Әрмелә хеҙмәт иткән, тәжрибәһе лә бар, тип 1942 йылда ҡарт олатайымды,1913 йылғы Зәйҙулла Идиәтулла улы Идиәтуллинды, Әлкәгә һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү урынына ебәрәләр. Ул 2 – 3 айҙан фронтҡа китеп, Сталинград фронтында дошмандар менән алышҡан. Зәйҙулла олатайым Дон йылғаһын кискәндә бик ҡаты яраланып, өс ай госпиталдә дауаланып ятҡан. Һаулығына зыян килгән, шуға ла 1943 йылда комиссия, артабан һуғышҡа яраҡһыҙ, тип ҡарар сығарған. Зәйҙулла Идиәтуллин «Сталиндградты обороналаған өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары, ә 1985 йылда II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
1945 йылда уның ҡустыһына «ҡара ҡағыҙ» килгән. Шамил олатайым разведчик булған. Ул көндө бер тапҡыр арып-талып разведкаға барып ҡайтҡан, әммә мәғлүмәттәрҙе раҫларға әсиргә алынған дошман һуғышсыһы – «тел» кәрәккән. Шамил Идиәтуллин ныҡ көслө булған, хатта атты елкәһенә йөкмәп бара алған. Ул көндө лә, бик арыһа ла, тағы «тел» артынан үҙе киткән. Бойороҡто үтәп, шатланып ҡайтып барғанда дошман снаряды баш түбәһен алып осорған. «Ҡара хәбәр»ҙән ғаиләһенә бик ауыр булған, күҙ йәштәре даръялар булып аҡҡан...
1912 йылғы икенсе ҡарт ҡартатайым Әхсән Хәсән улы Хәсәнов, бронь бирелеүенә ҡарамаҫтан,1941 йылдың июлендә үҙе теләп фронтҡа китә. Ул Ленинград фронтында 125-се уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 9 октябрендә ҡаты яралана һәм Волхов ҡалаһындағы эвакуацион госпиталгә ебәрелә, һуңынан оҙаҡ ҡына Свердловскиҙа дауалана. Һуңынан Әхсән ҡарт ҡартатайымдың ҡаты яраланыуы һәм артабан хеҙмәт итергә яраҡһыҙ, тип табылыуы арҡаһында өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Һуғыш ваҡытында тылда ла бик ауыр булған. 1923 йылғы ҡарт өләсәйем Мөслимә Усман ҡыҙы Идиәтуллина Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Әсәйем уның хәтирәләрен яҙып алып ҡалған: «Һуғыш ваҡытында ла мәктәптә уҡытыу туҡтатылманы. Мин башланғыс синыфтарға белем бирҙем, егерме ике бала ине. Дүртенселәрҙең уҡытыусыһы ла фронтҡа киткәс, уның утыҙ балаһын да ҡушып уҡытырға тура килде. Тәүге көндө парталарҙы иң ҙур бүлмәгә күсерҙек. Дәрескә килеп индем, 52 пар күҙ миңә төбәлгән. Дәресте башлайым тиһәм, артҡы партала бер бала буҫығып илай, барып хәлен һорайым, үкһеп бөткән, яуап бирерлек түгел. Иптәштәре уның атаһына «ҡара ҡағыҙ» килгәнен әйтте. Башынан һыйпап йыуата башлағайным, бөтөнләй ярһып иларға тотондо, көскә тынысландырҙым.
Ҡышҡа табан хәлдәр ауырлашты. Күп балалы ғаиләләрҙә бөтәһенә – бер пар быйма, бер генә бишмәт. Кем иртәрәк тора, шул кейенеп, уҡырға сығып йүгерә, башҡалары өйҙә ултырырға мәжбүр. Мәктәпкә инеү менән һәр береһе өй хәлдәрен, хат килеүен, ҡайғы-хәсрәтен һөйләп ала. Бөтәһенә лә йылы һүҙ табырға тырышам. Ә үҙҙәренә күҙ йәшһеҙ ҡарарлыҡ түгел: ныҡ ябыҡтар, атай-ағайҙарынан ҡалған ҡырҡ ямаулы ыштан, бишмәттәләр, күҙҙәрендә – һағыш... Мин дәрес аңлата башлаһам, аслыҡтарын да онотоп тыңлайҙар, һыуыҡ мәктәптә өшөп бөткән ҡулдары менән матурлап яҙырға тырышалар. Ул осорҙағы балаларҙа уҡырға теләк бик көслө булды. Тәнәфестә алабута орлоғонан бешерелгән көлсәләрен ашап алалар, ҡайһыһында ул да юҡ. Йәлләп, бейемемдән йәшереп кенә берәй ҡыйырсыҡ икмәк алып килеп бүлгеләп бирәм инде. Тыныс ҡына уҡытҡан бер көн дә булманы. Көн дә кемдеңдер атаһына йә ағаһына «ҡара ҡағыҙ» килә, «хәбәрһеҙ юғалды» тигән яҙыу ебәрәләр, ҡаты яраланып, госпиталдә ятыуҙарын хәбәр итәләр...
Зәйҙуллам ҡайтып инде. Иң тәүҙә ҡыҙыбыҙҙы күтәреп күкрәгенә ҡыҫты: «Мине күрәсәк балам үлемдән йолоп ҡайтарҙы», – тип үпте, шунан мине ҡосоп алды. Һауыҡҡансы ҡыҙыбыҙҙы ҡарап өйҙә торҙо, имеҙергә күтәреп мәктәпкә алып килә ине.
Зәйҙулланы тәүҙә – мәктәп директоры, шунан колхозға парторг итеп тәғәйенләнеләр. Һуңынан уҡытыусы, силсәүит рәйесе булып эшләне...»
Тағы ла бер ҡарт өләсәйем 1917 йылдың 24 февралендә Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуа, 2017 йылдың 7 сентябрендә үҙ аҡылында тыныс ҡына яҡты донъя менән хушлаша. Тотош бер быуат! Был дәүерҙә нимәләр генә күрмәгән, нимәләр генә кисермәгән өләсәйем! Революция, Граждандар, Фин, Бөйөк Ватан һуғыштары, репрессия, аслыҡ йылдары... Олатайҙы һуғыштан көтөп алып, 11 балаға ғүмер биргән, шуларҙың 9-ы иҫән-имен үҫеп еткән, һәр береһе был донъяла үҙ урынын тапҡан, тик ҡайһыларының ғүмере ҡыҫҡа булған, өләсәй хәсрәткә сорналып, биш балаһын, ике ейәнен ерләгән...
Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы Хәсәнованың ғүмере – оло бер тарих! Өләсәй менән һөйләшеү үҙе бер тарих була торғайны. Йөҙ йәше менән ҡотларға килгәнемдә һуғыш осорон һорашып яҙып алдым. Уның ихтыяр көсө, түҙемлелеге, тапҡырлығы, балалары өсөн йән аямай, баш етмәҫлек эштәр башҡарыуы миндә һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары уятты.
Мин өләсәйемдең хәтирәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым: «Фәнүз улымды имеҙеп ултыра инем, ишекте дөбөрләтеп астылар ҙа: «Һуғыш сыҡҡан!» – тип һөрән һалдылар. Кем икәнен күрмәй ҙә ҡалдым. Бәләбәйҙә хәрби училищела белем алған Әхсәнем Фин һуғышында ҡатнашты, унан ҡайтып, тормошобоҙ көскә яйлана башлағайны. Ул Ҡандра ҡасабаһында элеватор рәйесенең урынбаҫары ине. Уға бронь бирҙеләр, ә июлдә барыбер үҙе теләп фронтҡа китте. Һуғыш ваҡыты ғүмеремдең иң әсе, ауыр осоро булды. Көн дә иртүк ике баланы инәкәйҙәргә илтәм. Үҙем төнгә тиклем колхоз баҫыуында ер ҡаҙам, картуф утайым, көлтә бәйләйем, башҡа күп төрлө эштәрҙе башҡарам. Балаларҙы өйгә алып ҡайтып йоҡлатам да төнө буйы, улар туңмаһын, тип баҫыуҙағы эҫкерттән йолҡоп һалам ташып, мейескә яғам. Ат һарайында ҙурәтәй Фәррәх Әғлетдин улы эшләй ине. Минең интеккәнде күреп: «Хәтимә, һаламдың ни йылыһы булһын инде, ҡурҡмаһаң, төндә анау Мостай атын ек тә утынға бар, ипләп йөрө, күрмәһендәр», – тип кәңәш бирҙе. Ул өйрәткәнсә, һары бейәне егеп киттем. Ҡараңғы төндә Оҙонҡул урманына көскә барып индем, һыуыҡ, ҡурҡыныс... Балта менән биш төп йүкә ағасын сабып ауҙарам, урталайға өҙөп санаға тултырам. Балта тауышы ауылға ишетелмәһә ярар ине, тип ҡайғырам, башта мең төрлө уй ҡайнай... Ҡайтарып бушатҡас, атты туғарып, урынына индереп ҡуям да өйгә йүгерәм. Ҡайһы көндө балалар уянған, илап ярһып бөткән була.
Әхсән ныҡ ғәҙел коммунист булды, элеваторҙа эшләһә лә, өйгә бер ҡасан да ашлыҡ урлап алып ҡайтманы. Ул фронтҡа киткәндә бер ус ҡына онобоҙ ҡалғайны. Балаларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн ҡоймаға тип әҙерләгән таҡталарҙы колхозға биреп, он алдым. Аҙ-маҙ ғына ҡалған картуфты, һуғанды киптереп, фронтҡа ебәрә инек. Үләндән аш бешереп эстек. Беҙҙең мал-тыуар юҡ ине, ә һөтһөҙ бала үҫтереүе бик ауыр. Тәүҙә инәкәй һөттән өҙмәне, аҙыҡ менән дә ярҙам итте. Нәсимә һеңлем ире Самат һуғышта үлгәс, Буҡай ауылына эшкә китте, яңынан кейәүгә сыҡты. Үҙенең һыйырын атайҙарға ҡалдырҙы, миңә лә һөтөн һауып алырға ҡушҡайны. Башта шулай иттем дә, һуңынан төп йортто ҡайғы баҫты. 54 йәшендә бик ҡаты ауырыуҙан атай үлеп китте, Ямалетдин ағайҙы, һуғышҡа киткән еренән, ялған ғәйеп тағып, 10 йылға лагерға яптылар. Былай ҙа уҫал еңгә бөтөнләй йүнһеҙләнде. Нәсимәнең төп йортта ҡалған балаларын ҡыйырһыта башланы, улар күберәк миндә булды. Аҙаҡ үҙемә лә юлды япты. Бер ҙә аптырап ҡалманым, еңгә йоҡлағас, төндә генә һыйырҙы һауып, улдарыма һөт алып ҡайта торғайным.
Шулай осон-осҡа ялғап йәшәп ятҡанда Мәскәүҙән эвакуацияланған бер ғаиләне миңә индерҙеләр. Колхоз, кәрәсин, он, бәрәңге бирербеҙ, тип вәғәҙә итһә лә, тиҙ онотто. Минең елкәмә аслыҡтан шешенгән, бет баҫҡан тағы өс йән өҫтәлде. Үҙҙәре эш рәте белмәй, колхозға ла сыҡмайҙар. Барынса уларҙы ла ашатам, ә мин эштә саҡта һаҡлап ҡына тотҡан картуфымды алалар ҙа ашайҙар. Улар ҙа йәл, үҙ балаларымды ла уйлайым. Ултырып илаған саҡтарым аҙ булманы. Ауыр саҡтарҙа Әхсәнемдең хаттары йәнемә ял бирә ине. Тәүҙә Сталинградтан сәләмдәре килде лә, тик һуңынан оҙаҡ ҡына хәбәр-хәтер булманы. Ҡайғырып, илап бөттөм, ә ул яраланып госпиталдә ятҡан икән. Тағы ла яралаһы 8 йән булғанғалыр инде, ирем иҫән ҡалған. Яралы ҡулын муйынына аҫып-бәйләп ҡайтып ингәс, шатланыуҙарым! Ә ул тура сәңгелдәк янына барҙы ла балаларҙы күтәреп һөйҙө, ныҡ һағынғайны... Әхсәнде станциянан Мирғәлим ағай алып ҡайтҡайны, бергәләп ултырып сәй эстек. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, хәленең ни тиклем ауыр икәнен күреп торҙом. Уның аяғы, ҡулы яраланғайны, уң ҡулының бер ҡарыштай ере эскә батып тора, һөйәге юҡ, ике бармағы усына йыйылған, тураймай ҙа, төндәр буйы ыңғырашып сыға ла иртән тороп эшкә китә. Кладовщик булғас, ҡатындар менән тәүлек әйләнәһенә сей ашлыҡ киптерә, ә бер ваҡыт фонары шартлағас: «Һуҡыр лампа яҡтыһында эшләнек», – тип ҡайтҡайны.
«Еңеү» хәбәрен амбарҙа симәнә әҙерләгәндә ишеттем. Венера ҡыҙыма ауырлы инем, июлдә таптым. 9 майҙа бөтә ауыл шау-гөр килеп байрам итте, тамаҡ бөткәнсе йырланыҡ, аяҡтар талғансы бейенек... Һуғыштан һуң да еңел булманы, әммә беҙ аслығына ла, ауыр эшенә лә бирешмәнек».
Һуғыш алдынан атайымдың өләсәһе Мәҙинә Бәҙретдин ҡыҙы 26 йәшендә ике бала менән тол ҡалған, етмәһә, өсөнсөгә йөклө булған. Ире ауырып үлгән, шуға ла балаларға пособие алмаған. Уларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн көнө-төнө колхозда эшләгән. Ҙур ҡыҙы Фатима Ғәйнетдин ҡыҙы ул дәүерҙе шулай хәтерләй: «Һуғыш ваҡытында бик ауыр булды. Колхоз эше ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар ҡулына ҡалды. 8 йәштән утауға йөрөнөм. Көнлөк эш хаҡы: әсәйгә – 2 ҡашыҡ, миңә – 1 ҡашыҡ он. Уға ныҡ шатлана инек, сөнки ыумас ашына етә торғайны. Көҙөн әсәйҙәр косаркала көлтә бәйләне, әйләндерҙе, эҫкерткә һалды, молотилкала эшләне, мин таратып торҙом. Молотилка бейек, көлтә ырғытыуы ныҡ ауыр була торғайны. Буйға оҙон булғас, йәшем бәләкәй, тип тормай, ауыр эш ҡушалар ине. Комбайнды трактор һөйрәтеп йөрөтә, мин шунан ҡойолған ашлыҡты тоҡҡа тултырып, ауыҙын бәйләп торҙом. Уңыш йыйыу оҙаҡҡа һуҙыла, кеше етмәй. Ураҡты көскә бөтөрөп, ҡар яуғас ҡына көнбағыш йыйырға тотона торғайныҡ. Мин ҡар өҫтөнән күнәккә көнбағыш баштарын ҡырҡып төшөрәм, һуңынан йәйеп һалып, табағас менән ҡоям.
Ҡышын тимер юлының ҡарын көрәргә йөрөнөк. Беҙ, 12 – 15 йәшлек балалар, көнө буйы ҡар көрәп, хәлдән тая инек. Өйҙән нимә алып бараһың, шуны ашайһың. Мин картуф ҡырып, аҙ ғына он ҡушып баҫып, икмәк һымаҡ бешереп ала инем. Яҙ көнө сеялкала торҙом.
Йәйен салғы менән колхоз бесәнен сабып, киптереп, йыйып, кәбән һала инек. Дамир ат егеп беҙҙе ултыртып алып бара, төшкө аш ашаған арала һәр кем үҙенә утын әҙерләй һәм сиратлап көн дә беребеҙ арбаға тейәп алып ҡайта.
Һуғыш ваҡытында ашарға таҡы-тоҡо ғына булды. Картуф йүнләп уңманы, колхоз баҫыуынан ҡалғанын йыйып, кәлйемә төйөп ашаныҡ. Бөтә халыҡ ас, тирә-йүндә үлән дә үҫеп өлгөрмәй ине. Кесерткән, ҡуҙғалаҡ, ат ҡуҙғалағынан аш бешерә торғайныҡ. Бер ваҡыт кешеләрҙең алабутанан да аш әҙерләгәндәрен ишетеп ҡалдым да әсәй ҡайтҡансы мин дә бешереп ашаным. Аҙаҡ ныҡ итеп ауырыным, шешендем, саҡ иҫән ҡалдым. Яҙын ҡалған башаҡ йыйып, ыуып, ҡул тирмәнендә тартып, ҡурып ашай инек. Ә бына тары башағы йыйыусылар күпләп ағыуланып үлде... Беҙ һыйыр аҫраныҡ, шуға ла иҫән ҡалдыҡ».
Беҙҙең ғаилә Еңеүгә тос өлөш индергән. Һуғыш ваҡытында ҡартатай-ҡартинәйҙәремдең йән аямай дошманға ҡаршы һуғышыуы, колхоз ҡырҙарында тир түгеүе, үҙҙәре ас булһа ла, фронтҡа һуңға картуфтарын мейестә көлдә ҡурып ебәреүе миндә сикһеҙ ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы.
Беҙгә улар яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә, тырышып уҡырға, яҡшы кеше булырға тырышырға кәрәк.
Айгизә АБЗАЛОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.