+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
12 Декабрь 2019, 11:01

Бүләк-гәзит – Әбйәлилгә

Изгелек акцияһы – "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһы дауам итә. Әле генә ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ.

Элекке йәш хәбәрсебеҙ, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Рәйсә Рәйес ҡыҙы Абдуллина "Йәншишмә" гәзите яҙҙыртты. Ошо бүләк-гәзитте Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүсе күп балалы Камаловтар уҡып ҡыуанасаҡ! Вәт, шәп бүләк! Рәйсә Рәйес ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Артабан Рәйсә Абдуллина эстафетаны шулай уҡ элекке йәш хәбәрсебеҙ Зөлфиә Ханнановаға тапшыра. Сылбыр дауам итә.
Әйҙәгеҙ, Яңы йыл алдынан балаларға күберәк көтөлмәгән ҡыуаныстар бүләк итәйек!
Читайте нас: