+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым хаттары

Һеҙ үлемһеҙ,үлемегеҙ менән Еңеү булып балҡый данығыҙ. М.Харис.

Өсмөйөшлө хаттар... Улар тураһында башланғыс синыфтарҙа уҡытыусы апай батырлыҡ дәресендә һөйләгәйне. Һуғыш темаһына яҙылған китаптарҙа, гәзит-журнал биттәрендә лә осрай ине был һүҙ. Гел генә: «Ниндәй була икән ул хаттар?» – тип уйлай торғайным. Һәм бына алдымда шул өсмөйөшлө хаттар.
Уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулыма алам. Фронттан килгән хаттар. Һарғайып бөткәндәр, таушалғандары, ситтәре йыртылғандары ла бар. Мисәт һуғылған. Ҡараһам, береһен дә уҡый алмайым. Латин хәрефтәре менән яҙылған икән.
Өләсәйемдәргә Татарстандың Яр Cаллы ҡалаһынан Велина инәй ҡунаҡҡа килгәйне. Ул – Илсат олайымдың ике туған апайы. Инәйем үҙе менән ғаиләләрендә һаҡланған атаһы Әбүзәр олатайҙың фронтта төшкән фотоларын, уның тураһында гәзиттә баҫтырған үҙенең хәтирәләрен, хәрби наградаларын, хаттарын алып килгән. Уның тураһында беҙгә, ейәндәренә, олатайым һөйләгәне бар ине.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әбүзәр олатай ғаиләһе менән Мурманск өлкәһенең Кандалакша ҡалаһында хәрби гарнизонда йәшәй. Ҡазан пехота училищеһынан һуң уны шунда хеҙмәткә ебәргән булалар. Иң беренсе ҡатыны менән 4 балаһын тылға, Башҡортостанға, оҙата. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн ҡулына ҡорал алып яуға китә.
Өсмөйөшлө хаттар... 04.10.1942. «Вадим улым! Мин һеҙгә биргән вәғәҙәмде үтәйем һәм үтәйәсәкмен. Беҙ бик күп фашистарҙы ҡырҙыҡ, киләсәктә лә ҡырасаҡбыҙ...» Ошо уҡ йылда Велина инәйгә бына нимә тип яҙған: «...Тыуған илемде, һеҙҙең бәхетле киләсәгегеҙҙе һаҡлар өсөн һуғышам. Велина, тиҙҙән дошманды ҡыйратасаҡбыҙ. Шунан мин һеҙгә ҡайтасаҡмын, беҙ элеккесә матур итеп йәшәйәсәкбеҙ"...
Еңеүгә ышаныс, минеңсә, олатайҙы батырлыҡҡа рухландырған.
1944 йылдың 14 – 15 июлендә Волынь өлкәһе Горохов ҡалаһын дошмандан азат итеү өсөн һуғыштар бара. Атыштар ҡаланың көнбайышына күскәс, уҡсылар батальоны командирһыҙ ҡала. Майор Аминов батальон менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Дивизия командирының бойороғо үтәлә: ҡала фашистарҙан азат ителә. Ошо һуғыштағы батырлығы өсөн Әбүзәр олатайҙы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлайҙар.
Өсмөйөшлө хаттар... Тағы берәү. Мин уҡый алмағаны. Өләсәйем уҡый(институтта латин телен өйрәнгәндәр икән). «...Вадим! Мин тағы орден алдым. Орден Отечественной войны. Вадим, был орден әгәр ҙә мин, бәлки, ҡайта алмаһам или үҙебеҙҙең тыуған ер өсөн ҡорбан булһам, һинең өсөн иҫтәлек булып ҡаласаҡ»...
Иҫтәлек булып ҡына ҡалған шул миҙал-ордендар! Әбүзәр олатай 1945 йылдың 23 мартында Польшаның Равич ҡалаһын дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк була һәм мәңгелеккә ятып ҡала. Еңеүгә бер айҙан аҙ ғына күберәк ваҡыт ҡалған була. Һуғыштың башынан алып фашистарҙы еңер өсөн көрәшкән, ғүмерен дә йәлләмәгән батыр ул Әбүзәр олатай.
Өсмөйөшлө хаттар... Тыуған илде һөйөү, батырлыҡ шаһиттары, өмөт менән балаларының бәхетле киләсәге өсөн яу яландарынанЕңеүгәң табан барған һалдат хаттары. Мәңгелек хәтер һаҡлаусы хаттар.
Уларҙы ҡәҙерләп кенә тотоп инәйемә тапшырам. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һуғышҡан олатайҙарым менән (әле уларҙың береһе тураһында ғына һөйләнем) сикһеҙ ғорурланам, уларға лайыҡлы алмаш булып үҫергә теләйем.
Азат ХАЖИЕВ,
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
#уларбөйөкеңеүҙеяҡынайттыконкурсы
Читайте нас: