Элекке йәш хәбәрсебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" программалары баш редакцияһының баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова тыуған ауылы Бала Сытырман китапханаһына гәзит яҙҙыртты. Афарин! Унда 750 китап һөйөүсе теләп йөрөй. Шуларҙың 250-һе балалар. Китапхана ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡас, уҡыусылар төрлө түңәрәктә лә булалар, рәхәтләнеп әҙәби китап, гәзит уҡып, рухи яҡтан да байыйҙар. Әле Гөлдәриә апайҙары "Йәншишмә" лә яҙҙыртҡас, тағы ла ҡыуанырҙар әле. Бик хуп!