+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
27 Ғинуар 2020, 18:35

"Беҙ барыбыҙ ҙа – "Йәншишмә" иленән!"

2020 йыл "Йәншишмә" өсөн иҫтәлекле. Сөнки февраль айында яратҡан гәзитебеҙгә 90 йәш тула. Ҙур юбилей! Был оло байрамыбыҙҙы гәзит уҡыусылар менән түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Гәзитебеҙ майҙанында яҙышып сыныҡҡан элекке уҡыусыларыбыҙ, йәғни йәш хәбәрселәребеҙҙән төрлө хәбәр алып ҡыуанабыҙ.
Әле тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ. Беҙгә элекке йәш хәбәрсебеҙ, Сибайҙа йәшәүсе журналист, продюсер Земфира Рәшит ҡыҙы Ғирфанова бына нимәләр яҙа.
– "Йәншишмә" гәзите – ул беҙҙең хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән, киләсәгебеҙгә оло юл күрһәткән мәктәп. Башланғыс синыфта уҡыған саҡта гәзит яҙҙыртып, баҫма менән дуҫлаштырған атай-әсәйемә оло рәхмәтлемен.
VI синыфта "Йәш хәбәрсе" исеменә лайыҡ булыуым миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Гәзиткә тағы ла әүҙемерәк яҙыша башланым. Ә уның аша күпме дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Гәзит мине һәр саҡ рухландырыусым булды. Әле лә бала саҡтағы һөйөүем һүнмәй. Һаман гәзитте өйгә алдырам. Балаларҙың мәҡәләләрен уҡып, йәш хәбәрселәр менән дә ҡыҙыҡһынып барам. Әле ҡулымдан килгәнсе гәзиттең дуҫтары артыуына булышлыҡ итәм. Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһендә артистар араһында гәзиткә яҙылыу ойошторҙом. Тағы ла йәш таланттар уҡыған Сибайҙағы сәнғәт колледжында һөйләшеү алып барам, оҙаҡламай улар ҙа ҡушыласаҡ, – тип яҙа тоғро дуҫыбыҙ.
Бына шулай элекке йәш хәбәрсебеҙ "Йәншишмә"гә оло бүләк эшләгән. Рәхмәтлебеҙ! Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ!
Читайте нас: