+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
12 Февраль 2020, 12:27

Һөнәремде һайлауға үҙ өлөшөн индерҙе

Тормошомдо киң мәғлүмәт саралары, журналистика менән бәйләү теләге миңә бәләкәйҙән – 5-6 йәштәрҙән уянды. Әле мәктәптә уҡый башламағанмын, шулай ҙа көн һайын йә хикәйә, йә шиғыр яҙып маташам. Гел генә килеп сыҡмай, тик мин барыбер үҙемде ниндәйҙер ижад кешеһе – яҙыусы, шағир, журналист итеп күҙ алдыма килтерәм. Бала саҡ хыялымы, маҡсатмы, әллә ысын һүҙ көсөнә һөйөүме, тормошомда мәғлүмәт ҙур роль уйнаны һәм әле лә уйнай.

Мәктәптә уҡый башлағас, баш ҡалабыҙҙың 140-сы башҡорт гимназияһында эшләп килгән журналистика түңәрәгенә йөрөй башланым. Етәксебеҙ Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сафетдинова был өлкәләге күп уңыштарыма ҙур өлөш индерҙе. Бәләкәй синыфтарҙан уҡ гимназиябыҙҙа сыҡҡан «Киләсәк», шулай уҡ «Аманат» журналы, «Йәншишмә», «Пионерская правда» гәзиттәренә әүҙем хәбәрҙәр, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа башланым. Уларҙа баҫылған ижади әйберемде күреү яңы көс, ижад итеү теләге, үҙ-үҙемә ышаныс бирә ине. Ҡанатланған ҡошсоҡ кеүек талпыныбыраҡ яҙышырға тотонам. 2008 йылда «Аманат» менән «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе исемдәренә лә лайыҡ булдым.

«Йәншишмә» ижадҡа, мәғлүмәт менән эш итеүгә булған һөйөүемде тағы ла арттырҙы, һүҙ менән эшләү оҫталығымды камиллаштырҙы, һөнәремде һайлауға ла үҙ өлөшөн индерҙе. Фекеремде, әйтергә теләр һүҙемде башҡаларға ябай ҙа, аңлайышлы ла итеп еткерергә, бер урында тормай, яңы белемгә ынтылырға, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн үҙ өлөшөмдө индерә белергә өйрәтте.

Бөгөнгө заманда кешеләрҙең мәғлүмәт алыу холҡо, киң мәғлүмәт сараларының форматы тиҙ үҙгәреп тора. Мәғлүмәт өлкәһендә эшләгән кеше заман менән бергә атлап, үҙгәрештәргә әҙер булырға тейеш. Был гел генә еңел түгел. Мин әле лә эшемдә көн һайын быға өйрәнәм. Әлеге ваҡытта үҙем Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында матбуғат сәркәтибе булып эшләйем.

Гәзиттең дуҫтарына шуны теләр инем: яратҡан шөғөлөгөҙгә бәләкәйҙән ваҡыт һәм иғтибар бүлегеҙ, бәлки, был шөғөл һеҙҙең киләсәктәге һөнәрегеҙ менән бәйле булыр. «Йәншишмә» тормошҡа киң ҡараш тәрбиәләп, һеҙгә дөрөҫ юл һайларға, һәр саҡ белемегеҙҙе камиллаштырып тороға ярҙам итер, тип ышанам.

Ләйсән ДОНИЧ (ҒӘСИМОВА),

гәзиттең элекке йәш хәбәрсеһе.


Читайте нас: