+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
2 Декабрь 2019, 18:10

Баймаҡтар өлгө күрһәтә!

"Йәншишмә"беҙ киләһе 2020 йылдың февраль айында үҙенең 90 йәшен билдәләй.

Ҙур юбилей көтә! Был оло байрамыбыҙҙы гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ артып, күтәренке кәйеф менән ҡаршыларға теләйбеҙ.
Гәзитебеҙгә Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан күп уҡыусылар хаттар яҙа. Эйе, "Йәншишмә" гәзите – алдынғы ҡарашлы замандаш тәрбиәләү, ижадкәр шәхес үҫтереү майҙаны бит ул.
Дуҫтарыбыҙ артҡандан-арта бара. Бына әле Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей директоры Ринат Фәзилйән улы Ильясов уҡыусыларына 40 дана гәзиткә яҙылыу ойошторҙо. Артабан был изгелек эстафетаһын Баймаҡ лицей-интернаты директоры Иҙел Данил улы Әбүбәкировҡа тапшырҙы. Афариндар! Эшләгән изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Уларға рәхмәтлебеҙ!
Шулай итеп, мәктәптәр ҙә "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһын ихлас күтәреп алды. Тағы кемдәр әҙер был изге эшкә?! Көтәбеҙ!
Читайте нас: