-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан һөнәреңде һайла

Абитуриенттар өсөн иң яуаплы осор. Алдағы тормош юлын һайлау мәле. Яңылышмаҫҡа, хыялдарыңа, булмышыңа хыянат итмәҫкә кәрәк.

Яратҡан һөнәреңде һайла
Яратҡан һөнәреңде һайла
  Илдә ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы сервис аша абитуриенттар 2 миллиондан ашыу ғариза биргән дә инде.
Бындай ысул менән юғары уҡыу йортона документтар тапшырыу күпкә еңелерәк һәм ваҡытты ла алмай. Ғаризаны бер юлы биш вузға биш йәки кәмерәк белгеслеккә тапшырырға мөмкин. Иғтибарлы булып, даими тикшереп тороғоҙ: шәхси кабинетығыҙға кураторҙан яуап, белдереүҙәр киләсәк. Уҡымай үткәреп ебәрмәгеҙ. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул итеү һынауҙарына ла яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ маҡсатлы уҡыуға ғариза биреп, буласаҡ эш биреүсе менән килешеү төҙөргә була. Быйыл бындай урындар былтырғы менән сағыштырғанда 6 процентҡа күберәк.

Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша биреүҙең уңайлы яҡтары бар, әлбиттә. Документтарыңдың әллә нисә экземплярын эшләү кәрәкмәй. Скан йәки сифатлы фотоларын генә теркәйһең. Төп нөсхәне алып барыу ҙа талап ителмәй, тик сервиста “төп нөсхә” тип билдәләү етә. Конкурс исемлектәрен дә күҙәтеп барырға була. Һайлаған уҡыу йорттары төрлө ҡалаларҙа булһа, ваҡытың, аҡсаң сарыф ителмәй инде. Әммә шулай ҙа, башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, тип тә әйтәләр бит әле. Интернет интернет инде, сервис ҡайһы бер мәлдәрҙә эшләмәй ҡуйһа? Шуға абитуриенттар араһында документтарын үҙҙәре һайлаған уҡыу йортона ҡабул итеү комиссияһына үҙ ҡулдары менән алып барып тапшырыусылар ҙа күп. Ә инде берәй һорау, аңлашмаусанлыҡ килеп тыуһа, “онлайн уҡырға ин” сервисының тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8-800-100-20-17 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.

Башҡортостанда 18 юғары уҡыу йорто һәм уларҙың филиалдары эшләй. 92 урта һөнәри белем биреү йорто 136 йүнәлеш буйынса белем бирә.
Республиканың юғары уҡыу йорттарына быйыл 14 меңдән ашыу студент ҡабул итәләр. Ә урта һөнәри белем биреү учреждениеларына – 22 меңдән ашыу. Документтарҙы юғары уҡыу йорттарына – 25 июлгә, колледждарға 15 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, ә ижади һәм физик әҙерлек буйынса буйынса һынау үтергә кәрәк икән – 10 авгусҡа тиклем. Документтарҙың төп нөсхәһе 28 июлдән 3 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Абитуриенттар өсөн иң яуаплы осор. Алдағы тормош юлыңды һайлау мәле. Яңылышмаҫҡа, хыялдарыңа, булмышыңа хыянат итмәҫкә кәрәк. Кемдер бала саҡтан уйында йөрөткән йүнәлеш буйынса уҡырға инеп, яратҡан һөнәрен үҙләштереп, бәхетле була. Икенселәр әлеге осорҙа илдә иң кәрәкле тип һаналған белгеслектәрҙең береһен һайлап, уңышҡа өлгәшә. Алған дипломдары буйынса эшләмәгән йәштәр ҙә байтаҡ. Һөнәрҙе ныҡлап уйлап һайлағыҙ, дуҫтар!

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлаған Ғайсар Мөхәмәтйәновтан ҡайһы уҡыу йортон һайлауы тураһында һораштыҡ.
– Математика фәне буйынса бик күп олимпиадаларҙа ҡатнаштым, "Изумруд" халыҡ-ара олимпиадаһында еңеүсе булдым. Был миңә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк – имтиханһыҙ инеү мөмкинлеген бирә. Иң оҡшаған фәндәрем – математика һәм информатика. Шуға ла Мәскәүҙәге "НИТУ МИСИС" тигән уҡыу йортон һайланым, сөнки унда был фәндәрҙән тәрән уҡыталар. Варианттар күп булғас, уҡыу йортон һайлауы ҡыйын булды. Бар яҡлап үлсәп, ошо университетты һайларға тура килде. Алдағы 4 йылда университетта уҡыу онотмаҫлыҡ булыр, тип өмөтләнәм.
– Ғайсар, һин бит сәнғәтте лә яратаһың. “Йөрәк һүҙе”ндә лә ҡатнашҡайның…
– Эйе, сәнғәт – һәр ваҡыт минең күңелемдә. Буш ваҡыттарымда күп шиғырҙар уҡыйым, йырлайым, баянда уйнайым. Был шөғөлдәрем миңә башҡа эштәрҙән ял итергә ярҙам итә.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамлаған Сара Истәкова менән һөйләшәбеҙ.
– Өфөгә VIII синыфҡа уҡырға килгәйнем. Гуманитар фәндәргә өҫтөнлөк бирәм. Шуға инглиз теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлап, Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балдарға тапшырҙым. Ике йыл рәттән башҡорт теле буйынса төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнаштым. Былтыр ҙур тәжрибә туплаһам, быйыл иһә маҡсатлы рәүештә ныҡлап әҙерләнеп, еңеүсе булдым. Был иһә миңә ошо йүнәлеш буйынса конкурсһыҙ уҡырға инеүгә юл асты. Өфө фән һәм технологиялар университетын һайланым. Унда туған телебеҙҙән тыш сит телдәрҙе лә төплө өйрәнеү мөмкинлеге бар. Мин башҡорт-ҡытай бүлеген һайланым. Башҡорт теленән төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһы буласаҡ абитуриенттарға ҙур мөмкинселектәр бирә. Беренсенән, I курста студент йыл дауамында юғары стипендия аласаҡ. Икенсенән, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта йәшәйһең. Тыуған гимназиямдың етәкселегенә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерергә теләйем. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышеваға рәхмәтем ҙур. Сөнки мине һәр ваҡыт дәртләндереп торҙо. Олимпиадаға ла ул әҙерләне, – ти ҡыҙ. Бына бит мәктәп йылдарында төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашыу, маҡсатлы әҙерләнеп еңеү ниндәй һөҙөмтәләргә килтерә. Тырыш ҡына.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол Айгиз Хәкимов физиканан Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса 90 балл йыйған. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. Документтарын информатика, иҫәпләү техникаһы, инженерлыҡ йүнәлештәре буйынса тапшырған.
– 13 уҡыусы физиканан имтихан тапшырғайны. Айлина Акиева 100 балл алды. Барыһы ла Башҡортостанда белем алырға теләй, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша тәжрибәле педагог Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова. Бик һәйбәт, һәләтле йәштәребеҙ республикабыҙға ла бик кәрәк.
Абитуриенттарға теләгән уҡыу йорттарына инеүҙәрен, күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәренә эйә булыуҙарын теләйбеҙ.

Яратҡан һөнәреңде һайла
Яратҡан һөнәреңде һайла
Яратҡан һөнәреңде һайла
Яратҡан һөнәреңде һайла
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: