-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ еңәсәкбеҙ!

Һуғыш... Һағыш... Был һүҙҙәрҙә ниндәй оҡшашлыҡ, ишетеү менән күңелдәрҙе һағыш баҫа. Беҙ һуғыш тураһында олатайҙарҙан ишетеп, китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап ҡына белә инек. Беҙгә һуғыш бик йыраҡ һәм булмаҫ нәмә кеүек тойола ине.

Беҙ еңәсәкбеҙ!
Беҙ еңәсәкбеҙ!

Минең оло олатайым ҙа беҙгә тыныс тормош булһын тип ҡан түккән. Ул 1941 йылдың ноябрь айынан 1944 йылдың апреленә тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Төньяҡ Кавказ һәм көньяҡ-көнсығыш Украиналағы көрәштә лә була. 1943 йылдың август айында Ворошиловград ҡалаһын (әлеге Луганск) азат итеү өсөн бик көслө һуғыш ваҡытында ауыр контузия алып, 9 ай Пятигорск ҡалаһының госпиталендә дауалана. Олатайым телһеҙ һәм һаңғырау булып ҡала.

Әлеге ваҡытта ла һуғыш һағышы кешеләрҙең яҙмышына килеп инеп тора. Беҙҙең ауылдан Афған һуғышына күп кенә егеттәр киткән. Бәхеткә күрә, улар барыһы ла иҫән-һау ҡайталар. Был егеттәр араһында минең ағайым Илһам Яушев та була. Афғанстанда 1 йыл 6 ай булып ҡайтҡас, милицияла эш башлай, унан Чечняға ла ебәрәләр. Ғәни һәм уның ейәне Илһам Яушевтар тураһында онлайн-конференцияларҙа күп сығыш яһаным.

Махсус хәрби операция башланғас , ике туған ағайым Айнур ҙа мобилизацияға эләкте. Ул Донецк өлкәһендә хеҙмәт итә. Ағайымды өйҙә ҡыҙы Элина менән улы Денис һағынып көтөп тора. Атайҙары ялға ҡайтҡас, ныҡ итеп ҡосаҡлап алалар һәм башҡа бер ергә лә ебәргеләре килмәй. Ағайым балалары менән уйнай, йырлай, алдағы көндәргә бергәләп матур пландар ҡоралар. Ағайым башҡа туғандарының да хәлдәрен белеп китә. Мин уның ҡайтыуына бүләктәр әҙерләп торам. Сәйләндән беләҙектәр үрәм. Мин уларҙы флаг төҫтәре менән яһайым. Әсәйем менән мендәрҙәр, пледтар, мунса эшләпәләре тегәбеҙ. Ағайымдың яратҡан балын һалып, посылкалар йыябыҙ.

Бындай бүләктәрҙе әсәйем менән махсус хәрби операцияға киткән ауылдаш ағайҙарға ла әҙерләп ебәрәбеҙ. Уларҙың йөҙҙәрендә ихлас йылмайыу күреү һәм рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү бик күңелле.

Бер көнө әсәйем мәҙәниәт йорто мөдире Лида апай менән һөйләшеп ултырғанда ҡыйыуһыҙ ғына һорағайны:

– Бәлки, бүтән һалдаттар өсөн дә ауылда бындай мендәрҙәр, пледтар һәм башҡа кәрәк әйберҙәр тегергә урын ойоштороу мөмкинлеге булыр?

Теләге тормошҡа ашты. Ауыл клубыда тегеү өсөн урын табылды. Битараф булмағандар ярҙамға килә, өйҙә эшләргә лә алып ҡайталар. Тегеү оҫтаһы Клара апай белмәгәндәрҙе өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Ваҡыт табып, мин дә булышам. Яралылар өсөн бандаждар, плащтар ҙа тектек.

Беҙ бергә фашизмды еңәсәкбеҙ! 80 йыл элек беҙҙең оло олатайҙар яу ҡырында, ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тылда ең һыҙғанып эшләгән. Шулай итеп улар Бөйөк Еңеүҙе яулаған!

Ландыш РАМАҘАНОВА.

 Тумазы районы,Бишҡурай ауылы.

Беҙ еңәсәкбеҙ!
Беҙ еңәсәкбеҙ!
Беҙ еңәсәкбеҙ!
Беҙ еңәсәкбеҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: