+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
8 Ноябрь 2019, 13:53

Йырлы эҙ ҡалдырҙы

Сафуан Әлибаевты мин 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙан алып беләм. Беҙҙән ул ике курс алда уҡый ине (вузға 1961 йылда ингән). Шул бергә уҡыған дәүерҙә «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәгендә йыш осраша торғайныҡ. Төрлө әҙәби-музыкаль сараларҙа, оло яҙыусылар менән үткәрелгән кисәләрҙә Сафуан үҙенең моңло, көслө тауышы менән йырлап, күптәрҙе һоҡландырыр ине. Уға опера театрына йә филармонияға эшкә барырға, йыр сәнғәте юлынан китергә лә мөмкин булғандыр. Ләкин әҙәби ижад юлын һайланы, шағир булып танылды. Бигерәк тә балалар өсөн яҙған шиғырҙары, йырҙары, әкиәттәре һәм пьесалары менән ул ҙур уңыш ҡаҙанды.


Сафуандың тыуған ауылы Тирмәндә ул осорҙа ете йыллыҡ мәктәп була. Төп белемде шунда алғандан һуң үҫмерҙе әсәһе Белорет районының Сермән ауылына алып килә. Ошонда Сафуан урта мәктәпте тамамлай. Бында уҡығанда уның тәүге шиғырҙары, мәҡәләләре район гәзитендә баҫыла. Үҙенән бер синыфҡа алда уҡыған Тайфур Сәғитов менән Сафуан Белоретҡа район гәзите редакцияһында ойошторолған әҙәби түңәрәккә лә йөрөй, ҡәләмдәштәре менән аралаша. Ижад юлындағы тәүге аҙымдары хаҡында Сафуан тағы бына нимәләрҙе иҫкә ала: «Шул йылдарҙа «Пионер» журналына ла, аҙаҡ «Башҡортостан пионеры»на ла хат-хәбәр­ҙәрем, шиғырҙарым осоп тора. Уларға мең-мең рәхмәттәр уҡыйым хәҙер. Әллә үҙемдең ныҡышлыҡ, әллә уларҙың тырышлығы – шағир иттеләр бит мине, пар ҡанатлы иттеләр.»

(Сафуан Әлибай. Балалар өсөн.
Өфө, «Китап», 2001, 8-се бит).


Сафуан Әлибаевтың ижад юлы ана шулай бәләкәстән, мәктәп йылдарынан уҡ, балалар баҫмаларына («Пионер», «Башҡортостан пионеры), район һәм республика матбуғатына тығыҙ бәйле формалаша, үҫешә. Ә үҙенең дә ошо балалар матбуғатына эшкә килеүенә тиклем ул арыу ғына тормош һынауҙары үтә. Ҡулына урта белеме барлығы хаҡында танытма алғас, егет башта станцияла тимер юл эшсеһе булараҡ көсөн һынап ҡарай, икмәк тәмендә хәләл тир әсеһе лә барлығын тоя. Артабан уны барыбер китаптар донъяһы, әҙәбиәт мөхите үҙенә нығыраҡ тарта: башта Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы булып эшләй; яңы китаптар буйынса уҡыусылар конференциялары, мәктәп уҡыусылары араһында әҙәби викториналар, олимпиадалар ойоштора, район гәзитенә мәҡәләләр ҙә яҙып ебәрә, шиғырҙар баҫтыра.

Оҙаҡламай йәш хәбәрсенең әүҙемлеген күреп, уны Салауат район гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыралар. Редакцияла инде Сафуан үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек хис итә, йөҙөп йөрөп эшләй: бөтә районды урап сыға, гәзиттә махсус әҙәби биттәр ойоштора, йәш автор­ҙарҙың тәүге хикәйәләре, шиғырҙары даими баҫыла.

Бына шулай район гәзитендә илһам ҡанаттарын нығытҡан Сафуан 1961 йылда, ижадта яңы бейеклектәргә үрләү ниәте менән, Өфөгә юллана. Егет Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый башлай.

Баш ҡалала Сафуанға яңы офоҡтар асыла. Әле мәктәп йылдарынан уҡ үҙе яҙышып килгән «Пионер», «Башҡортостан пионеры», «Ленинсе» гәзиттәрендә студенттың байтаҡ ҡына шиғырҙары, һүрәтләмәләре донъя күрә. Әүҙем ижад менән йәшәгән Сафуанды БДУ-ны тамамлағанын да көтөп тормай эшкә «ҡоҙалайҙар». 1965 йылдан инде ул балаларҙың яратып уҡыған баҫмаһы – «Башҡортостан пионеры» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан бүлек мөдире...

Сафуан Әлибаев – «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә иң оҙаҡ эшләгән мөхәррир. Был баҫмаға хеҙмәт итеүгә ул үҙенең егерме бер йыл ғүмерен арнаны. Шуның туғыҙ йылын (1977 – 1986) ул гәзиттең баш мөхәррире вазифаһында ең һыҙғанып эшләне, гәзиттең тиражын да, уҡымлылығын да күтәрҙе.

Сафуан Әфтәх улы эшләгән осорҙа «Башҡортостан пионеры» гәзитенең балалар менән, йәш һәм башлап яҙыусы авторҙар менән бәйләнеше көсәйҙе. Гәзит янында «Йәш хәбәрселәр мәктәбе» асылыуы был эште даими юлға һалыу, профессионал журналистиканың иң тәүге «нигеҙ таштары» менән таныштырыу, хәбәрҙәр яҙыуҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарау кеүек мауыҡтырғыс саралар үткәреүҙә бик ҙур этәргес көс булды. Танылған яҙыусылар, тәжрибәле ҡәләм эйәләре Мөкәрәмә Садиҡова, Факиһа Туғыҙбаева, Зөһрә Ҡотлогилдиналарҙың фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында «Йәш хәбәрселәр мәктәбе» һүнмәне лә, ябылманы ла, киреһенсә – яңынан-яңы әллә күпме быуын хәбәрселәре тәрбиәләнде, оло юлға сыҡты.

Замандаштары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре Сафуанды йырсы тип тә белә ине. Мәҫәлән, журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина уның менән бергә эшләгән йылдарын бына нисегерәк иҫкә алды: «Иң беренсе иҫкә төшкәне: уның йырлай-йырлай эшкә килгәне. Лифттан сыҡҡас та коридорҙың теге башынан көйләй-көйләй үҙенең бүлмәһенә үтеп киткәненән беҙҙең дә кәйефтәр күтәрелә: тимәк, эш көнө һәйбәт үтәсәк. Әле ошо хаҡта яҙып ултырғанда уйлап, аптырап ҡуям. Кеше тормошонда бит төрлө хәлдәр була: иртән гел йырларлыҡ кәйефте нисек тап­ҡандыр?! Ә, бәлки, шулай ҡыйын саҡта ла йыр менән үҙенең күңел торошон ыңғайға көйләгәндер... Сафуан ағай үҙе лә бик матур йырлай ине...»

(«Йәншишмә», 2016, 19.02.)

Эйе, Сафуан ҡәләмдәшебеҙҙең бик матур йырлағанына беҙгә лә күп тапҡыр­ҙар шаһит булырға тура килгеләне. Бына шул хәтирәләрҙең береһе.

1983 йылдың июль аҙағында беҙ, бер төркөм башҡорт яҙыусылары, Таулы Алтай республикаһына Башҡорт әҙәбиәте көндәрен уҙғарырға барҙыҡ. Алтайҙағы туғандар беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Күп урындарҙа сығыш яһаныҡ. Шул осрашыуҙарҙың береһендә Сафуан Әлибаев үҙенең сығышын йыр менән тамамлап ҡуйҙы:

Менергә ине Алтай тауҙарына,

Баҫырға ине ҡая ташына.

Шул ҡаянан тороп йырларға ине

Алтай бөркөттәре тауышына...

Тамашасылар Сафуандың йырының аҙағындағы «Урал» һүҙен «Алтай» тип үҙгәртеп йырлауына айырыуса кинәнес белдерҙе. Ул башта йырҙы дөрөҫ итеп, йыр тексын үҙ һүҙҙәре менән башҡарҙы, әлбиттә. Төп тексты йырлап бөткәс кенә баяғыса «Урал» һүҙен «Алтай» менән алыштырып тамамлап ҡуйҙы. Хужалар­ҙың күңеле булһын, тигәндер инде. Ә алтайҙар йырҙы, ысынлап та, их­лас ҡабул итте. Уларға беҙҙең тел дә, йырҙар ҙа аңлашылып тора бит. Туғандаш халыҡҡа Сафуан кескәй генә бер музыкаль бүләк яһаны инде үҙенсә. Бары тик үҙенең һәләтенә, моңоноң арбар көсөнә ышанған йырсының ғына үҙенә шундай «ирек» бирергә ҡыйыу­лығы етә алалыр.

Сафуан Әлибаев үҙенсә йәшәне, үҙенсә ижад итте, тормошта үҙ эҙен һалды. Уның көйө килеп торған бик күп шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙҙы. Әле лә сәхнәләрҙән, радио тулҡындары аша яңғырағандары (Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Артур Туҡтағолов һәм баш­ҡаларҙың көйҙәре) башҡорт эстрада йыр сәнғәтенең быуындан-быуынға күсер ҡаҙаныштары булып тора.

Сафуан Әлибаевтың балалар өсөн яҙғандары – үҙе бер ҙур китаплыҡ. Шиғырҙары, әкиәттәре, ҡурсаҡ театры өсөн пьесалары шағирҙың был өлкәлә бирелеп, ең һыҙғанып эшләүе хаҡында һөйләй. Ә бит уның «Тылсымлы шар» китабы (1994) Ханс Кристиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара конкурстың дипломына лайыҡ булды. Үҙебеҙҙә иһә шиғирҙың балалар өсөн ижады Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр (1986), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары (2013) менән баһаланды.

Башҡорт әҙәбиәтендә журналист, шағир, йырсы, драматург Сафуан Әлибаевтың яҡты эҙе ҡалды. Ғәзиз халҡы, туған теле өсөн ул арымай-талмай хеҙмәт итте, ваҡыт һынауын үтерлек шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр ҡалдырҙы.

Ҡәләмдәшем һәм йәштәшем Сафуан Әлибаев тураһындағы иҫтәлек яҙмамды уға арналған «Йырың ҡалды» тигән шиғырым менән тамамлайым.


«Менергә ине Урал тауҙарына!..» –

Тип һуҙғайның – тауҙар шым ҡалды,

Һандуғастар талда телдән яҙҙы,

Шишмәләр ҙә аҡмай туҡтаны...


Мендең, дуҫҡай, Урал тау үренә,

Һин баҫмаған һуҡмаҡ юҡ хәҙер.

Бергә үткән юлдар йыр һуҙғандай,

Ҡуҙҙай баҙлай миндә уй-хәтер.


Менеп еттең Урал һырттарына,

Болоттарға тейҙе түбәң дә!

Йырланың саф йөрәк моңон түгеп,

Ә көнсөлдәр шымған түбәндә.


Шағир ғүмере ярһып гел осошта,

Һин дә остоң йырҙа күктәргә.

Халҡы һөйөүенән ҡанатланған

Осош эләкмәй ул күптәргә!


Йүрүҙәндең йырсы ҡоштарына

Ҡалдырҙың һин йырҙар маяһын,

Рухиәттә, дуҫҡай, һин үҙең дә –

Уралдың бер аумаҫ ҡаяһы,

Уралымдың йырлы ҡаяһы!


2016.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Читайте нас: