уҡый, 40-тан ашыу фән докторы, фән кандидаттары эшләй. Барлығы 17 милләт вәкиле белем ала. Рәсәй халыҡтары теле һәм әҙәбиәтенән докторлыҡ һәм кандидатлыҡ яҡлау буйынса махсус совет ойошторолған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса аспирантура ла бар. Ә факультетты филология фәндәре докторы, профессор Риф Барый улы Әхмәҙиев етәкләй.
– «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тәржемә эше», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр» йүнәлештәре буйынса элегерәк 10-ар студент ҡабул итә инек, хәҙер ҡаҙна урындары кәмеберәк китте, 7-шәр урын бирелә. Быйыл «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте» белгеслегенә көндөҙгө бүлеккә абитуриенттар бөтөнләй йыйылмай, ситтән тороп ҡына уҡырға мөмкин.
Журналистика бүлегендә ҡаҙна урындары юҡ. Шуға ауылдан килеүселәр бик һирәк. Был уҡыу йылынан башҡорт бүлегенә тағы бер йүнәлеш асырға булдыҡ. Ул «Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, матбуғат саралары» тип атала. Тик бер күңел­һеҙерәк яғы бар, унда ла уҡыу түләүле.
Беҙҙең «Ғәмәли филология» тигән бүлек түләүле булһа ла, конкурс бик ҙур. Ул эске туризм өлкәһендә филологик тәьминәт тип йөрөтөлә.
Быйылдан бер яңылығыбыҙ ҙа бар. «Педагогик белем биреү» йүнәлеше буйынса ҡаҙна иҫәбенә айырым төркөм йыйыла. Барлығы 10 урын ҡаралған.
Әлеге белгеслектәр буйынса һынауҙарға килгәндә, беҙ әлегә тиклем урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән ике БДИ һөҙөмтәһен ҡарай инек. Ә өсөнсө – эске имтиханды абитуриенттар документ тапшырғас, бында бирә торғайны. Педагогик белем биреү буйынса хәл икенсерәк. Унда урыҫ әҙәбиәте урынына йәмғиәтте өйрәнеүҙән БДИ һөҙөмтәһе ҡабул ителә. Өсөнсөһөндә үҙебеҙҙә профессиональ һынау, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест үткәрелә.
Йыл һайын үҙгәрештәр, яңылыҡтар булып тора. Биш-алты йыл элек африканистика һәм көнсығыш телдәрен (Африка һәм Азия илдәренең телдәре) өйрәнеү бүлеген асҡайныҡ. Унда инде ҡытай, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен өйрәнәләр, улар өсөн айырым уҡыу планы ла төҙөлгән. Шулай яҡшыраҡ та инде. Үҙебеҙҙең баш­ҡорт телен дә онотмайбыҙ. Был бүлек студенттары ла башҡорт әҙәбиәтен өйрәнә. Классик университеттарҙа булған фәндәрҙең барыһын да уҡытырға тырышабыҙ. Ҡытайҙың өс университеты менән килешеү төҙөлгән, йәғни дүрт йыл уҡыу дәүеренең бер йылында унда барып стажировка үтергә мөмкин. Бында уҡырға йыйынһағыҙ, урыҫ теле, география, тарих фәндәренән БДИ һөҙөмтәләре буйынса конкурс ойошторола. Әйткәндәй, теләүселәр күп кенә. Үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан һәм Молдованан да киләләр.
Уҡыусылар өсөн дә йыл һайын яҙғыһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле буйынса дистанцион олимпиадалар ойошторабыҙ. Унда ҡатнашып, I урын яулағандарға – 5, ҡатнашҡандарға 1 балл бирелә. Был сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн бик һәйбәт, уҡырға ингәндә иҫәпкә алына, – ти факультеттың деканы.
Уҡыу, үҙеңде үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Студенттарға ятаҡтан урын бирелә. Илшат Янбаев етәкселегендә «Шоңҡар» түңәрәге эшләй, студенттар тырышлығында «Ауаз», «Репост», электрон гәзиттәр сығарыла. Һәйбәт уҡығандар Мостай Кәрим фондының грантын ала. Мостай Кәрим, Аҡмулла, Жәлил Кейекбаев, Зөбәй Үтәғолов һәм башҡа исемле махсус стипендиялар ҙа бар. Һәйбәт уҡыған иң-иң студенттар ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә.
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаусылар ҡайһы өлкәләрҙә генә эшләмәй! Ғилми учреждениеларҙа, дәүләт, муниципиаль органдарҙа ла хеҙмәт итеүселәр бар. Риф Барый улы әйтеүенсә, тик уҡытыу­сылыҡ эше генә икенсе планға күсеп бара. Шуға тиҙҙән «башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте» белгеслектәре буйынса уҡытыусылар әҙерләүгә күп иғтибар бүлә башлаясаҡтар, дипломдарына ла «уҡытыусы-белгес» тигән квалификация ҡуйыласаҡ.
Факультетта уҡыу ике баҫҡыслы система – бакалавриат һәм магис­тратура буйынса алып барыла. Теләүселәр аспиратурала белем алыуын дауам итә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: