+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ветерандарға рәхмәтлебеҙ

Дуҫтар, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: https://vk.com/club45440006 «Йәншишмә» иғлан иткән «Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты» конкурсы нәҡ шунда барасаҡ. Ветерандар тураһында һеҙ ебәргән һәр хәбәрҙе «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙҙә #уларбөйөкеңеүҙеяҡынайтты тигән хэштег менән сығарып барасаҡбыҙ. Хаттар ала башланыҡ. Уларҙың иң йөкмәткелеләре гәзит биттәрендә лә донъя күрәсәк. Конкурс 9 майға тиклем бара. Һеҙҙең иғтибарға тәүге мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ. Уны Баймаҡтан йәш хәбәрсебеҙ Азалия Нарынбанва ебәрҙе.

Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға елә... Быйыл Бөйөк Ватан һуғышындағы тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, тормошон емергән, әсәйҙәрҙе – улһыҙ, балаларҙы – атайһыҙ ҡалдырған, аслыҡ-яланғаслыҡты күрһәткән, бик күп яҙмыштарҙы емергән, йән-тәндәрен зәғифләгән ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға 75 йыл тула.
Йылдар үткән һайын был данлы көндәр, ҡот осҡос ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветеран-олатайҙарыбыҙ ҙа илебеҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалып килә. Кемеһелер яу яланында ятып ҡалһа, кемдәргәләр тыуған ерен, тупрағын күрергә насип иткән. Бына шундайҙарҙан минең өс бер туған олатайҙарым..

Минең олатайым –Ғәзизйән Уйылдан улы Ғәлин. Ул 1919 йылда Әбйәлил районы (хәҙерге Баймаҡ районы) Һәмән ауылында Фәғилә һәм Уйылдан Туңғатаровтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт юлы үткәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышы башланған тәүге көндәрҙән үк Һәмән ауылынан һуғышҡа алына. Унда барғас та, 78-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Дивизия командиры булып, Аванасий Павлентьевич Белобородов ҡуйыла.
1941 йылдың октябрендә дивизия Алыҫ Көнсығыштан Мәскәү эргәһенә – Истра районына күсерелә. 16-сы состав армияһына индерелә. 1 ноябрҙән 258-се уҡсылар дивизияһы озерно йылғаһы буйында Мары-Слобода Городище янында фронт линияһына баҫа. Уларға Волоколам шоссеһын һаҡларға ҡушыла. 4 – 5 ноябрь көслө һуғыштар үтә. Михайлов ауылын алып, оло юлды ҡамарға ҡушалар. Сөнки, был юл ауыл янынан үтә һәм фашистар ошонан үтмәһен өсөн ҡушыла был эш. Хәрби бурысты өлөшләтә генә үтәйҙәр. Озерно йылғаһының көнбайыш ярында Федчино ауылы эргәһендә плацдарм төҙөйҙәр, тик Михайлов ауылын фашистарҙан азат итә алмайҙар.
6 – 7 ноябрҙә фашистар Федчино районына ҡаты һөжүм башлағандар. Был ике аҙна барған һуғышта полк ҙур ғына юғалтыуҙар кисерә. Олатайымдың да арҡаһына снаряд ярсығы эләгә. 16 ноябрҙә Михайлов ауылын һәм уның янындағы Барышин, Волохин ауылдарын алырға приказ бирелә. Ошо алыштарҙа яҡшы күрһәткестәре өсөн 78-се уҡсы дивизияһына 1941 йылдың 26 ноябрендә 9-сы Гвардия званиеһы бирелә.
1942 йылдың 3 майында 9-сы Гвардия уҡсылар дивизияһына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә, ә уның 22-се уҡсылар полкы Ленин ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың яҙ айҙарында олатайымдың башына дошман пуляһы инә. Ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Пуляһын ала алмайҙар. Ул 1985 йылда вафат булып ҡала, Һәмән ауылында ерләнә.

Шулай уҡ Ғәзизйән олатайымдың бер туған ҡустыһы Ноғоман Уйылдан улы Ғәлин да 1942 йылдың апрелендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Өлкән сержант Ғәлин Новозыбковскийҙа 73-се уҡсылар дивизияһының 11-се артиллерия полкында икенсе батареяның орудие командиры була. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана.
1945 йылдың февралендә һуғыш Көнсығыш Пруссияла бара. Петерсдорф ауылы эргәһендә ҡаты алышта Ноғоман Уйылдан улы пехотаны алға барыуын тотҡарлаусы дошмандың терәк пунктына үҙ орудиеһынан ут яуҙырып, взводҡа яҡын һалдат һәм бер йөк тейәлгән машинаны юҡ итә. Шулай уҡ Цифальсфорт ауылы өсөн барған һөжүмдә лә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ул икенсе дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Һуғыш бөткәс, 1946 йылда олатайым тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Магнитогорский ҡалаһында бәхетле ғүмер кисерә. 1975 йылда ошо ҡалала вафат була. Шулай уҡ 3-сө олатайым Дәминдәр Уйылдан улы Ғәлин ошо һуғышта ҙур өлөш индергән. 1945 йылда хәбәрһеҙ юғалған.
Быйылғы йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан ителде. Һәр көн атҡан таңды, тыныс иртәләрҙе, ҡояшлы көндәрҙе күрергә ярҙам иткән, беҙҙе бәхетле баласаҡлы иткән атай-олатайҙарыбыҙға, еңеүҙе яҡынлаштырыуҙа ярҙам иткән тыл ветерандарына оло рәхмәтлебеҙ! Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!

Азалия НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.

Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас: