+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олатайыма рәхмәтлемен

Һуғыш... Был ҡурҡыныс, ҡәһәрле һүҙҙе ишетеу менән тән зымбырлап китә.

Ошо яҡты, тыныс, матур тормошта йәшәүем өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран оло олатайҙарыма рәхмәт әйтәм, улар алдында баш эйәм һәм ғорурланам.
Олатайҙарым барыһы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән. Күбеһе ҡайта алмаған. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә. Минең оло олатайҙарымдың береһе – Сәлих Мәхмүт улы Бесәнчин. 1904 йылда Байғаҙы ауылында тыуа. Ул ваҡытта Байғаҙы ауылы Ҡыпсаҡ ауылы советына ҡараған була. Олатайым ҡайҙа ғына булһа ла, кешегә иғтибарлы, йомшаҡ күңелле эшсән кеше булған. 1926 йылдан 1928 йылға тиклем Ҡыҙыл армияла 83-сө кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, колхозға эшкә инә. Әммә тағы ла бер ҙур һуғыш башлана. Быныһында инде ул 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 93-сө кавалерия полкында һуғышҡа инә. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем 14-cе гвардия кавалерия полкында кавалерист булып алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың ғинуарында отделение командиры сифатында 401-се артиллерия часында һуғышты дауам итә. 1944 йылдың апреленән алып һуғыш бөткәнсә пулемётсы була. Ошо йылдың 15 апрелендә ҡаты яралана – снаряд ярсығы уң яҡ яурынынан үтә сыға. Госпиталдә дауаланып, артабан һуғышҡа китә.
Еңеүҙән һуң 1945 йылдың 23 июнендә саҡ ҡайтырға сыға. Олатайым һуғышта булғанда өләсәйем ҡаты ауырып үлеп китә. Өс улы тороп ҡала. Уларҙы өләсәйем үлер алдынан Байназар балалар йортона бирә. Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, донъяһын төҙөкләндерә. Оҙаҡламай Фәтих ағайымдың әсәһенә, Юмабикә инәйгә, өйләнә. Һуңынан балалар йортонан өс малайын алып ҡайталар. Олатайым – колхозда, һуңынан совхозда тимерсе булып эшләй. 1980 йылда 80 йәшендә үлеп китә. Олатайым Байғаҙы ауылында ерләнә.
Ул 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ә 1945 йылдың ғинуарында «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы тапшыралар. 1945 йылдың 2 майында – «Берлинды алған өсөн», 1945 йылдың 9 майында «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Олатайымдың иң ҡәҙерләгән бүләге – Жуковтың Рәхмәт хаты. Ул 1945 йылда бирелә.
Һуғыштан һуң колхозда эшләгәндә алған күп һанлы Маҡтау грамоталарын әле лә һаҡлайбыҙ. Олатайымды бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Улар бит беҙҙең илде генә түгел, Европа халыҡтарын да азат иткән.
Олатайым 1978 йылдың 16 майында «Хеҙмәт ветераны» миҙалын ала. Уның орден-миҙалдары, грамоталары Өфө ҡалаһында музейҙа һаҡлана. Байғаҙыла уның исемендәге урам да бар.
Ҡасандыр бар донъяны ҡаты шартлауҙар, пуля һыҙғырыуы тетрәткән. Ошо тыныс тормош өсөн күпме кеше йәнен аямай көрәшкән, ҡанын ҡойған. Улар араһында минең олатайым да булған. Миңә уны күреү бәхете теймәне. Ғаилә альбомындағы фотоларын йыш ҡарайым. Уйсан, аҡыллы ҡарашлы, мөләйем йөҙлө кеше булған ул. Беҙ уға эшләгән эштәре, күрһәткән батырлыҡтары, тыныс тормош бүләк иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ.

Алина МӘХМҮТОВА, X синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Читайте нас: