+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
17 Ғинуар 2020, 12:53

Һикһәнгәсә эшләйбеҙ, тип ҡул ҡыҫышҡайныҡ

Тарихи фотоһүрәттә кемдәрҙе таныйһығыҙ, дуҫтар? Был иҫтәлекле мәл 1938 йылдың октябрендә төшөрөлгән.

«Ә бит ошо фотоға төшкән мәлдә, һикһәнгәсә эшләйбеҙ, әҙәбиәтте, бигерәк тә балалар әҙәбиәтен, байытабыҙ, тип ҡул ҡыҫышҡайныҡ. Ул дәүерҙә балалар мауығып уҡыр китап бик әҙ һәм беҙ башҡарыр эштәр бик күп ине шул.
Сәләм – бары егерме һигеҙ йәштә, Баязит алтмышҡа етмәҫтән донъя ҡуйҙы. Уларҙы яман ауырыу алып китте. Ә Хәй дуҫ Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булды. Был өс таланттың вафат булыуы әҙәбиәтебеҙ һәм дөйөм мәҙәниәтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу ине.
Хәй Мөхәмәтйәров – ун туғыҙ йәшендә «Йәш төҙөүсе» гәзитенең тәүге мөхәррире булды. «Ленинсы» гәзитендә лә ул мөһим эштәр башҡарҙы. Тарих, тел, әҙәбиәт институтында Хәй иптәш балалар әҙәбиәтен өйрәнде һәм ошо темаға ҙур ғилми мәҡәлә яҙҙы.
Хәй Мөхәмәтйәров утыҙынсы йылдарҙағы поэзияның күренекле лириктарының береһе ине. Башҡорт шиғриәтен ул совет жанры менән байытты. Уның әҙәби мираҫы тупланған «Барышта», «Шиғырҙар», «Лирика», «Өлгөрөү» тигән китаптары һәм «Һайланма әҫәрҙәр»е илдә яңы матур тормош төҙөү өсөн көрәш барған 30-сы йылдарҙың рухи ауазы булып тора.
Шулай ғүмерҙәре иртә өҙөлһә лә, ерҙә тәрән эҙҙәр ҡалдырып китте минең ҡорҙаштарым. Улар «Йәш төҙөүсе»не генә түгел, ә республикабыҙҙа сыҡҡан башҡа гәзит һәм журналдарҙы ла һәйбәт шиғыр, мәҡәлә, әкиәт менән байытып йәшәне. Пионерҙар гәзитендә минең дә «Быҙау – губернатор», «Бөйөк мастерҙың ҡылысы», «Өйрәнде нисек өрөргә көсөк?», «Суртан әмере буйынса»һәм башҡа шиғырҙарым, әкиәттәрем, байтаҡ хикәйә һәм мәҡәләләрем баҫылды. Шуға гәзиттең юбилейында мин үҙемдең талантлы ҡорҙаштарымды ла хөрмәт менән иҫкә алам», – тип яҙа Йософ Гәрәй «Башҡортостан пионеры»ның 1980 йылда сыҡҡан юбилей һанында.

Читайте нас: