+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Мин – баш­ҡорт филологияһы факультеты студентымын, һеҙҙе лә үҙебеҙҙең студент тормошо менән таныштырып үткем килә.

Беҙҙең ҙур, берҙәм факультетта башҡорт рухлы, йыр-моңға, бейеүгә әүәҫ, фәнде үҙ итеүсе, спортты, ижадты һөйөүсе – бар яҡтан да һәләтле йәштәр уҡый. Улар араһында төрлө өлкәләрҙә республика кимәлендә генә түгел, Бөтә Рәсәй буйынса бәйге-ярыштарҙа еңеүҙәргә өлгәшкәндәр бихисап. Алдынғы студенттарыбыҙ менән һеҙҙе лә таныштырып китәйем әле.

Әлиә ШИҺАПОВА, IV курс студенткаһы:

– Был уҡыу йортона һигеҙенсе синыфтан уҡырға инергә хыялландым. Теләгем тормошҡа ашҡандың беренсе көнөндә, Белем көнөндә, факультетыбыҙ исеменән сығыш яһаным. Ошонан башлап һәр бер сарала ҡатнашам, шиғырҙар һөйләргә яратам. Беренсе курста «Студент көҙө – 2017» фестивалендә көсөмдө һынап, «Нәфис һүҙ» номинацияһында I урын яулағас, йыл да студенттарҙы әҙерләп, номерҙар ҡуя башланым. Әлегәсә тиклем улар гел дә алдынғы урындар алып килә.

Бында уҡырға ингәс, Розалиә Солтангәрәева етәкләгән «Сәсәндәр мәктәбе»нә һәм «Тул­ҡын» әҙәби берекмәһенә яҙылдым. Беҙ төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ, шулай уҡ университет үткәргән сараларҙа сығыш яһайбыҙ.

Дүрт йыл уҡыу йылында мин үҙемде бар яҡтан астым, һәләттәремде камиллаштырҙым, бик күп еңеүҙәр яуланым. Әлбиттә, был эштә миңә факультетыбыҙҙың уҡытыусылары, талантлы студенттары ярҙам итте.

Студент тормошо – иң шәп саҡ, тип остаздарыбыҙ юҡҡа әйтмәйҙер. Университет, факультет биргән мөмкинлектәр менән файҙаланып, үҙебеҙҙе юғары шәхес булараҡ формалаштырып, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә тырышабыҙ.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА, II курс студенткаһы:

– Мин бында үҙемә яңы дуҫтар табып, тиҙ генә өйрәнеп киттем һәм килгәнемә һис тә үкенмәйем. Ғөмүмән, студент тормошом йәнле, ҡыҙыҡлы башланды. Уҡырға килгәс тә, үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, күп конкурс, сараларҙа ҡатнашып торам. Бигерәк тә ижад һәм сәнғәт өлкәһен яҡын күрәм, шуға ошо йүнәлештәге түңә­рәктәргә яҙылып, тырышып шөғөлләнәм. Күп бәйгеләрҙә еңеүҙәр яуланым. Ә шулай ҙа иң уңышлыһы «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Ҡазан ҡалаһында сығыш яһау булған­дыр. Шулай уҡ мин «Ҡорос» халыҡ театрында ла шөғөлләнергә өлгөрәм.

Башҡорт филологияһы факультеты – ул ҙур, берҙәм, татыу ғаилә. Үҙ телен, илен, мәҙәниәтен өйрәнеүгә битараф булмаған, изге йәнле, аҡыллы, тырыш студенттар тап ошонда йыйылған.

Динара ҒӘЛЛӘМОВА, II курс студенткаһы:

– БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты булыуыма сикһеҙ шатмын. Сөнки был уҡыу йорто, был факультет бар яҡлап та үҫешергә, үҙеңде һынап ҡарарға ла ҙур мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, үҙемдән сығып әйткәндә, бында уҡый башлағас, креатив төркөм етәксеһе вазифаһын баш­ҡара башланым. Сәнғәткә, ижадҡа ғашиҡ һәләтле студенттар менән эш итеүем мине тағы ла бейегерәк үрҙәргә ҡанатландырҙы. Беҙ улар менән бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ.

Дуҫтарым, әгәр беҙҙең студенттар сафына баҫырға теләһәгеҙ, һеҙҙе уҡыу йортобоҙ ҡолас йәйеп ҡаршы алыр. Әйтергә кәрәк, киләһе уҡыу йылынан факультетыбыҙҙа яңы йүнәлештәр асыла. Хәҙер баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса ғына түгел, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү һәм башланғыс синыфтар уҡытыу­сыһы бүлегенә студенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Һеҙҙе үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,

БДПУ студенткаһы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: