+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Абитуриентҡа ярҙамға

Киләсәккә һөнәр һайлау. Сығарылыш синыфы уҡыусылары араһын­да, документтарымды ниндәй юғары уҡыу йортона, ҡайһы факультетҡа тапшырайым икән, тип уйланыусылар ҙа барҙыр, моғайын.

Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға

Әммә VII – VIII синыфтарҙа уҡығанда уҡ үҙенең ниндәй фәнгә, ниндәй өлкәлә һәләте барлығын самалап, мәктәп йылдарынан уҡ ҡайҙа уҡырға барырын күҙаллап ҡуйыусылар ҙа күп. Араларында үҙҙәре һайлаған юғары уҡыу йорттарының ҡайһыһына барһам, яҡшыраҡ булыр, тип йөрөүселәр ҙә етерлек. Эйе, ысынлап та, хәҙерге заманда тырыштар юғары синыфтарҙа уҡығанда уҡ төрлө вуздар үткәргән, федераль исемлеккә ингән предмет олимпиадаларында ҡатнашып, еңеүсе була йәки призлы урын яулай ҙа үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса уҡырға ингәндә өҫтөнлөк менән фай­ҙалана.
Быйыл республика университеттары һәм институттары абитуриенттар өсөн 13 мең 500 тирәһе ҡаҙна урыны бүлгән. Бында бакалавриат, магистратура һәм специалитет – барыһы ла инә. Инженер һәм педагог һөнәр­ҙәренә түләүһеҙ урындар күберәк бүленгән. Ә документтарҙы ете йүнәлеш буйынса тапшырырға мөмкин.

ӨДАУ

Өфө дәүләт авиация университетына ҡаҙна урынына 2 мең студент ҡабул ителәсәк, шуларҙың 600-ҙән ашыуы – информацион технологиялар йүнәлештәре буйынса. Бында киләсәк һөнәрҙәрен үҙләштерергә мөмкин. Йыл һайын яңы бүлектәр асыла. Мәҫәлән, пилотһыҙ техниканы проекторлаусы, системалы экологик мәсьәләләр буйынса белгес... Һәләтле абитуриенттарҙы һәр ҡайҙа көтөп алалар. Авиация университетында ла федераль исемлеккә ингән олимпиада еңеүселәре I курста тәүге семестрҙа ай һайын 50 мең һум стипендия аласаҡ. Түләүле бүлеккә ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханын һәйбәт тапшырған уҡыусыларға дөйөм балдары 241 – 249 булһа, 30 процент ташла­ма ҡаралған. 221 – 240 балға – 10, 190 – 220 балға 5 процент ташлама яһала.
Ҡабул итеү кампанияһы 25 июлдә тамамлана­саҡ. Ҡабул итеү комиссияһы эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Адресы: Карл Маркс урамы, 12-се йорт, 8-се корпус, 109-сы аудитория. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки авиация университетының сайтында шәхси кабинет аша дистанцион рәүештә ебәрергә лә була.
Өфө дәүләт авиация университетын һайлаусы абитуриенттарға 3 авгусҡа тиклем документтарының төп нөсхәләрен унда алып барып тапшырырға кәрәк.


БДУ

Башҡорт дәүләт университетының ҡабул итеү комиссияһы эш көндәрендә – иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ә шәмбе көндөҙгө 1-гә тиклем эшләй. Унда быйыл бакалавриатҡа – 7, магистратураға 19 яңы йүнәлеш асылған. Яңы белгеслектәр менән https://pk.bash­edu.ru/bakalavriatspecialitet һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Документтарҙы интернет аша – Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм уҡыу йортоноң сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә була. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса уртаса балл 80 һәм унан юғары икән, түләүле уҡыуға ингәндә 15 процент ташлама була. Бында документтарҙы 27 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Ҡабул итеү комиссияһының адресы: Зәки Вәлиди урамы, 32-се йорт, төп корпус.


ӨДНТУ

Өфө дәүләт нефть-техник университетында ла яңы уҡыу йылында яңы бүлектәр һәм йүнәлештәр асыла. Проректор Александр Могучев белдереүенсә, бөгөн һанлы иҡтисад, яһалма интеллект мәғариф системаһына ла йоғонто яһай, шуға ла уҡыу программалары цифрлы йүнәлештәргә яраҡлаштырыла.
Бында быйыл 3 мең 500 ҡаҙна урыны бар. Әйткәндәй, Өфө дәүләт нефть-техник университетына 2021 йылдан башлап математика, физика, химиянан ғына түгел, биология, география, инглиз теленән дә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән уҡырға инергә мөмкин.
Ҡабул итеү комиссияһы иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем эшләй. 1-ҙән 2-гә тиклем – төшкө аш мәле. Адресы: 1 Май урамы, 14, 8-се корпус. Элекке Орджоникидзе һарайы. Телефон – 8 (347) 242-08-59.


БДПУ

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ла документтарҙы интернет аша ебәрергә мөмкин. Үҙегеҙ алып барырға теләһәгеҙ, ҡабул итеү комиссияһының адресы – Октябрь Революцияһы урамы, 3а. Быйыл 1 мең 765 ҡаҙна урыны бүленгән, унда эләгеү өсөн документтарығыҙҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға кәрәк. Түләүле бүлеккә инеү өсөн ғаризалар 12 авгусҡаса ҡабул ителә.


БДАУ

Башҡорт дәүләт аграр университетына инергә теләй­һегеҙме? Унда яңы уҡыу йылында бакалавриатҡа һәм магистратураға 344-әр ҡаҙна урыны бүленгән. Ҡабул итеү комиссияһы адресы: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34-се йорт, 155-се, 159-сы бүлмәләр. Иртәнге 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләйҙәр. Төшкө аш мәлендә – тәнәфес. Был юғары уҡыу йортона ҡабул итеүҙең дә үҙ нескәлектәре бар. Тулыраҡ мәғлүмәтте университет сайтында https://www.bsau.ru/ табырға мөмкин. Белешмә өсөн телефондары – 8(937)340-45-00, +7(347)216-46-42.


БДМУ

Башҡорт дәүләт медицина университеты ла үҙенә һәләтле абитуриенттарҙы ылыҡтырырға әҙер. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә тәүге курста 50 мең һум стипендия түләнәсәк. Призлы урын алыусыларға иһә – 30 мең һум. Шулай уҡ химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусылар айына 15 мең һум стипендия аласаҡ, урыҫ теле һәм биологиянан 100 балл алыусыларға иһә – 10 мең һум.
БДМУ-ға Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инергә теләүселәр документта­рын 25 июлгә тиклем тапшырырға тейеш. Ә ҡабул итеү һынауҙары буйынса инеүселәрҙең документтары 11 июлгә тиклем ҡабул ителә. 13 – 22 июль университет үҙ аллы имтихандар үткәрәсәк. Ҡабул итеү комиссияһы адресы – Зәки Вәлиди урамы, 47, 2-се корпус. Документтарҙы шулай уҡ интернет аша йәки почта менән дә ебәреп була. Бөтә мәғлүмәт – http://priem.bashgmu.ru/ сайтында.
Ҡабул итеү комиссияһына барғанда паспорт, аттестат, 3х4 сантиметр ҙурлығындағы ике фото, шәхси ҡаҙаныштар тупланған папка, уҡырға ҡабул ителеү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза. Ҡаҙна урынына дәғүә итһәгеҙ, СНИЛС һәм ИНН да үҙегеҙ менән булһын.
Әйткәндәй, Республика менән идара итеү үҙәге IX, XI синыф уҡыусылары араһында онлайн-һораулама үткәргән һәм шуныһы асыҡланған: документ тапшыр­ғанда абитуриенттарға юғары уҡыу йортонда ҡаҙна урындарының күпме булыуы (46 процент), һайлаған белгеслек буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы балдарының суммаһы (31 процент), атай-әсәйҙәрҙең кәңәштәре (21) йоғонто яһай икән.
Шулай уҡ абитуриенттарҙың күбеһенең медицина өлкәһен һайлауы билдәле булған. Техник фәндәр һәм информацион технологияларға ла ҡыҙыҡһыныу ҙур икән.
Яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә теләгән уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләйбеҙ. Уңыштар һеҙгә!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға
Абитуриентҡа ярҙамға
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: